Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 481


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨШӨРӨҮ
рың, бөтә тәне ҡара янып барып үлгән, ти. Һ. Дәүләтшина. Ҡышын аслы-туҡлы йөрөгән бейә ҡолонон төшөрҙө. Экспедиция материалдарынан.
28. Нимәнелер болғап, яҙып, бүлеп сығарыу, айырып алыу. □ Сбивать (масло). Май төшөрөү. • Һыу болғап, май төшөрөп булмай. Әйтем.
29. һөйл. Ваҡытлыса тороу йәки ҡунып сығыу өсөн урынлаштырыу, индереү, керетеп тороу. □ Пускать (на квартиру). Фатирға төшөрөү. Йортҡа төшөрөү. Ҡунаҡханаға төшөрөү. Йоҡлап сығырға төшөрөү.
30. Ҡыҙҙы егет йортона күсереп килтереү. □ Привести невесту в дом жениха. Килен төшөрөү. М Ҡаршы йортта, Ихсанбай-ҙар өйөндә лә йоҡламанылар — унда килен төшөрҙөләр. Т. Ғарипова. Хәйбулла, китергә бер аҙна ҡалғанда, йортона килен төшөрөп алды. Ә. Хәкимов.
31. Ниндәйҙер эште башлап ебәреү. □ Предлагать, заставлять приступить к чему-л., начать какую-л. работу. Бесәнгә төшөрөү. Ураҡҡа төшөрөү. Уҡырға төшөрөү. Бейергә төшөрөү. Сәсеүгә төшөрөү. Ш Көтөү төшөрөр саҡ етте. 3. Биишева. Быйыл Фә-һимде уҡырға төшөрөргә тейештәр. И. Ғиззәтуллин.
32. Ҡәләм, буяу һ.б. ярҙамында ҡағыҙға һ. б. нәмәгә нимәлер кәүҙәләндереү. □ Рисовать; наносить, выводить. // Рисование, нанесение, выведение чего-л. Һүрәт төшөрөү. Рәсем төшөрөү. Биҙәк төшөрөү. Ҡәләм менән төшөрөү. ■ Фәрит ағай әле генә ҡара таҡтаға электр разрядтарының схемаһын төшөргәйне. Ә. Вәли. Малай апаһын һүрәткә төшөрөргә булды. И. Ғиззәтуллин. Күмер менән ҙур итеп һүрәт төшөрөп ҡуйғандар. Яр. Вәлиев.
33. Кинола, фотола кәүҙәләндереү. □ Снимать, фотографировать. Фотоға төшөрөү. Киноға төшөрөү. К Бер нисә фотограф Арынбаҫаровты фотоға төшөрҙө. Д. Бүләков.
34. күсм. Ниндәйҙер хәлгә ҡалдырыу. □ Навлекать, обрекать; повергать. // Обречение на что. Бәләгә төшөрөү. Ҡайғыға төшөрөү. Ахмалға төшөрөү. Хурлыҡҡа төшө
рөү. Ҡара тиргә төшөрөү. Уңайһыҙ хәлгә төшөрөү. Ш Күп тә үтмәне, ерән ҡашҡаһын аҡ күбеккә төшөрөп, Фатима апай бөтөнләй яҡынлашты. Р. Ғабдрахманов. • Бала-саға тәрбиәһе утҡа-һыуға төшөрөр. Әйтем.
35. күсм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер өҫтөнән алыу, нимәнәндер ҡотолдороу. □ Снимать (обязанность, ответственность с кого-л.). Өҫтән бурысты төшөрөү. Яуаплылыҡтан төшөрөү.
36. Иркенән мәхрүм итеү; пленға алыу, эләктереү. □ Брать в плен, поймать. Әсиргә төшөрөү. Ҡулға төшөрөү. Тоҙаҡҡа төшөрөү. Ситлеккә төшөрөү.
37. һөйл. Иҫерткес эсемлек эсеү. □ Выпивать, закладывать; пропустить (о спиртных напитках). Төшөрөп алыу. Төшөрөргә ярата. ■ Байгилденең уның [мастер] менән төшөрөп ултырғаны бар. Д. Бүләков. [Хә-мит — Буранға:] һиңә лә әҙерәк төшөрөп алырға кәрәк, йылынырһың. Ә. Бикчәнтәев.
38. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең һөҙөмтәһен белдерә. □ В составе сложного сказуемого выражает результат действия. Атып төшөрөү. Тартып төшөрөү. Күтәреп төшөрөү. Бәреп төшөрөү. Йығып төшөрөү. Алманы ағасынан һуғып төшөрөү. ■ Кемдер өҫтән көрәп төшөргән һымаҡ, эре һәм епшек ҡар киҫәктәре һибелде лә һибелде. Ә. Вәли. Сынаяҡ артынса уҡ, Сәлим тәрилкәне бәреп төшөрҙө. Яр. Вәлиев. Ул [Петя] хеҙмәт иткән зенит батареяһы дошмандың байтаҡ ҡына самолёттарын бәреп төшөрә. И. Абдуллин.
♦ Ҡолаҡҡа төшөрөү ниндәйҙер хәбәр ишеттереү, әйтеү. □ Говорить, известить о чём-л. ■ Шлыков менән Мамед, минең яныма килеп, Ерёминдың тыуған көнө хаҡында ҡолағыма төшөргәйнеләр. Ш. Бикҡол. Ҡулға төшөрөү законһыҙ юл менән үҙләштереү. □ Присвоить. // Присвоение. M Катенин Урта Азияны ҡулға төшөрөүҙең аныҡ юлдарын, бының өсөн иң башта Ташкент һәм Төркөстан ҡалаларын баҫып алырға кәрәклеген дәлилләй. Р. Байымов. Һуғышсылар өр-яңы ун өс автомат һәм ике миномёт ҡулға төшөргәндәр. Ә. Бикчәнтәев. Танау төшөрөү күңелһеҙләнеү, бойоғоу. □
16- 1.0037.16
481