ТӘКӘРЛЕК
ТӘКӘРЛЕК I (тәкәрлеге) и. диал. ҡар. аҡ сәпсек. Тәкәрлектәр оса. Тәкәрлек ҡанаты. Тәкәрлек ҡойроғо.
ТӘКӘРЛЕК II (тәкәрлеге) и. диал. ҡар. ҡусҡар I, 1. Тәкәрлек ҡабырсағы. Тәкәрлек мөгөҙө.
ТӘКӘРЛЕК ЙОНДОҘҠАЙЫ (Р.: звезд чатка ланцетовидная; И.: greater stitchwort; T.: kuşotu) и. бот.
Нәҙек үрмә һабаҡлы күп йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Звездчатка ланцетовидная (лат. Stellaria holosted). Тәкәрлек йондоҙҡайы сәскә атҡан.
ТӘКӘРЛӘҮЕК (тәкәрләүеге) (Р.: шпоры (у птиц); И.: spur; T.: mahmuz) и. диал. ҡар. тибенге 1.
Ҡайһы бер ата ҡоштарҙың үксә өҫтөндә була торған оҙон үткер тырнағы. □ Шпоры (у птиц). Әтәстец тәкәрләүеге.
ТӘКӘРШЕ (Р: слишком; И.: too much, very; T.: aşırı) р. диал. ҡар. бигерәк 1.
Оторо. □ Слишком, очень. Тәкәрше ҡыҙып китеү. Тәкәрше ярһыу. Тәкәрше ҡыланыу.
ТӘКӘС (Р: барашек; И.: ewe; T.: koyun) и. һөйл.
Тәкә бәрән. □ Барашек. Тәкәс ҡурала тора. Тәкәс һуйыу. Тәкәс йөнө.
ТӘКӘҮЕЗ с. диал. ҡар. үҙ һүҙле. Тәкәүез кеше. Тәкәүез бала. Тәкәүез егет.
ТӘКӘҮЕР и. диал. ҡар. тәкәрләүек. Әтәстец тәкәүере.
ТӘКӘ ҺАҠАЛЫ (Р: вайда; И.: glastum; T.: çivit otu) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ингән ҡыҫҡа ғына шау япраҡлы, һары суҡ сәскәле үҫемлек. □ Вайда (лат. Isatis tinctorid). Тәкә һаҡалы сәскәһенец төҙөлөшө.
ТӘҠБИР [ғәр. и. диал. ҡар. тәкбир.
■ Тәҡбир тауыштары аралаш үкһеп-үкһеп илаусыларҙың йомшаҡ тауыштары, мөхәббәт менән күрешеү ауаздары ишетелә ине. М. Ғафури.
ТӘҠБИР ӘЙТЕҮ (тәҡбир әйт-) (Р: прославлять Аллаха; И.: glorify Allah; T.: tekbir demek) ҡ. диал.
Аллаһты данлау. □ Прославлять Аллаха. // Величание, возвеличивание (Аллаха).
■ Ауылға сир килһә, тәҡбир әйтеү бар ине.
«Башҡорт мифологияһы»нан. Ҡолаҡтарын тотоп тәҡбир әйтеүсе Әләнйейәнғол аҡһаҡал ине. Б. Рафиҡов. Ҡарттар Сафа мулла менән мәзингә эйәреп тәҡбир әйттеләр. Ж. Кейекбаев.
ТӘҠБӘҘӘЛӘҮ (тәҡбәҙәлә-) (Р: делать кропотливо; И.: do thoroughly; T.: özenle yapmak) ҡ. диал.
Бөтмөрләү, тәпсирләү. □ Делать кропотливо. Тдҡбәҙдләп эшләү. ■ Ул [Рая] бик яйлап, кисә клуб иҙәнен таҙартҡан шикелле, [машинаһын] тәҡбәҙәләп йыуҙы. Р. Солтангәрәев.
ТӘҠДИД [ғәр. Apia] (Р: мера; И.: measure; T: ölçü) и. иҫк. ҡар. үлсәм.
Нимәнең дә булһа һаны, күләме, дәүмәле. □ Мера, количество. ■ Һис тә тәҡдидһеҙ һәм сикһеҙ хөрриәтте мин һөйәм. М. Ғафури.
ТӘҠДИМ [ғәр. (Р: предложение; И.: offer; T: takdim) и.
1. Ҡарау, хәл итеү өсөн кемдеңдер ҡарамағына ҡуйылған мәсьәлә, фекер, эш һ.б. □ Предложение. ■ Һеҙгә ҡайтырға алыҫ булһа, беҙҙә ҡунығыҙ, — тине [Мәрйәм]. Мин был тәҡдимгә күнмәнем, һылтау таптым. Д. Юлтый. Беренсе бригаданың тәҡдиме барыһынан да элек Фатих Галин-дың йөрәгендә тынысһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Б. Ишемғол. Гөлшат, кемдец киләсәктә нимә эшләйәсәген уртаға сығып һөйләргә, тигән тәҡдим индерҙе. Р. Кинйәбаев.
2. Ир кешенең ҡатын-ҡыҙҙы үҙенә тормошҡа сығырға өндәүе. □ Предложение (выйти замуж). Тәҡдимде кире ҡағыу.
ТӘҠДИМ ИТЕҮ (тәҡдим ит-) (Р: предлагать; И.: offer; T.: takdim etmek) ҡ.
1. Нимәнелер бирергә, нимәлер эшләргә теләк белдереп, кемдецдер ҡарамағына ҡуйыу. □ Предлагать. Урын тәҡдим итеү. Ярҙам тәҡдим итеү. ■ [Егет] ике ҡыҙға башын эйеп, тәҡдим итте алған букетын. Ғ. Хәйри. Урман хужалары Әхмәдигә бүрәнә ҡырҡтырыу, яҙ булғас, һал һаллатыу эшен тәҡдим иттеләр. Ж. Кейекбаев. Раянов көлөмһөрәп ҡуйҙы һәм, Ғәлигә ултырырға тәҡдим итеп, үҙе түрге өҫтәлдәге газетаға һуҙылды. Ғ. Лоҡманов.
742