Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 748


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тәлгәшләп
1. Тәлгәшлегә әйләнеү, тәлгәшле булыу.
□ Образовывать кисти и гроздья. ■ Тамырҙары нығынып, ботаҡтары тәлгәшләнеп киткән ағастарҙы кургәс, Рәшиҙә шатланып, яңы пландар ҡороп ҡайтты баҫыуҙан. Ғ. Аллаяров. Балан, миләш ағастарының ап-аҡ сәскәләре куптән ук инде ҡойолоп, улар урынына, ҡыйбатлы мәрйендәр кеуек, ҡып-ҡыҙыл емештәр тәлгәшләнгәндәр. Н. Ҡәрип. Тәлгәшләнеп эйелгән талдар, .. уҙән буйлап дымлы ел таратҡан андыҙ, атҡолаҡ еҫе башҡа шарттарҙа Нәфисәнең куңелен кутәрер ине, бәлки. А. Мағазов.
2. кусм. Тармаҡланыу, киңәйеү. □ Разветвляться, расширяться. // Разветвление, расширение. Туризм секторының тәлгәш-ләнеуе.
ТӘЛГӘШЛӘП (Р: гроздьями; И.: by bunches; T: salkım salkım) p.
Тәлгәштәр менән. □ Гроздьями. Емеште тәлгәшләп йыйыу. И [Мәрхәбә апайҙың ире] йәй көнө тимер юлдың уҙенә билдәләнгән участкаһын куҙәтергә китә лә юл буйындағы сауҡалыҡтар араһынан тәлгәшләп еләк һәм сәскәләр йыйып алып ҡайта. М. Садиҡова.
ТӘЛГӘШ-ТӘЛГӘШ (Р: с пушистыми гроздьями; И.: rich in bunches; T: salkım salkım) с.
Тәлгәше күп булған, емеше йәки сәскәһе суҡланып торған. □ С многочисленными пушистыми гроздьями. Ж Бетон тушәлгән ошо юлдан йөрөуселәрҙең кубеһе елдә елберләгән ҡайын толомдарын, ҡарағайҙарҙың ғорур һынын, тәлгәш-тәлгәш миләш сәскәләрен курмәйенсә утә кеуек, иген баҫыуҙарына ғына хас тәмле еҫте лә тоймайҙар, ахырыһы. А. Мағазов. Куҙ яуын алып ултырған тәлгәш-тәлгәш муйыл сәскәләре, яңы ғына ярҙы ҡаплап килгән йәш улән Ишмиярҙың куңелен биләне. И. Насыри.
ТӘЛДЕРМӘС I (Р.: лёгкая стрела без оперения; И.: light arrow; T: bir tür ok) u.
Ҡауырһын ҡуйылмаған, еңел, нәҙек уҡ.
□ Лёгкая стрела без оперения. Тәлдермәс менән атыу. Тәлдермәс яһау. Тәлдермәс башағы.
ТӘЛДЕРМӘС II (Р: легкомысленный; И.: dizzy; T: hafifmeşrep) с. һөйл.
Еңел холоҡло. □ Легкомысленный. • Тәлдермәс ҡатын сығарыр иренең яманатын. Мәҡәл.
ТӘЛИҒӘ [ғәр. сАН (Р: счастье; И.: happiness; T: talih) и. диал. ҡар. бәхет.
Яҡшы киләсәк, өлөш. □ Счастье. Баланың тәлиғәһе булһын ул.
ТӘЛЙӘ и. диал. ҡар. тәлге I. Тәлйә бешереу. Тәлйә ашау. Тәлйә туҡыу.
ТӘЛҠИН [ғәр. (Р: наставление; И.: admonition; instructions; T: talkın) и. иҫк. ҡар. өгөт-нәсихәт.
Өгөтләү, нәсихәт уҡыу. □ Наставление, инструктирование. ■ Ҡайҙалыр, ҡала ситендәге бер ҡышлаҡта берәу думбыра сиртә, тәлҡин әйтә. К. Таһиров.
ТӘЛҠИН ИТЕҮ (тәлҡин ит ) (Р: наставлять; И.: admonish; T: nasihat etmek) ҡ.
Өгөтләү, өйрәтеү. □ Наставлять. Тәлҡин итеп йөрөу.
ТӘЛҠИН ҠЫЛЫУ (тәлҡин ҡыл ) ҡ. ҡар. тәлҡин итеү. ■ «Шулай йөрөһәң генә һин мөьмин», — тип, миңә иман тәлҡин ҡылдылар. М. Ғафури.
ТӘЛЛЕК (Р: как раз; И.: just; T: tam) р. диал. ҡар. нәҡ.
Таман. □ Как раз, точь-в-точь. Кулдәк һиңә тәллек кенә. Салбары тәллек кенә.
ТӘЛЛӘҮ (тәллә-) (Р: уставиться; И.: stare (at); T: gözünü dikmek) ҡ. диал. ҡар. текләү.
Күҙ ҡарашын туп-тура йүнәлтеү. □ Уставиться. Куҙенә тәлләп тора ул. Ниңә тәлләп ҡарайһың?
ТӘЛМИН [рус. таймень] (Р: таймень; И.: huchen; T: tuna som balığı) и. диал.
һөмбаш һымаҡтар төркөмөнә ҡараған ҡараһыу тәңкәле, ҡыҙғылт ҡанатлы йыртҡыс балыҡ; ҡыҙылбалыҡ. □ Таймень (лат. Нисһо taimen). Тәлмин тотоу. Тәлмин ҡурыу.
ТӘЛМӘРЙЕН (Р: лягушка; И.: frog; Т: kurbağa) и. зоол.
1. Артҡы оҙон аяҡтары ерҙә һикереп йөрөүгә яраҡлашҡан, ҡойроҡһоҙ ер-һыу йәнлеге. □ Лягушка. / Лягушачий, лягуше-
748