Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 738


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тәкмәк
итеуҙе выжданым ҡабул күрмәй ине. М. Ғафури.
2. Хаҡ, баһа. □ Цена, стоимость, предложение. Тәклифе тубән.
ТӘКМӘК (тәкмәге) (Р.: большой молот; И.: large hammer; T.: büyük çekiç) и. диал. ҡар. сүкеш 1.
Туҡмаҡ, балға. □ Большой молот. Тәкмәк менән һуғыу. Мөйөштә тәкмәк ята.
ТӘКМӘРЛӘТЕҮ (тәкмәрләт-) ҡ. һөйл. йөкм. ҡар. тәкмәрләү. понуд. от тәкмәрләү.
ТӘКМӘРЛӘҮ (тәкмәрлә-) ҡ. һөйл. ҡар. тәкмәсләү 2. Тәкмәрләп китеу. Тәкмәрләргә өйрәнеу.
ТӘКМӘРЛӘШЕҮ (тәкмәрләш-) ҡ. һөйл. урт. ҡар. тәкмәрләү. взаимн. от тәкмәрләү. Тәкмәрләшеп соҡорға төшөу.
ТӘКМӘС АТЫУ (тәкмәс ат-) (Р.: кувыркаться; И.: do a somersault; T: takla atmak) ҡ.
Баш аша әйләнеү. □ Кувыркаться. Тәкмәс атып уйнау. ■ Ағайҙар арбалағы тоҡсайҙарҙы сискән арала, беҙ Әмир менән улән өҫтөнә ауҙыҡ та тәкмәс ата башланыҡ. Р. Байбулатов. Ағиҙел аръяғына сығып, киң генә бер аҡланға туҡтауға, Пётр Иванович машинанан һикереп төштө лә бәләкәй малайҙар һымаҡ уләндә аунарға, тәкмәс атырға тотондо. В. Исхаҡов. Текә тау бит-ләуенән һикерә-һикерә тәкмәс атҡан был таш та юлға барып етмәне, ҙурыраҡ ташҡа бәрелдеме, салыш-солош кәзә һуҡмаҡтары уҙгәрттеме йунәлешен, Сабит курмәй ҡалды. А. Мағазов.
ТӘКМӘСЕҮ (тәкмәс-) (Р: упасть перекувыркнувшись; И.: fall head over heels; T: takla atarak düşmek) ҡ.
Баш аша ҡолау; тәкмәсләү. □ Упасть перекувыркнувшись; полететь вверх тормашками; покатиться (при падении). Тәкмәсеп барып төшөу. Тәкмәсеп китеу. Баҫҡыстан тәкмәсеу. М Мин тайып йығылып киттем, .. тәкмәсеп барып яттым. Ж. Кейекбаев. Таштар еуеш, етмәһә, улар, мәтегә буялып, шундай тайғаҡҡа өйләнгәндәр, абай бармаһаң, хәҙер салҡан тәкмәсеуеңде көт тә тор. Д. Бүләков. Ат гөрһөлдәп ҡарға ҡоланы, Алдарбай иһә, эйәрҙән тәкмәсеп барып тө
шөп, ҡарҙа борһаланған әҙәмгә ташланды. Н. Мусин.
ТӘКМӘСЛӘҮ (тәкмәслә-) (Р: перевернуться через голову; И.: turn a somersault; T: takla atmak) ҡ.
1. Баш аша әйләнеү; тәкмәс атыу. □ Перевернуться через голову, перекувыркнуться. Тәкмәсләп китеу. ■ Камил .. һикергеләп, тәкмәсләп алды. Ф. Иҫәнғолов.
2. Баш аша әйләнеп ҡолау; тәкмәсеү, мәтәлләү. □ Упасть перекувыркнувшись; полететь вверх тормашками. Тәкмәсләп алыу. ■ Аҡтарҙың дозоры куренә. Ғәҙелша уға төҙәп ата. Теге сабып килгән ыңғайға тәк-мәсләп-тәкмәсләп барып төшә. В. Нафиҡов. Хайуанҡайҙың туҙемлеге бөттө ахырыһы, ҡапыл башын сайҡап-һелтәп ебәргәйне, сеуә-тәһе менән бергә хужа уҙе лә ергә тәкмәсләп барып төштө. Р. Байымов. Ошо ваҡыт, әллә әсәһенең тауышына уҡталып, әллә берәй нәмәгә һөрлөгөп, Риф тимер юл канауына тәкмәсләп йығылып китте. X. Зарипов.
ТӘКМӘС ТАШЛАУ (тәкмәс ташла-) ҡ. диал. ҡар. тәкмәсләү 1.
ТӘКМӘСТЕРЕҮ (тәкмәстер-) (Р: свалить, пускать вверх тормашками кого’, И.: make smb topple over; T.: takla attırmak) ҡ.
Баш аша әйләндереү; мәтәлләтеү. □ Свалить, пускать вверх тормашками кого (толкнув, ударив и т. п.). ■ Кусимов етеҙ янтайҙы һәм, кавалеристың ҡабырға яғынан сығып, уны ергә тәкмәстерә һуҡты. Я. Хамматов. Салауаттың башына ни менәндер тондорҙолар, ул да мылтыҡ төйҙәһе менән бер-ике кешене тәкмәстерҙе. Б. Рафиҡов.
♦ Туғыҙға тәкмәстереү 1) бер хәбәрҙе төрлөсә үҙгәртеү. □ Переиначивать, искажать чъю-л. мысль, слово. ■ Магазин тотоусы сауҙагәрҙәрҙең ике ауыҙының береһендә шул ғына хәбәр ине. Улар шул хаҡта [батша төшөуе хаҡында] туғыҙға тәкмәстереп һөйләнеләр, ҡайһылары шатландылар, ҡайһылары ҡурҡып, хәйерлегә булһа ярар ине, тип ҡуйҙылар. Ж. Кейекбаев; 2) төрлөгә үҙгәртеү, боҙоп бөтөү. □ Преобразовывать много раз; переделывать много раз. Туғыҙға тәкмәстереп эшләу.
738