Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 482


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨШӨРӨШӨҮ
соотв. Повесить нос. ■ [Гилман — Зөфәргә:] Мырҙам, Кәшфи ағайың танауын төшөрөп ултыра, шуның хөрмәтенә лә берәй көй уйнайһыңмы әллә? Д. Бүләков. Тап (йәки кер) төшөрөү кемдеңдер исемен бысратыу, хурлыҡҡа, оятҡа ҡалдырыу. □ Запятнать, оклеветать, опозорить. ■ Ниғмәт ағай колхоз төҙөү өсөн барған ҙур көрәштә лә ысын чапаевсы исеменә кер төшөрмәне. Ә. Бикчәнтәев. Сәғүрәһенең иҫтәлегенә лә тап төшөрмәй, Сәрбиямалдың хәтерен дә ҡалдырмай торған аҡыллы яуап табырға тырышып, Байгилде ағай оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. 3. Биишева.
ТӨШӨРӨШӨҮ (төшөрөш-) ҡ. урт. ҡар. төшөрөү 1-7, 10, 11, 13, 16-17, 21, 23. взаимн. от төшөрөү 1-7, 10, 11, 13, 1617, 21, 23. Сананан төшөрөшөү. Машинанан йөк төшөрөшөү. Бейергә төшөрөшөү.
■ Ике һыбайлы офицерын эйәрҙән ипләп төшөрөштөләр. Ғ. Хөсәйенов. Оло Иҙелдән кәмә, каснуй, баркас, галерҙарҙы Дон буйындағы Паншино станицаһы тәңгәленә ташып бөтөп, уларҙы йылғаға төшөрөшкәс, бомбардир Пётр Алексеев Имән батыр менән Алдарҙы яр буйына ҡоролған сатырына саҡыртып алды. Н. Мусин.
ТӨШӨРТӨҮ (төшөрт-) ҡ. йөкм. ҡар. төшөрөү 1-7, 9-18, 21-23. понуд. от төшөрөү 1-7, 9-18, 21-23. Ауырҙы төшөртөү. Кешенән төшөртөү. Рәсем төшөртөү.
■ Шәкүр ағай кирбес хәстәрләй, шунан әлеге оҫтаға бара, тегенең бер үҙенә бер шешә аҡбаш төшөртөп, уныһын-быныһын һораштырып ҡайта. Ш. Бикҡол. Киләһе кис Яҡтыкүлдән быуынсы ҡартты эйәртеп ҡайтып, Нурисламдың сыҡҡан аяғын төшөрткәс кенә һушына килде. Ә. Хәкимов. Кенәз уға [Урусовҡа] шунда уҡ кире ҡайтырға, үҙен оҙатып барасаҡ отрядҡа Ка-раһаҡалды биреп ебәрергә бойорған, шул фарманды ҡағыҙға төшөртөп, ҡулына тотторған. Б. Рафиҡов.
ТӨШӨҮ (төш-) (Р.: спускаться; И.: go down; T.: düşmek) ҡ.
1. Юғарынан йәки нимәнеңдер өҫтөнән аҫҡа, түбәнгә күсеп, урын алмаштырыу. □ Спускаться, опускаться, сходить. Күтәр
мәнән төшөү. Аттан төшөү. Машинанан төшөү. Баҙға төшөү. ■ Мәрйәм билен һиҙҙермәй генә ыуалап алды, ләкин ул да машинанан төшөргә мәжбүр булды. Д. Бүләков. [Таһир:] Дәүләткирәй менән төнө буйы аттан төшмәйбеҙ, сөнки эйәрҙән төшкәнеңде һиҙеп ҡалһалар, теге малайҙарҙан туҡмалырыңды көт тә тор. Р. Өмөтбаев.
2. Ниҙеңдер өҫтөнән аҫтына табан атлау.
□ Спускаться. Баҫҡыстан төшөү. ■ Шәриф Манатов менән Мулланур Вахитов уның [депутаттың] йүгерә-атлай баҫҡыстан төшөп китеүен күҙәтеп торҙолар ҙа тәүәккәлләп эскә атланылар. Р. Байымов.
3. Аҫҡараҡ күсеү, түбәнерәк торош алыу.
□ Падать, опускаться, ниспадать; сползать. // Сползание (о различных предметах). Күҙгә төшөп торған сәс. Яурынға тиклем төшкән сәс. ■ Элекке ваҡытта күҙгә төшөп йөҙәтә торған шоморт ҡара сәстәрен артҡа ҡайырып ташлағанғамы, [Юлдыбайҙың] маңлайы боронғонан киңерәк. Һ. Дәүләтшина. Юлай, башын асыулы һелкеп, маңлайына төшөп килгән һарғылт оҙон сәсен тағы артҡа ташланы. 3. Биишева.
4. Торған еренән аҫҡа күсеү, шыуыу (кейгән кейемгә ҡарата). □ Падать, опускаться, ниспадать; сползать (об одежде). Шәле күҙенә төшкән. ■ Ул [малай], күҙенә төшкән ҙур фуражкаһын күтәреп, .. эшлекле генә яуап бирә. Д. Юлтый.
5. Аҫҡа табан йүнәлеп, берәй ергә ултырыу, яйлашыу. □ Садиться, приземлиться, вести на посадку. Самолёт аэродромға төшә. ■ Күгәл дә осор, күлгә төшөр, күлдән осоп, төшөр күрәнгә. Халыҡ йырынан.
6. Ер өҫтөн биләп, солғап алыу. □ Опускаться, падать; наступать, начинать. Ҡараңғы төшөү. Эңер төшкән ваҡыт. ■ Ҡараңғы төштө, э йоҙаҡлы таш лавка ҡәбер кеүек тыныс ҡалды. Һ. Дәүләтшина. Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер, ҡысҡырыша ярһып тартайҙар. Р. Ғарипов. Эҫе төшкәс, һыйырҙар сәнскәкләп, урман яғына инеп китә. Әкиәттән. Томан ергә төшһә, аяҙыта. Һынамыштан.
7. Һауанан ергә ултырыу; яуыу, ҡуныу.
□ Падать (об осадках). Ысыҡ төшкән. Ҡар
482