ТӘКӘРЛЕ
закончилось зимнее мясо, резали барана). М Июндә тәкә заманы тигән һарыҡ һуя торған ваҡыт килеп еткәнсе, атайым, бәғзе ваҡыт әсәйем килерҙәр, малдарыбыҙҙы баҡҡан ғаиләләрҙә торорҙар ине. Ә.-З. Вәлиди.
ТӘКӘЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Сәңкем-ҡыпсаҡ, көҙәй, мең ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Тәкәй (название родового подразделения башкир). Тәкәй аймағы башҡорто. Тәкәй аймағы ерҙәре. Тәкәй аймағына ҡарау.
ТӘКӘЙ ТАҠМАҒЫ (Р.: бессмыслица; И.: empty words, nonsensical words; T.: saçma) и.
Мәғәнәһеҙ, буш һүҙ. □ Бессмыслица, пустые слова. ■ [Әсәһе — Диләгә:] Әллә ниндәй тәкәй таҡмаҡтары табып алаһың [һин]. Һ. Дәүләтшина.
ТӘКӘЛЛЕФ [ғәр. (Р: показуха; И.: show; T.: tekellüf) и. иҫк. кит.
1. Кешелә ыңғай тәьҫир ҡалдырыу өсөн башҡарылған эш. □ Показуха. ■ Был тәкәллефе бөткәс, поп ҡалын тауышы менән тағы ниҙер уҡыны, уҙен, тирә-йунен, суҡынғандарын йәнә төтәҫләне. Ғ. Хөсәйенов.
2. Мөнәсәбәттәге, ҡылыҡтағы яһалма-лыҡ, артыҡ әҙәпле булып ҡыланыу күренеше. □ Манерность. М Бындағы тәкәллеф, бындағы ваҡлыҡ минең рухыма бөтөнләй хилаф. М. Ғафури. Приставтың был ялған тәкәллефенә уның [Юлияның] шул тиклем асыуы килде, уның упкәләре кукрәккә һыймағандай булып ҡабарып, тынын ҡыҫалар ине. Һ. Дәүләтшина.
ТӘКӘЛЛЕФЛЕ (Р: манерный; И.: unnatural; T.: sahte, gösterişli) с. кит.
Тәбиғи булмаған, яһалма (кешенең мөнәсәбәтенә, ҡылығына ҡарата). □ Манерный. ■ Сурағолдарҙың майҙанға килеп кереуҙәре уҙенсә бер тәкәллефле ҡаршылауға оҡшап китте: Солтанай сотнигы Сәғит Субарҡы улы — утыҙ ҡораллы һыбайлыһын өс рәткә теҙеп, хәрбиҙәрсә рапорт биреп ҡаршыланы. Ғ. Хөсәйенов. [Рабиға — Нәфисәгә:] Шәйхетдиндәрҙә фатирҙа тораһың, минең
хаҡта, арабыҙ тәкәллефле икәнлеген ишеткәнең барҙыр бит. А. Мағазов. Пристав ҡулындағы папиросын һурҙы ла, тәкәллефле йылмайып: «һеҙ, туташ, бөтөнләй уҙ ролегеҙгә инеп эшкә тотонғанһығыҙ, һуғыштағы һымаҡ», — тине, уҙ һуҙенән уҙе кетерләп көлөп ҡуйҙы. һ. Дәүләтшина.
ТӘКӘЛЛЕФЛӘНЕҮ (тәкәллефлән-) (Р: манерничать; И.: act unnaturally; T: tekellüf etmek) ҡ.
Тейешле тәртип, әҙәп һаҡларға, нәзәкәтле булырға тырышыу. □ Манерничать, жеманничать. Тәкәллефләнеп, саҡырғанды көтөп, уҙмай тороу.
ТӘКӘЛЛЕФҺЕҘ (Р: искренний; И.: sincere; T: samimi) с. кит.
Мөнәсәбәтендә, ҡылығында яһалмалылыҡ, ялғанлыҡ булмаған; ысын күңелдән башҡарылған, ябай булған. □ Искренний. Тәкәллефһеҙ мөғәмәлә. Тәкәллефһеҙ һөйлә-шеу. ■ Шул хаҡта бик асыҡ иттереп, тәкәллефһеҙ генә хат яҙ әле. М. Ғафури.
ТӘКӘЛӘҮ (тәкәлә-) (Р: подшучивать;
И.: chaff; T: alay etmek) ҡ. һөйл.
Мәрәкәләп төрттөрөү. □ Подшучивать. Кешене тәкәләу. Тәкәләп тороу. Тәкәләп алыу.
ТӘКӘ МӨГӨҘӨ (Р: рогообразный узор; И.: horn-like pattern; T: salyangoz motifi) и.
1. этн. Өйрөлтөп сиккән биҙәк; ҡусҡар.
□ Рогообразный узор. Тәкә мөгөҙө һалыу. Тәкә мөгөҙө һалып сигеу. Тәкә мөгөҙө бик матур килеп сыҡҡан.
2. диал. Ярым ай формаһындағы крән-дил. □ Крендели в форме полумесяца. Тәкә мөгөҙө ашау. Тәкә мөгөҙө бешереу. Тәмле тәкә мөгөҙө.
ТӘКӘ-МӨКӘ и. диал. ҡар. ҡусҡар I, 1. Бында тәкә-мөкә куп икән. Тәкә-мөкә ҡабырсағы.
ТӘКӘМӘТ (Р: войлок из крашеной шерсти; И.: kind of tainted felt; T: boyalı yün keçe) и. диал.
Буялған йөндән һуғылған кейеҙ. □ Войлок из крашеной шерсти. Тәкәмәт тушәу. Тәкәмәткә йөн буяу.
ТӘКӘРЛЕ с. диал. ҡар. һипкелле. Тәкәрле ҡыҙ. Тәкәрле бала.
741