Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 746


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҠӘТ ҠОРОУ
Йә, Саҡай, эште нимәнән башлайбыҙ, юҡһа көн дә килеп тәҡәткә тейәләр бит. А. Таһиров.
ТӘҠӘТ ҠОРОУ (тәҡәт ҡоро-) (Р.: надоесть до крайней степени; И.: bore to death; T: usanmak) ҡ.
1. Түҙемлек бөтөп хәлдән тайыу, йөҙәп бөтөү. □ Надоесть до крайней степени. Я Ана килә, бына килә тип, хат көтә торғас, Мәликә әбейҙең тәҡәте ҡороно, ләкин күңеле төңөлмәне. Я. Хамматов. Колхозсыларҙың сапҡанда — сабып, урғанда урып бөтә алмай, көлтәләрен ташып бөтә алмай тәҡәттәре ҡороно. Ғ. Ғүмәр. Бындай ҡыҫыуҙан, йәбер-золомдан тәҡәттәре ҡороған башҡорттар губернаторға ялыу яҙып та барғыланылар. Ғ. Ибраһимов.
2. Дәрт итеп түҙемһеҙләнеү. □ Проявлять нетерпение. Һунарға сығам тип, тәҡәте ҡорой. ■ Яйын килтереп, Хикмәт менән осрашырға форсат сығара алмай тәҡәте ҡороно һалдаттың. X. Ғиләжев.
ТӘҠӘТТЕ АЛЫУ (тәҡәтте ал-) ҡ. ҡар. тәҡәткә тейеү. ■ «Әйткәндәй, — Әйүптең тауышына уңайһыҙланыу билгеһе сыҡты, — бынау бурандар тәҡәтте алды». Т. Ғарипова. [Ҡасаҡтарҙың] аҙыҡ-түлектәре бөттө, асығыуы, аслығы тамам тәҡәтте ала. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘҠӘТТЕ ҠОРОТОУ (тәҡәтте ҡорот-) ҡ. ҡар. тәҡәткә тейеү. ■ Хәҙергә иһә, ишет-кән-күргәне ни тиклем һарыуын ҡайнатмаһын, ихтыярын усҡа туплап, тәҡәтен ҡоротҡан анау серле йомаҡты сисергә тейеш ине Камил. Ә. Хәкимов. Хәҙер инде бығаса харабалар аша уҙғанда күңелдәрҙе өшөтөп килгән билдәһеҙ һалҡын упҡын да, тәҡәтте ҡоротҡан борсоулы уйҙар ҙа юҡ һымаҡ. X. Ғиләжев. Бына йыртҡыс хайуандарҙың үрсеп китеүен генә алайыҡ, һуңғы ваҡытта бүре, һеләүһен, айыу шул тиклем үрсене, халыҡтың тәҡәтен генә ҡороталар бит. Н. Мусин.
ТӘҠӘТ ТОТОУ (тәҡәт тот-) ҡ. ҡар. тәҡәт итеү. Я [Сәйҙеямал:] Әллә ауыр күтәреп, әсем төшөп ҡуйҙы инде?.. Тәҡәт тотор хәл юҡ. Я. Хамматов. Этҡол үҙҙәренең ыҙа һәм яфаларын, Брагин түрәнең тәҡәт тотҡоһоҙ
эштәр ҡылғанын һөйләне. Ғ. Ибраһимов. Төн уртаһында ауырыу эсенән тәҡәт тота алмай, бөгәрләнеп ятып һыҙлана, яфалана башлағас, «тәүге диагноз дөрөҫ булғандыр» тигән фекергә килеп, Аҡсәсәк операция яһарға тәүәккәлләне. Ш. Янбаев.
ТӘҠӘТҺЕҘ I (Р.: невыносимый; И.: unbearable; hard; T.: takatsiz) с.
1. Түҙә алмаҫлыҡ, сыҙамаҫлыҡ. □ Невыносимый. Тәҡәтһеҙ һыуыҡ. Я Көҙгө ҡараңғы төн. Тәҡәтһеҙ елдәр һыҙғыра. А. Игебаев. Шул көндәрҙә Саматовтың да зиһенен тәҡәтһеҙ борсоу өйкәне. Ә. Хәкимов.
2. диал. Түҙемлеген юғалтҡан, сабырһыҙ. □ Нетерпеливый. ■ Таң атҡансы күңел асһалар ҙа туймаясаҡ йәштәрҙең кәйефен ҡырып, кемдеңдер тәҡәтһеҙ әтәсе боғаҙын йыртып: «Ки-кри-күккк!» — тип һөрән һала. И. Абдуллин.
3. диал. Хәлһеҙ. □ Слабый. Тәҡәтһеҙ бала. Тәҡәтһеҙ ауырыу кеше. ■ Маһинур ҡарсыҡ эсе ауыртыуҙан тәҡәтһеҙ булып, тамам хәлдән тайғайны. Ф. Чанышева.
ТӘҠӘТҺЕҘ II (Р: очень, сильно; И.: very much, heavily; T: pek) p.
Бик ныҡ, сикһеҙ. □ Очень, сильно, слишком. Тәҡәтһеҙ ауыр. Я Сәсеү бөткәнен генә көткән кеүек, ҡапыл ҡороға китте, тәҡәтһеҙ ҡыҙҙыра башланы. Ф. Иҫәнғолов. [Бикбулаттың] тын урыны ҡалмаған арҡаһының сей яралары тәҡәтһеҙ әсеттерә, салҡан ятырлыҡ түгел. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘҠӘТҺЕҘ БУЛЫУ (тәҡәтһеҙ бул-) (Р: быть в изнеможении; И.: be exhausted; T: takatsizlenmek) ҡ.
Түҙемлекте юғалтыу, сабырһыҙлыҡтан хәлһеҙ булыу. □ Быть в изнеможении, терять терпение. Бала тәҡәтһеҙ булып илай. Я Өҙөлөп, тәҡәтһеҙ булып, бер ҡыҙға ғишыҡ тотоп йөрөй ине Хәйрүш. Ғ. Лоҡманов.
ТӘҠӘТҺЕҘ ИТЕҮ (тәҡәтһеҙ ит ) (Р: ослаблять; И.: debilitate; T: zayıflatmak, güçten düşürmek) ҡ.
Хәлһеҙләндереү. □ Ослаблять, истощать. Я Аяҡ-ҡул тәҡәтһеҙ итә. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘҠӘТҺЕҘЛӘНЕҮ (тәҡәтһеҙлән-) (Р: терять терпение; И.: lose patience; T: takatsizlenmek) ҡ.
746