тәкә
зёл (приспособление для витья аркана). М Уны [арҡанды] сығыр менән ишкән саҡта тәкәне әкрен генә йөрөтәм, сираҡ ишелһен,.. тим. Н. Мусин.
ТӘКӘ III (Р.: пирожки с картошкой; И.: potato patty; T.: patatesli börek) и. диал.
Картуф һалып бешерелгән ваҡ бәлеш. □ Пирожки с картошкой. Тәкә бешереу. Тәкә ашау. Йылы тәкә. Тәмле тәкә. Йомшаҡ тәкә.
ТӘКӘ IV (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын, әйле ҡәбиләләренә ҡараған аймаҡтар исеме. □ Тэкэ (названиеродового подразделения башкир). Тәкә аймағынан булыу. Тәкә аймағы ерҙәре. Тәкә аймағы вәкиле.
ТӘКӘ АҒАС (Р: козлы для распилки дров; И.: saw-horse; T.: sıpa) и. диал.
Утын һалып быса торған дүрт тағанлы ҡулайлама. □ Козлы для распилки дров. Ағасты тәкә ағасҡа һалып бысыу уңайлы.
ТӘКӘББЕР I [ғәр. (Р: высокомерный, надменный; И.: haughty; T.: kibirli) с.
Үҙен эре, һауалы тотҡан, кешене тиңһенмәгән. □ Высокомерный, надменный. Тәкәббер кеше. ■ Беҙ тәкәббер халыҡ тугел, дуҫтар менән һин дә мин. М. Кәрим. Бер рамда упҡын ситенән ике тәгәрмәсле арбаға ишәк еккән, башына осло бурек-папаха кейгән ҡарт китеп бара, икенсеһендә — туше орден-миҙалдар, йөҙө йыйырсыҡтар менән тулған ҡупшы, тәкәббер генерал, ҡылысының һабына ҡулдарын ҡуйып, әтәсләнеп ултыра. А. Абдуллин. Ә инде Һатыбал, уҙенең сәнсә ҡарап торған тәкәббер ҡоро куҙҙәрен ҡыҫҡылап, ҡаш һикертеп маташа башлаһа, Айһылыуҙың йөрәген хатта ерәнеу ҡатыш ҡурҡыу солғап ала. 3. Биишева.
ТӘКӘББЕР II [ғәр. (Р: высокомерно; И.: haughtily; T.: havalı) р.
Һауалы, эре. □ Высокомерно, надменно. Тәкәббер булыу. Үҙеңде тәкәббер тотоу. ■ Хәсәнша ла, ныҡ һауаланып, Саръянға тәкәббер генә куҙ һалып утә ине. Ә. Байрамов. Ишектән ингәс тә ул [Мырҙабай] иҫәнлек-һаулыҡ һорашып торманы, тәкәббер баҫып, туп-тура уң яҡ стена буйындағы хисапсы
урынына барып ҡунаҡланы. Р. Байымов. Сит ил инженерҙары уҙҙәрен шаҡтай тәкәббер тоталар, машинала ғына эшкә баралар, бергә генә йөрөйҙәр. Ә. Бикчәнтәев.
ТӘКӘББЕРЛЕК (тәкәбберлеге) (Р: высокомерие; И.: haughtiness; T: tekebbür) и.
Һауалылыҡ, эрелек. □ Высокомерие, надменность. Тәкәбберлек курһәтеу. ■ Үҙен кисә һәләк эре тотҡан Рифатта тәкәбберлектең әҫәре лә ҡалмаған. Р. Байбулатов. Мискә эргәһендә торған байҙар мөһабәтлектәрен, тәкәбберлектәрен юғалттылар. А. Карнай. Мифтахетдин, әңгәмә йунәлешен уҙгәртеп, шәкерттәр менән татыу мөнәсәбәттәге, тәкәбберлектең ни икәнен белмәусе, утә ябай, саф куңелле Шәмсетдин Зәкиҙән шиғыр уҡыуын утенде. Я. Хамматов.
ТӘКӘББЕРЛӘНЕҮ (тәкәбберлән-) (Р: возгордиться; И.: put on airs; T.: kibirlenmek) ҡ.
Үҙеңде бик эре, һауалы тотоу; тәкәбберлек күрһәтеү. □ Возгордиться, проявлять высокомерие, надменность. Тәкәбберләнеп китеу. М Минең курше .. егерме берҙә генә. Сукеш тота белмәй, әммә тәкәбберләнә белә. М. Сөндөклө. Яныбаев, заводтың тәьминәт булегенә урынлашып алғандан бирле, бик тәкәбберләнеп, Саръянға сәләм дә бирмәй утә торғайны. Ә. Байрамов. Купме генә урләмәһен, халыҡ купме генә кутәрмәһен, Ғәлләмовта маһайыу, эреләнеу, тәкәбберлә-неу кеуек яман сирҙең тамсыһы ла юҡ ине. С. Поварисов.
ТӘКӘГӘ САҠЫРЫУ (Р: название обычая, связанного с сенокосом; И.: national treat during haymaking; T.: ot biçimi vaktinde yapılan ziyafet) и. этн.
Муллыҡ теләп, бесән ваҡытында өмәсе-ләрҙе һарыҡ итенә саҡырыу. □ Название обычая, связанного с сенокосом (угощение бараниной участников сенокоса с целью обеспечения домашнему скоту плодовитости, изобилия). Тәкәгә саҡырыу йолаһы.
ТӘКӘ ЗАМАНЫ (Р: межсезонье; И.: in-between period; T.: koyun kesim zamanı) и. этн.
Ҡыштан ҡалған ит бөткәс, һарыҡ һуя торған ваҡыт. □ Межсезонье (летом, когда
740