Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 743


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҠДИР ИТЕҮ
2. Ниндәйҙер мәсьәлә, фекер, эште һ.б. кемдеңдер ҡарамағына ҡуйыу. □ Предлагать. ■ Сәйҙел тәҡдим итте бер ресторанға керергә. Ғ. Сәләм. Сәстәре салланған берәү тороп бөтәһен дә тынысландырғас, тост тәҡдим итте. Т. Килмөхәмәтов.
ТӘҠДИМ ЯҺАУ (тәҡдим яһа-) (Р.: сделать предложение; И.: make an offer; T.: evlenme teklif etmek) ҡ.
1. Үҙеңә тормошҡа сығырға өндәү. □ Сделать предложение (выйти замуж), а Егет Заремаға тәҡдим яһарға ҡарар итте. Ф. Иҫәнғолов. [Фәйрүзә:] Яҡшы ниәт, асыҡ йөрәк тәҡдим яһауыңа рәхмәт, Морат. Ҡ. Даян. «Хәҙер кәләш алһам да булалыр», — тигән фекергә килде Туғаҙаҡ берҙән-бер көн. Шул ниәт менән ауылдың иң сибәр бер ҡыҙына тәҡдим яһаны. Т. Килмөхәмәтов.
2. ҡар. тәҡдим итеү. ■ Бергә эшләргә тәҡдим яһау теләге менән йүгерә-атлай Ҡолсобайҙы эҙләп китте. Я. Хамматов.
ТӘҠДИР [ғәр. (Р.: судьба; И,: fate; T.: takdir) и.
1. Халыҡ ышаныуынса, илаһи көс тарафынан алдан билдәләнгән яҙмыш, күрәсәк.
□ Судьба, удел, рок, предопределение. Тәҡдиргә буйһоноу. ■ [Нина:] Ҡауышыу ярамағандыр ҙа. .. Нишләйем һуң, тәҡдирем һин булғас. Д. Исламов. Хәйбрахман байҙан сыҡҡан рух .. Мырҙаш өсөн, гүйә, тәҡдир тарафынан яҙылған законлы хәрәкәт кеүек булды. Д. Юлтый.
2. Алдан билдәләнгән үлем сәғәте; әжәл.
□ Смертный час (предопределённый роком). ■ Һөйләгән дә ғәләм, ай, һөйләһен, тәҡдир етмәй, әҙәм үләме? Халыҡ йырынан. Мәстүрә, ытырғаныу ҡатыш йәлләү тойғоһона бирелеп, донъяның фанилығы, тәҡдирҙең аяуһыҙлығы тураһында уйлай. Ә. Хәкимов. [Аҡмулла:] Ауырып-нитеп кителһә, Аллаһы Тәғәләнән тәҡдир көтөп ятҡан сағымда ауыҙыма бер ҡалаҡ һыу ҡойорҙай таяу бәндәм дә ҡалманы бит минең! Я. Хамматов.
ТӘҠДИРГӘ ЯҘЫЛЫУ (тәҡдиргә яҙыл-) (Р: быть предопределённым судьбой; И.: be fated to; T.: alnına yazılmış olmak) ҡ.
Яҙмыштың Алла тарафынан алдан бил-дәләнеүе. □ Быть предопределённым судьбой. М Тәҡдиреңә яҙылғанды күрмәйенсә сара юҡ. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТӘҠДИРҘӘ (Р: при условии; И.: provided; T.: takdirde) бәйл.
1. Сифат ҡылымдың -ған формаһынан һуң килеп, эш-хәлдең булыу-булмауына бәйле шартты белдерә. □ При условии, при возможности. Онотҡан тәҡдирҙә. Ҡиткән тәҡдирҙә. ■ Үҙең белгән-кисергәнде яҙған тәҡдирҙә генә әҫәр яҡшы сыға. К. Әхмәтйәнов. Министрға хат яҙ .., ебәрмәгеҙ тиген ят ергә. Таш киҫергә риза улым, тиген, ҡалабыҙҙа ҡалған тәҡдирҙә. Т. Арслан. Ошондай уйҙар менән айҡашты Ҡараһаҡал, Хәсәнбәк менән осрашырғамы, юҡмы, осрашҡан тәҡдирҙә үҙен нисек тоторға тейешлеге хаҡында һорауға яуап эҙләгән арала. Б. Рафиҡов.
2. лә көсәйтеү киҫәксәһе менән килеп, төп фекергә кире мәғәнәләге эш-хәлде белдерә. □ С усилительной частицей лә обозначает действие, противоположное основному слову. Белгән тәҡдирҙә лә. ■ Ҡайһы бер йәштәр .. үткән менән бер ҙә ҡыҙыҡһынмайҙар. Ҡыҙыҡҡан тәҡдирҙә лә, уны тарих итеп түгел, әкиәт итеп тыңлайҙар. С. Агиш. Эш йыйылышҡа барып еткән тәҡдирҙә лә, Монасыпов халыҡты үҙ яғына ауҙара аласағына ышана. Б. Рафиҡов. Мин барыбер китмәм. Ҡиткән тәҡдирҙә лә, мин бит һине бер яңғыҙың итмәм. М. Кәримов.
ТӘҠДИР ИТЕҮ (тәҡдир ит-) (Р: оценивать; И.: evaluate; T.: takdir etmek) ҡ.
1. Эшләгән эште таныу, баһалау. □ Оценивать. Яҡшылыҡты тәҡдир итеү. ■ [Сафа] хәлфәнең миңә булған яҡшылығын мин әле лә тәҡдир итәм, онота алмайым. М. Ғафури.
2. һөйл. Насип итеү, насип булыу. □ Предназначаться судьбой. Күрешергә тәҡдир итһен. М Сәмиғулланың умарталары кескәй өйө баҙына ғына һыймай, үҙе яңы күстәр яба алмай, умарталығын ишәйтмәй ыҙалана ине, Хоҙай үҙе тәҡдир иткән изгелек булды, ахырыһы. Ғ. Хөсәйенов.
743