ТӘМЕЗ
ТӘЛӘФ ИТЕҮ (тәләф ит-) (Р.: растратить; И.: dissipate; T.: telef etmek) ҡ.
1. Юҡҡа, файҙаһыҙға ебәреү; әрәм-шәрәм итеү, исраф ҡылыу. □ Растратить, растранжирить. Игендең бөртөгөн дә тәләф итмәҫкә тырышыу. ■ Ярай, Хисам менән Оморҙаҡты бергә тап килтерҙе, юҡһа береһенән икенсеһенә йугереп купме ваҡыт тәләф итер ине [Әсфәндиәр]. Б. Рафиҡов. Ғәмһеҙлек, бер-беребеҙҙе курмәу арҡаһында ауылдарға яҡын баҫыуҙарҙың игенен тәләф иттек. И. Ғиззәтуллин.
2. Һәләк итеү, юҡ итеү. □ Губить, уничтожить. // Гибель, уничтожение. Буреләр ваҡ малды тәләф итә. ■ Урманды, уның һәммә йәнлектәрен һаҡларға кәрәк, уларҙы тәләф итергә бер кемгә лә юл ҡуйырға ярамай. М. Тажи.
ТӘЛӘФ ҠЫЛЫУ (тәләф ҡыл-) ҡ. ҡар. тәләф итеү. Малды тәләф ҡылыу. Байлыҡты тәләф ҡылыу. Аҡсаны тәләф ҡылыу. Тәләф ҡылып бөтөрөу.
ТӘЛӘФЛӘНЕҮ (тәләфлән ) ҡ. ҡайт. ҡар. тәләфләү, возвр. от тәләфләү. ■ [Ама-нулла аҡһаҡал:] Ниңә һеҙ былайтып әллә ҡайҙа, тәләфләнеп, әртил ҡороп хитланаһығыҙ, уландар? Г. Яҡупова. Йәйрәп ята бар бәрәкәт офоҡтарҙан офоҡҡа. Сарыфланмай, тәләфләнмәй юҡҡа-барға, юҫыҡҡа. Т. Ҡарамышева.
ТӘЛӘФЛӘҮ (тәләфлә-) (Р: растрачивать; И.: squander; T: telef etmek) ҡ.
Бушҡа тотоноу, тәләф итеү. □ Растрачивать, разбазарить; наносить ущерб. // Растрата, разбазаривание. Тәләфләп бөтөу. Аҡсаны тәләфләу. Мөлкәтте тәләфләу. Тәләфләмәй эшләу. ■ Иртәгә Хәкимә ялға ҡайтһа, бер нәмәгә ҡарамай, мал-тыуар тәләфләмәҫ борон, йәйләуҙәге кәбәндәрҙе кәртәләргә ҡушам. С. Шәрипов. Ер аҫты хазинаһын әрһеҙ тәләфләугә юл ҡуйыла. Л. Якшыбаева. Хоҙай биргән тиңһеҙ матурлыҡты тәләфләйбеҙ ерҙә уҙебеҙ. Ә. Таһирова.
ТӘМ (Р: вкус; И.: taste; T: tat) и.
1. Нимәнеңдер телгә беленгән үҙенсәлекле сифаты. □ Вкус. / Вкусовой. Асы тәм. Әскелтем тәм. Тимер тәме. ■ Халыҡ улты
рышып бөтөп, бер аҙ тын алғас, йәнә йәш ҡымыҙҙың тәмен татығас, йыйындың тыныслана төшөуен көтөбөрәк тора ла Айҙар сәсән — иң өлкән, иң абруйлы аҡһаҡалдарҙың береһе — йола буйынса, оло йыйынды асып ебәрә. Ғ. Хөсәйенов. [Сәлиха:] Ҡорото ҡалай хуш еҫле, әллә ниндәй сәскә тәмдәре килә. Р. Байымов, һыу-икмәктең тәмен, йәй-ҡыш йәмен, туған телдең сихри һуҙҙәрен Әсә асҡан башлап. Р. Мифтахов. Башҡортостан — Балҡортостан иле, тел осонда тора бал тәме. 3. Алтынбаева.
2. Аҙыҡтың ашау, эсеү теләген уятҡан яҡшы сифаты. □ Вкус. Тәмен белеу. Тәмен алыу. ■ Татып өлгөр, типме, һуңғы тәмде, һуңғы тәлгәш баҙлай ағаста. Р Бикбаев. [Хужабикә:] Үрелегеҙ, әйҙә, урел, ҡымыҙы ла тәм юғалтмағандыр, яңы ғына бешелгән. Р. Байымов. • Куп аштың тәме юк. Мәҡәл.
3. кусм. Ниҙер биргән яҡшы хис; ләззәт. □ Вкус, удовольствие от чего-л. Эш тәме. Йәшәу тәмен һиҙеу. ■ Үҙен шундай ҡараңғы бер яҡҡа килеп төшкән итеп иҫәпләгән йәш егет, уҙенең киң ҡырҙарын, матур Ҡуғанаҡ буйҙарын айырым бер тәм менән хәтерләне. И. Насыри. Был тормоштоң йәме, тәме итеп биргән Аллаһ купме бал ҡортон. Р. Бикбаев. Иртәгә тағы йыйылырға һуҙ ҡуйышып таралыштыҡ. Тәмен тойҙоҡ уйындың. Г. Яҡупова.
4. диал. Шәрбәт аҙыҡ. □ Сладость, сладкое, лакомство. Тәм әҙерләу. Тәм менән сәй эсеу. Тәмде ауыҙ итеу.
♦ Тәмен китәреү {йәки ебәреү) бер-береңә насар һүҙ әйтеү, талашыу. □ Ссориться. Табындың тәмен ебәреу. Байрамдың тәмен китәреу.
ТӘМ БИРЕҮ (тәм бир-) ҡ. ҡар. тәмләү 1. Ҡымыҙға бер аҙ әскелтем тәм биреу өсөн сейә, ҡарағат, балан, ерек япраҡтарын файҙаланалар.
тәмғы [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. тамғы. Тәмғы итеу. Тәмғы артыу.
ТӘМЕЗ (Р: дикий лук; И.: wild leek; T: yabani pırasa) и. ҡар. әмзә.
Иртә яҙҙа бер генә ҡыяҡ булып үҫеп сыға торған һарымһаҡҡа оҡшаған ашай торған
751