Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 745


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҠӘТКӘ ТЕЙЕҮ
тәҡсим ҡылып бирмәһәк тә, бирәйек артҡандарын уҙебеҙҙән. М. Ғафури.
ТӘҠСИР [ғәр. (Р.: таксир (почтительное обращение к кому-л.); И.: word of addressing smb with respect; T: saygı ile hitap etme) и. иҫк.
1. Дәрәжәһе ҙур кешеләргә ололап өндәшеү һүҙе. □ Таксир (почтительное обращение к кому-л.). М [Мулла:] Ғималетдин, уҙең колхоз булғас, миңә ҡалдыр инде ҡашҡаны. Хаҡын, тәҡсир, инде ҡыҙғанмабыҙ. X. Ҡунаҡбай. [Хәҙрәт:] Шәрәфетдин! — тип ҡысҡырыу менән, бер аҡ һаҡаллы кеше: «Бында, тәҡсир!» — тип аяҡ өҫтөнә ҡалҡты. М. Ғафури. Ҡаршы алыусылар һәр кешене: «Һеҙҙең урын ана тегендә, тәҡсир!» — тип курһәтеп-йунәлтеп торалар. Б. Рафиҡов. [Арыҫлан — Килмәккә:] Юҡ, тәҡсир, Кусем мәрхум булһа ла, Алдар батыр иҫән. Ғ. Ибраһимов.
2. Эштәге етешһеҙлек. □ Недостаток. Тәҡсире куп. Тәҡсирле эш.
ТӘҠҮӘ [ғәр. (_$>>] (Р: верующий, религиозный; И.: religious; T: takva) с.
1. Дин йолаларын боҙмай үтәүсән, дингә ныҡ бирелгән; динсел. □ Верующий, религиозный. Тәҡуә кеше. Тәҡуә булыу. ■ Хисбулла йәп-йәш көйө, оҙон елән кейеп, мәсеткә йөрөнө. Шундай тәҡуә егет килеп сығыуына [ололар] ҡыуанып та, һоҡланып та бөтә алманы. 3. Биишева. Ул [Вәли] инде йома, ғәйеттәргә барғанда тун аҫтынан сапан да кейеп, тамам бер тәҡуә кеше кеуек булып китте. М. Ғафури.
2. Хәтерле, аңлы, аҡыллы. □ Мудрый. Н Мөжәуер ҡоҙаларҙа туҡтағыҙ, унда тәҡуә бабайҙар куп. Экспедиция материалдарынан. [Сафа мулла — Әхмәдигә:] һин өйҙә юҡ саҡта, ғәзиз атағыҙ, бахыр, мәрхум булып ҡуйҙы. Бик изге, бик тәҡуә кеше ине. Ж. Кейекбаев.
ТӘҠҮӘЛЕК (тәҡүәлеге) (Р: религиозность; И.: piety; T: takvalılık) и. дини.
Тәҡүә булыу сифаты. □ Религиозность. Тәҡуәлеге менән танылған кеше. ■ Дөрөҫ, улар [дәруиштәр], кәрәк саҡта тәҡуәлектә-рен онотоп, тереклек хаҡына урлашыуҙан да баш тартмай икән. Ә. Хәкимов.
ТӘҠӘ р. диал. ҡар. бөтөнләй. Тәкә эш рәтен белмәй. Тәкә аңламай.
ТӘҠӘБЕЛ [ғәр. ЗД5] (Р: одинаковый, равный; И.: selfsame; T: aynı) с. иҫк. ҡар. тиң I.
Бәрәбәр. □ Одинаковый, равный. Ауырлығы тәҡәбел тоҡтар.
ТӘҠӘТ [ғәр. азИэ] (Р: терпение; И.: patience; T: takat) и.
1. Нимәгәлер сыҙап торорлоҡ көс, түҙерлек хәл. □ Терпение, выдержка, самообладание. Тәҡәт етмәу. Тәҡәтте алыу. ■ [Турә-байҙың] ярылып, теленеп бөткән башы, тәне тәҡәт таптырмай һыҙлайҙар. Т. Хәйбуллин. Бер нисә аҙна утеугә, гипс аҫты тәҡәт бирмәй ҡысыта башлағас, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡысыныуҙан у лер сиккә еткән Ғилмишә-риф ҡултыҡ таяғының осо менән гипсты төйгөләргә кереште. Р. Өмөтбаев. Был юлы инде тимер һымаҡ сыҙамлы һәм туҙемле Фәтиховтың да тәҡәте бөттө. И. Абдуллин.
2. Йән, тән тыныслығы. □ Покой. Тәҡәт бирмәу. ■ Куҙгенәйем йоҡо алмайҙыр, йөрәккәйем тәҡәт тапмайҙыр. Халыҡ йырынан. Емеш баҡсаларына кумелеп ултырған ап-аҡ хаталар, куңел тыныслығына, ялға өндәп, тәҡәт бирмәй әурәтеп, уҙҙәренә тартып торалар. Д. Юлтый. Йөрәк һәм яра һыҙлауын баҫыр өсөн, ай артынан баҫтырып йөрөгән болғансыҡ һоро болоттарҙай, тәҡәт бирмәгән уйҙарҙан ҡотолоу өсөн уға бер мауығыу, онотолоу, кеше менән һөйләшеу кәрәк ине. X. Ғиләжев.
3. диал. Эште башҡарыу юлы; ысул. □ Способ. М Ике яҡ торбаның башын да крандар менән кутәртеп торҙолар — аҫта кешегә эшләргә һис тә тәҡәт юҡ. Н. Ҡотдосов.
ТӘҠӘТ ИТЕҮ (тәҡәт ит-) (Р: терпеть;
И.: endure; T: takat getirmek) ҡ.
Сыҙау, түҙеү. □ Терпеть, иметь терпение.
■ Нисек тәҡәт иттең икән яраланған саҡтарҙа. Бәйеттән.
ТӘҠӘТКӘ ТЕЙЕҮ (тәҡәткә тей-) (Р: докучать; И.: annoy; T: usandırmak) ҡ.
Нимә менәндер бимазалап теңкәгә тейеү, йөҙәтеп бөтөрөү. □ Докучать, надоедать.
■ Шулай, лапылыҡ тәҡәткә тейә: йырындар куп. С. Шәрипов. [Мортой — Нурыйға:]
745