Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 747


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘЛГӘШЛӘНЕҮ
Сабырлыҡ бөтөп борсола башлау, хафаланыу. □ Терять терпение, выдержку. ■ «Тағы һуғыш. Тағы атайың сапты яуға», — ти әсәйем тәҡәтһеҙләнеп. К. Кинйәбулатова. һыйыр һауыусы йәш, һылыу Нәсимә, әле бер, әле икенсе аяғына баҫып, тәҡәтһеҙләнеп торған биш-алты йәшлек малайға табан боролоп, уның туҫтағына урелә. И. Абдуллин.
ТӘЛБАҠА и. диал. ҡар. тәлмәрйен 1. Тәлбаҡа баҡылдай. Был кулдә тәлбаҡалар куп. Кис етһә, тәлбаҡалар соролдай.
ТӘЛ БУЛЫУ (тәл бул-) ҡ. диал. ҡар. тап булыу. Буре тәл булғанын ғына ашай. Айыуға тәл булыу.
ТӘЛБӘРЙЕН и. диал. ҡар. тәлге I. Тәл-бәрйен ашау. Тәлбәрйен бешереу. Туҡлыҡлы тәлбәрйен.
ТӘЛГЕ I (Р.: каша из саранки; И.: sort of national gruel; T: lapa) и. һөйл.
Һарына бутҡаһы. □ Каша из саранки. Тәлге ашау. Тәлге бешереу. Элек тәлге ашап көн кургәндәр.
ТӘЛГЕ II и. диал. ҡар. тәлгәш I, 1, 2. Миләш тәлгеһе. Муйыл тәлгеһе.
ТӘЛГӘШ I (Р: кисть; И.: cluster, bunch; T: salkım) и.
1. Бер һуҡталағы емеш суғы. □ Кисть, гроздь. Балан тәлгәше. Миләш тәлгәше. Йөҙөм тәлгәше. Бөрлөгән тәлгәше. ■ Баҫыу-ҙарҙағы һарғылт ҡамыл ҡояшта емелдәй, миләш тәлгәштәре уттай янып тора, тауҙарҙан йылы тын бөркөлә — йәй уҙенең кур-кәмлеген юғалтмағайны әле. А. Абдуллин. Шишмә аръяғында балан тәлгәштәре баҙлай. Т. Килмөхәмәтов. Шәмсиә инәй, аҙбарҙан сығып, баҡсаһындағы ялҡын һымаҡ балҡып ултырған миләштән бер тәлгәш өҙөп алды ла өйөнә атланы. Ф. Чанышева.
2. Бер һабаҡтағы суҡ япраҡ йәки сәскә. □ Кисть, соцветие. Сәскә тәлгәше. ■ Тәлгәшен эйеп, талдай бөгөлөп, зифа ҡайын ҡосорға теләй [шыршы] дуҫҡайын. Я. Ҡолмой. Муйыл сәскә атҡан саҡ, уның ап-аҡ ҡалын тәлгәштәре таң эңере аша ла куренеп тора, сирень еҫе аңҡый. Р. Байымов. Кожемякин ҡарт салҡан ятҡан килеш әле ҡайын тәлгәштәре араһынан куренгән аҡһыл зәңгәр
куккә, .. эргәһендәге аҡ сәскәләргә ҡарап торҙо. Д. Исламов.
3. миф. һаҡлау көсөнә эйә булған предмет; муллыҡ символы. □ Кисть, гроздь (символизирует множество, изобилие, плодовитость). ■ Малға миләш тәлгәше элеу йолаһы бар. «Башҡорт мифологияһы»нан. Быҙаулаған һыйырға, йәш быҙауға тәлгәш тағалар. «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
ТӘЛГӘШ II (Р: плакучий (о дереве); И.: weeping; T: salkım salkım) с.
1. Суҡланып торған емешле йәки япраҡлы; суҡ. □ Плакучий (о дереве). Тәлгәш ҡайын. Тәлгәш муйыл. ■ Ә тегенеһе [часовой] иһә, Азат шулай уйға сумған арала, уҙенә уңайлыраҡ урын ҡараштырып, бер тәлгәш ҡайын төбөнә сукәйеп ултырҙы. Ә. Бикчәнтәев. Урамдарға, тротуар буйҙарына һәм аллеяларға теҙеп ултыртылған тәлгәш ҡайындар ҡаланы биҙәп, оҙон сәс толомдарын тарап ултырған сихри һылыу ҡыҙҙарҙы хәтерләтә. В. Исхаҡов. Мәктәп артындағы тубәлә тәлгәш ҡайын, яңғыҙлыҡтан талсыҡҡан төҫлө, моңайып ҡына ҡояшты оҙата. X. Ғиләжев.
2. миф. Мифлаштырылған суҡлы ағастар. □ Мифологизированные плакучие деревья. ■ Тәлгәш ҡайынға кейәугә киткән ҡыҙҙар таҫма, мулинәнән суҡ бәйләй ине әуәле. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӘЛГӘШЕҮ (тәлгәш-) (Р.: поправиться (после болезни); И.: get well; T.: iyileşmek) ҡ. диал. ҡар. хәлләнеү.
Көс-хәл инеү. □ Поправиться (после болезни). Тәлгәшеп тә өлгөрмәгән, эшкә ҡушҡандар. Бала тәлгәшмәгән әле. Тәлгәшеп алыу.
ТӘЛГӘШЛЕ (Р: с гроздьями; И.: having bunches; T.: salkımlı) с.
Тәлгәше күп булған, емеше йәки сәскәһе суҡланып торған. □ С гроздьями. Тәлгәшле еләк. Тәлгәшле муйыл. ■ [Муйыл ағастары] яҙ һайын ап-аҡ сәскә аталар ҙа көҙгә табан, урмә сәс кеуек, ҡап-ҡара бер ҡарыш тәлгәшле төймә кеуек муйыл бирәләр. Н. Ҡәрип.
ТӘЛГӘШЛӘНЕҮ (тәлгәшлән-) (Р.: образовывать кисти и гроздья; И.: form bunches; T: salkımlanmak) ҡ.
747