ТӘМЕР ТУП
үлән. □ Дикий лук. Әсе тәмез. Тәмез йыйыу. ■ Ҡар бөтөу менән ук тәмез моронлап сыға. Һ. Дәүләтшина.
ТӘМЕР ТУП (Р.: детская игра; И.: sort of children's game; T.: çocuklar oyunu) и. этн.
Балалар уйыны (бер бәләкәй таҡта ҡуялар; бер бала таҡта эргәһенә һаҡҡа баҫа, ҡалғандары, көтөусе булып, ун-ун биш аҙым алыҫлыҡта ҡаршыға тора; һаҡтағы бала көтөуселәргә туп ырғыта, улар, тупты тотоп, таҡтаға тейҙерергә тырыша; тупты тейҙергән бала һаҡсыға әйләнә, һаҡтағы бала көтөуселәр яғына сыға). □ Детская игра. Тәмер туп уйнау. Тәмер тупта көтөусе булыу.
ТӘМЕҮ (тәме-) (Р.: целясь, бросить чем в кого, что; И.: peg; T.: nişana alarak atmak) ҡ. диал.
Тоҫҡап бәреү. □ Целясь, бросить чем в кого, что. Таш тәмеу. Тәмеп тейҙереу. Ҡар тәмеу. ■ Ҡыҙҙар шаярып маташа, Солтанғолдоң ике ҡалаҡ һөйәге араһына ғына береһе ваҡ таш менән тәмей. Н. Игеҙйәнова.
ТӘМЕШ (Р: детская игра; И.: sort of children's game; T: çocuklar oyunu) и. этн.
Балалар уйыны (метр ярымдан уратып, уйында ҡатнашыусылар һанынса бәләкәй генә соҡорҙар яһала; туңәрәктең уртаһында туп һыйырлыҡ бер оя була; уйындағы бөтә кеше ҡулына таяҡ тота; һәр береһе уҙ соҡорона таяғын ҡуйып тора ла ҡапыл ғына урталағы тупты һуғып сығарырға тырыша; шул арала уның буш ҡалған соҡорона көтөусе уҙ таяғын ҡуйып өлгөрһә, ул ко-төуселектән сыға, соҡорон юғалтҡан кеше көтөусе була). □ Детская игра (с мячиком и палкой). Балалар тәмеш уйнай. Яланда тәмеш уйнау.
ТӘМЕШЕҮ (тәмеш-) ҡ. урт. ҡар. тә-меү. взаимн. от тәмеү. Туп тәмешеу. Ҡар тәмешеу.
ТӘМИҒӘ ТӨШӨҮ (тәмиғә төш-) (Р: возжелать; И.: wish for; T: istemek) ҡ. диал.
Күҙ төшөү, теләү. □ Возжелать, испытывать вожделение.
ТӘМИҒӘ ҺУҘЫУ (тәмиғә һуҙ-) (Р: сильно желать; И.: be insatiable; T: coşkunlaşmak) ҡ. диал.
Нәфсе тыймау. □ Сильно желать. Был әҙәм тәмиғәһен һуҙып тик йөрөй.
ТӘМИЗЛӘҮ (тәмизлә-) (Р: чистить; И.: clean; T.: temizlemek) ҡ. иҫк. ҡар. таҙартыу 1, 2.
Бысраҡты, сүп-сарҙы бөтөрөү, таҙа итеү.
□ Чистить. // Чистка. ■ Йылғаның сыға торған ерен һыуҙы боҙа торған нәмәләрҙән тәмизләмәк, пакламак тейеш. 3. һаҙый.
ТӘМ ИНЕҮ (тәм ин-) (Р: стать вкусным; И.: smack of; T.: tatlı olmak) ҡ.
1. Тәмләнеү. □ Стать вкусным. ■ Ҡара миләш, ҡыҙыл миләш, икеһе лә — йәм генә. Һалҡын төшкәс, баллана ла, ҡыҙылына тәм инә. М. Хисамова.
2. Ниндәйҙер тәм ҡабул итеү. □ Отдавать привкусом чего. Ҡартуфка шәкәр тәме инеу. Әскелт тәм инеу.
3. Боҙолоу. □ Портиться. Икмәккә тәм ингән. Эремсеккә тәм инеу.
ТӘМ ИТЕҮ (тәм ит-) (Р: пробовать;
И.: taste; T.: tadına bakmak) ҡ. һөйл.
Нимәнелер ашап ҡарау. □ Пробовать. Бер нәмә лә тәм итмәу. Мул табышты тәм итеу. Ҡалъя тәм итеу.
ТӘМЛЕ I (Р: вкусный; И.: tasty; Т.: tatlı) с.
1. Тәме яҡшы. □ Вкусный, лакомый. Тәмле аш. Тәмле сәй. Тәмле еҫ. Тәмле киҫәк. ■ Таулыҡтарҙа тәмле әмзә уҫә, уйпат ерҙәрендә — ҡуҙғалаҡ. Р. Ниғмәти. Өй эсенә тәмле еҫ таралды. Я. Хамматов. Ҡарт, дурт бейәһен өйөрҙән айырып, ҡылғанға ебәрҙе, улар Ырымбурға барасаҡ, ә ҡылған ашаған бейә һөтөнән иң тәмле ҡымыҙ әсетелә.
3. Ураҡсин. [Байморат ҡарт] тәмле ҡоймаҡтары өсөн ҡарсығын маҡтай-маҡтай сәй эсте. Ф. Янышев. Эше сәмленең ашы тәмле. Ғ. Садиҡов.
2. кусм. Рәхәтлек биргән, ләззәтле; татлы.
□ Сладкий, приятный. ■ Ул [Гәйшә], Айбикә тороп аяғына итеген кейгәнсе, туҡтамай әрләне лә, тышҡа сығып китеп, тағы уҙенең тушәгенә инеп ятып, тәмле йоҡоға китте. Һ. Дәүләтшина. Нуриханов, тәмле хыялдарға бирелеп, ашыҡмай ғына идара йорто яғына — колхоз урамының осона атланы. Д. Бүләков. Иң тәмлеһен курҙем төштөң,
752