ТӘҠДИРЛӘҮ
ТӘҠДИРЛӘҮ (тәҡдирлә-) (Р.: оценивать;
И.: predetermine; T.: takdir etmek) ҡ.
1. Тәҡдир итеү, баһалау. □ Оценивать. Яҙмышты тәҡдирләү. Я Эй, ғүмер!.. Киттең әрәм, тәҡдирләп һанай алманым. М. Сабит.
2. Ҡушыу, рөхсәт итеү. □ Разрешать. Инәйем тәҡдирләмәй барырға.
ТӘҠЗӘРӘГӘ (Р.: напрасно; И.: in vain; T.: boşuna) р. диал. ҡар. бушҡа 1, 2.
Юҡҡа. □ Напрасно. Тәҡзәрәгә йөрөү. Тәҡзәрәгә борсолоу. Тәҡзәрәгә илау. Тәҡзәрәгә әрләшеү.
ТӘҠИ (Р: религиозный; И.: religious; Т.: dini) с. иҫк.
Ныҡ динле, Алланан ҡурҡыусан. □ Религиозный. Тәҡи булыу. Тәҡи кеше.
ТӘҠЛИД [ғәр. (Р: подражание; И.: imitation; T.: taklit) и. иҫк. кит.
Кемгә йәки нимәгәлер берәүҙең эйәреүе, эйәреп эш итеүе. □ Подражание. Я Тыумаһын, һүнһен ижад, һин мең йәшә, тәҡлид, йәшә. Донъяла һәр нәмә тәҡлидтән ғибәрәт-тер, тинем. Ш. Бабич.
ТӘҠЛИД ИТЕҮ (тәҡлид ит-) (Р: подражать; И.: imitate; T.: taklit etmek) ҡ. иҫк. кит.
Эйәреп, оҡшатып эшләү; эйәреү. □ Подражать. Я Ул [Вәли] байҙарҙың был эштә-ренә тәҡлид итеү менән генә ҡәнәғәт итмәй, башҡа эштәренә, йөрөш-тороштарына ла тәҡлид итеп, бөтә эштәрҙә улар кеүек булыуҙы ҙур эштәрҙән һанай башланы. М. Ғафури.
ТӘҠЛИД ҠЫЛЫУ (тәҡлид ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәҡлид итеү. Я Бисара шәкерттәр әллә кемдәргә тәҡлид ҡылып ҡына .. забастовка яһағандар, имеш. М. Ғафури.
ТӘҠЛИДӘН [ғәр. IÂJİİ3] (Р: подобно; И.: like; T.: takliden) р. иҫк. кит.
Оҡшатып, эйәреп. □ Подобно, подражая. Ҡобайырға тәҡлидән яҙыу. Иҫкеләргә тәҡлидән яҙыу.
ТӘҠРАР [ғәр. р. ҡар. тәкрар. Я Секретарь Хәйрулла әфәнде Әхмәтов көлә төшөп яҙа, исем-фамилиялар бик күп, һәм бер исем-фамилия бер юлы әллә нисә кеше ауыҙынан әйтелгәнлектән, тәкрар һорап,
халыҡтың артыҡ тауышланмауҙарын үтенә ине. М. Ғафури.
ТӘҠРАРЛАУ (тәҡрарла-) (Р: быть внимательным; И.: be attentive; T: dikkatli olmak) ҡ. диал.
Иғтибарлау. □ Быть внимательным. Борон кем тәҡрарлап ҡараған үләнде. Аяҡ аҫ-тыңды тәҡрарлап бар. һәр ерҙә лә тәҡрарлап йөрөү.
ТӘҠРИЗ [ғәр. Ди52] (Р: рецензия; И.: review; T.: takriz) и. иҫк. кит.
Яҙма хеҙмәткә бирелгән баһа; рецензия. □ Рецензия, отзыв. Тәҡризгә биреү. Тәҡриз яҙыу. Я Әҫәрҙәр һатылып бөтә, шуларҙың ҡайһы береһенә тәнҡит түгел, газета биттәрендә тәҡриз дә яҙылмай. Д. Юлтый. Газеталарҙа һис береһе мәскүр беренсе әҫәрем хаҡында һүҙ ҡуҙғатып, тәнҡит йәки тәҡриз ҡылып, бер һүҙ булһын яҙмағандар ине. М. Ғафури.
ТӘҠРИР [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. аңлатма. Тәҡрир яҙыу. Я Суҡ заман тәҡрир һөйләп, аңлашылмаҫ гизле эш. С. Яҡшығолов.
ТӘҠРИР ИТЕҮ (тәҡрир ит-) (Р: пояснять; И.: explain; T.: takrir etmek) ҡ. иҫк. кит. ҡар. аңлатыу 1,2.
Һөйләп биреү. □ Пояснять, объяснять. Я Был ер һатҡан халыҡты өскә бүлдем ки, һәр берен аңлатып, тәҡрир иттем. Бәйеттән.
ТӘҠРИР ҠЫЛЫУ (тәҡрир ҡыл ) ҡ. ҡар. тәҡрир итеү. Эшләгән ҡылығыңды тәҡрир ҡыл.
ТӘҠСИМ [ғәр. (Р: деление; И.: division; T.: taksim) и. иҫк. кит. ҡар. бүленеш.
Киҫәктәргә бүлеү. □ Деление, разделение, распределение. Тигеҙ тәҡсим. Ғәҙел тәҡсим. Тәҡсиме дөрөҫ түгел.
ТӘҠСИМ ИТЕҮ (тәҡсим ит-) (Р: делить; И.: divide; T.: taksim etmek) ҡ. иҫк. кит. ҡар. бүлеү 1, 2.
Бүлгеләү. □ Делить, распределять. Я Ерҙәребеҙҙе, һыуҙарыбыҙҙы дүрт ырыу тәҡсим итеп ала. «Башҡорт шәжәрәләренән.
ТӘҠСИМ ҠЫЛЫУ (тәҡсим ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәҡсим итеү. Я Малыбыҙҙы
744