ТӘКЛИФ
ТӘЙӘН (Р.: постоянно; И.: constantly; T.: daima) р. диал. ҡар. гел 1.
Һәр ваҡыт. □ Постоянно. Тәйән бер һуҙ. Тәйән ауыр эштә эшләу.
ТЭК I р. диал. ҡар. бушҡа 1, 2. Тәк кенә барманым мин унда. М Кармаҡҡа эләккәнһегеҙ икән — тәк кенә ысҡына алмайһығыҙ. Т. Сәғитов.
ТӘК II [рус. так] (Р.: так; И.: so; well; T.: evet) мөн.
Нимә менәндер килешкәнде, риза булғанды һ.б. белдерә. □ Так. ■ Редактор Айнур һөйләгәндәрҙе, «тәк, тәк» тигән һуҙҙәрен иренен ҡыбырлатыр-ҡыбырлатмаҫ ҡына ҡабатлап, булдермәйенсә, иғтибар менән тыңланы. Н. Мусин.
ТӘКБИР [ғәр. j^] (Р: прославление Аллаха; И.: word of reverence; T: tekbir) и. дини.
Алланы ололап әйтелгән «Аллаһы әкбәр» тигән һүҙ. □ Прославление Аллаха. ■ Һуғышҡа алынған кешеләр тәкбир тауыштары аҫтында ауылдан сығып китте. М. Ғафури.
ТӘКБИР ӘЙТЕҮ (тәкбир әйт-) (Р: прославлять Аллаха; И.: say Allahuekber; T: tekbir getirmek) ҡ.
Алланы ололап «Аллаһы әкбәр» әйтеү. □ Прославлять Аллаха. Ауылға сир-сор килһә, тәкбир әйтеу йолаһы булған. ■ Ҡолаҡ һалып, ныҡлабыраҡ тыңлаһам, — буран эсенә Хажға барыусы тәҡуәләр, туҡтауһыҙ тәкбир әйтеп, Аллаһы Тәғәләгә был дәһшәттән ҡотҡарыуын һорап ялбарҙылар. Ә. Хәкимов. Б аймаҡты ҡамап алған, һәнәк, балта һәм һунар мылтыҡтары менән ҡоралланған Унасов әтрәтенә ҡушылам тип, мөгәзәй эргәһенән тәкбирҙәр әйтеп, изге көрәшкә һыбай сығып китте бер заман Хажи ағайым. Р. Өмөтбаев.
ТӘКЕ и. диал. ҡар. ябаға 1. Тәкеһен ҡойоу. Малдар тәкеһен ҡоя. Тәке эт.
ТӘКЕЛӘНЕҮ (тәкелән-) (Р.: стать липким; И.: become stickly; T.: keçeleşmek) ҡ. диал. ҡар. сайырланыу.
Ойошоп кейеҙләнеү. □ Стать липким (об овечьей шерсти). Йөн тәкеләнгән. Яуын булмаһа, йөн тәкеләнә.
ТӘКЕШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Һарт-әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Тэкеш (название родового подразделения башкир). Тэкеш аймағы башҡорто. Тэкеш аймағы ерҙәре. Тэкеш аймағына ҡарау.
ТӘКИ [рус. таки] (Р: так и; И.: all the same; T.: gene de) киҫ. һөйл.
Эш-хәлдең һөҙөмтәһенә баҫым яһай; барыбер. □ Так и, всё-таки, всё же. Тәки әйтмәне. ■ Саҡ ҡына онотоп ебәрмәгәнмен, әлеге, беҙҙең менән юлға сыҡҡан сәпсек тәки теплоходтан китмәй, бөтә Европаны урап, Тыуған илгә ҡайтты. Ә. Бикчәнтәев. Теге ҡарышмал председатель, мәрхум, тәки ат бирмәне бит. 3. Биишева.
ТӘКИӘМӘТ КЕЙЕҘ (Р.: войлок из крашеной шерсти; И.: kind of tainted felt; T: boyalı yün keçe) и. диал.
Буялған йөндән һуғылған кейеҙ. □ Войлок из крашеной шерсти. Тәкиәмәт кейеҙ тушәу.
ТӘККӘ (Р: попусту; И.: to no purpose; T: boşa) р. һөйл. ҡар. бушҡа 1.
Сәбәпһеҙ. □ Попусту, даром, впустую, понапрасну, зря. Тәккә тырышыу. ■ [Йосоп:] Ни эшләп мин һине тәккә йығайым ти. Сана һалыулап китте бит. С. Агиш. [Вафил:] Егерме биш йыл магазин директоры булып тәккә эшләгәнме ни мин?! Н. Мусин. [Фәһим:] Командир, эй командир, юҡҡа ярһынма, башыңды тәккә әрәм итәһең. И. Ғиззәтуллин.
ТӘКЛЕ бәйл. диал. ҡар. тиклем. Ҡайҙа тәкле бараһың? Кискә тәкле кил. Төшкә тәкле эшләнек.
ТӘКЛЕЙ бәйл. диал. ҡар. тиклем. Ҡалаға тәклей барҙыҡ. Туҡталышҡа тәклей байтаҡ ара бар.
ТӘКЛИФ [ғәр. и. иҫк. кит.
1. ҡар. тәҡдим. Тәклиф яһау. ■ Билалдың: «Ҡыуыусыларҙы ҡыуырға кәрәк», — тигән тәклифенә штабтан яуап бирмәй һуҙҙылар. А. Таһиров. Атайым тәклиф ҡылһа ла, ата-бабаһынан тәрбиәһеҙ килгән бер фамилиянан ҡыҙ алып, истиҡбалымды харап
24 - 1.0037.16
737