Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 735


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘЖӘССЕМ ИТЕҮ
белгес. ■ Ҡадир .., күрәһең, аҙ тәжрибәле трактористарға ышанып етмәгәндер, МТС машиналарын үҙе килтерешә. Б. Бикбай. Мараттың әсәһе Сорокинды, тәжрибәле невропатолог, ауырыуҙарға иғтибарлы, тип гел маҡтай торғайны. Ә. Хәкимов.
2. Тормош тәжрибәһе ҙур булған, күпте күргән. □ Опытный. Тәжрибәле оло кеше. ■ Тәжрибәле ҡарттар: «Балалар, быйыл иген уңа», — тип алдан хәбәр итә ине. Т. Йәнәби. Әле йөрок юлдағылар араһындағы Ишәй батыр ише тәжрибәле, һынсыл ирҙәр ҡыр-ҡаҙаҡ далаһының ошо тәбиғәте, ер-һыу һырҙарының үҙенән генә лә, ус төбөндәге һыҙыҡ-һырмастар кеүек, йәшәйештең, тарихтың хәсиәтен таный-уҡый алыр ине. Ғ. Хөсәйенов. Тәжрибәле, аҡыллы, төрлө ваҡыттағы ҡатмарлы һуғыштарҙың әсеһен-сөсөһөн йәштән үк үҙ елкәһендә татып ҡартайған Михаил Илларионович Кутузовтың Мәскәүҙе ҡалдырып китеү тактикаһын нимә менән аңлатырға мөмкин? Я. Хамматов.
ТӘЖРИБӘЛЕЛЕК (тәжрибәлелеге) (Р.: опытность; И.: experience; T: tecrübelilik) и.
Тәжрибәле булыу сифаты. □ Опытность, опыт. ■ Унда [Исламовта]Ғәлимовтың тапҡырлығына, тәжрибәлелегенә һоҡланыу, ҡыҙығыу һымаҡ тойғо уянды. Ғ. Лоҡманов. [Суфия:] Эйе, яҙырға. Серҙе ҡағыҙға һөйләргә, ысынлап та! Әлбиттә, яҙыу ҙа еңел булмаҫ. Оҫталыҡ, тәжрибәлелек тигән нәмәләрҙең береһе лә юҡ бит әле. 3. Биишева.
ТӘЖРИБӘҺЕҘ (Р.: неопытный; И.: inexperienced; T: tecrübesiz) с.
1. Тәжрибәһе аҙ булған, эш күнекмәһе етерлек булмаған. □ Неопытный, малоопытный. Тәжрибәһеҙ һатыусы. Тәжрибәһеҙ токарь. ■ Ҙур ҡалала, ят кешеләр араһында тәжрибәһеҙ ауыл ҡыҙына бик ҡыйын булды. X. Мохтар.
2. Тормош тәжрибәһе булмаған, йәш. □ Неопытный. Тәжрибәһеҙ ҡыҙ бала. Тәжрибәһеҙ йәш быуын. ■ Ишбулдин тәжрибәһеҙ кеше түгел. .. Партия ойошмаһы секретарын бер ҙә юҡҡа ғына райкомға саҡырмауҙарын яҡшы аңлай ине. Ә. Вәли.
ТӘЖРИБӘҺЕҘЛЕК (тәжрибәһеҙлеге) (Р: неопытность; И.: lack of experience; T: tecrübesizlik) и.
Тәжрибә (1) етмәгәнлек. □ Неопытность. ■ Беҙ анралар Женя менән Ирочканың фамилияларын һорарға онотҡанбыҙ. .. Был беҙҙең йәшлектән, тәжрибәһеҙлектән инде. Д. Юлтый. Сөләймән Сәғитович, хәбәрсенең йәшлегенә, тәжрибәһеҙлегенә көлөмһөрәп, иртәгә республика газетаһында үҙенең тресы хаҡында тешһеҙ-тырнаҡһыҙ хәбәр сығасағына эстән һөйөнөп, күп һөйләне. Ш. Янбаев. Йәшлектән йә тәжрибәһеҙлектән тип әйтәйемме, әллә был ишек алдының йоғонтоһона бирелепме, мин дә тора-бара ошо Миңлебай Нәжипович менән ҡыҙыҡһына, йыш ҡына уның хаҡында уйлана башланым. 3. Биишева.
ТӘЖҮИТ [ғәр. (Р: правила орфоэпического чтения Корана; И.: rule of reading the Q’uran correctly; T: Tecvid Kaideleri) и. иҫк. кит.
Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәһе. □ Правила орфоэпического чтения Корана. Тәжүит дәресе. ■ Тәжүит үҙе айырым дәрес булып керә торғайны. Ғ. Ғүмәр. Нәхү, сарыф, тәжүит, фиҡты, мантыйҡ ише иҫке ғилем, дин һабаҡтарын шунда [Мөслим мәҙрәсәһендә] үҙләштерҙе [Бирҙеғол]. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘЖҺИЗ [ғәр. (Р: приготовление к погребению; И.: preparation for a burial; T: teçhiz) и. иҫк.
Мәйетте күмергә әҙерләү эше. □ Приготовление к погребению.
ТӘЖӘЛ [ғәр.] и. миф. диал. ҡар. дәжжәл. Тәжәл һымаҡ ҡотортоу. Тәжәл ҡотороу. Тәжәл килә.
ТӘЖӘЛ ҠАЛҠЫУ (тәжәл ҡалҡ-) ҡ. миф. ҡар. дәжжәл ҡалҡыу. Ахырызаман еткәс, тәжәл ҡалҡа, ти.
ТӘЖӘССЕМ [ғәр. и. иҫк. ҡар. кәүҙәләнеш. Яңыса тәжәссем.
ТӘЖӘССЕМ ИТЕҮ (тәжәссем ит-) (Р: изображать; И.: depict; T: tecessim etmek) ҡ. иҫк. кит. ҡар. кәүҙәләндереү.
Билдәле бер ҡиәфәттә күҙ алдына килтереү. □ Изображать, представлять. ■ Теге
735