Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 753


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘМЛЕ-ТАТЛЫ
ай һыртына менеп төштөм. Т. Йосопов. Тәмле һуҙ әҙәмде терелтә, тәмһеҙе — илер-тә. Ғ. Хөсәйенов. • Тәмле тел йылан арбар. Мәҡәл.
♦ Аш (йәки сәй) тәмле булһын! ашап ултырған кешеләргә яҡшы теләк итеп әйтелә.
□ Приятного аппетита! Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ уңыштар менән тулы булһын! Тәмле тамаҡ (йәки ауыҙ) тәм-том яратҡан кеше.
□ Сладкоежка, сластёна. М Тәмле тамаҡ Якуп хатта ирендәрен сәпелдәтеп, һеләгәйен йотоп ҡуйҙы. М. Кәрим.
ТӘМЛЕ II (Р.: вкусно; И.: tastily; with gusto; T: tatlı) p.
1. Татлы итеп. □ Вкусно. Тәмле бешереу. Тәмле әҙерләу. Тәмле булыу. ■ Еҙем һыуын һыу тиер инем, әгәр шәрбәт һымаҡ тәмле булмаһа. Р. Ниғмәти. Муйылбикәнең һурпалы ит ҡурҙағы .. бик тәмле тойолдо. Һ. Дәүләтшина. Сәйфулла бабай балыҡ һурпаһын ғәләмәт тәмле бешерә. Р. Ҡол-Дәүләт.
2. кусм. Нимәнелер ләззәт менән башҡарыу. □ С удовольствием, с увлечением. Тәмле итеп ашау. Тәмле итеп йоҡлау. ■ Терентий тәмле итеп иҫнәп алды ла икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты. И. Ноғманов.
ТӘМЛЕКӘЙ и.
1. бот. ҡар. татлыҡай. Тәмлекәй япрағы.
2. ҡар. тәмлекәс. Тәмлекәй бешереу. Тәмлекәйҙе ауыҙ итеу. Тәмлекәй менән һыйлау.
ТӘМЛЕКӘС (Р: вкусная еда; И.: tasty food; T: tatlı) и.
1. Тәмле ризыҡ. □ Вкусная еда, вкуснятина, вкусненькое. Тәмлекәс бешереу. Тәмлекәстәр әҙерләу. ■ Үтеп бара тәмлекәскә бай йәй — бешкән сейәләре, еләктәр... Ш. Зөл-ҡәрнәйева. Әсәй, әйҙә, былай итәбеҙ: хәҙер кумәкләп аш өйҙәге урындыҡ аҫтындағы тәмлекәстәрҙе бында сығарып, өҫтәлгә ҡуйып, атайҙы ҡаршылайбыҙ. X. Тапаҡов.
2. Төрлө татлы ашамлыҡ. □ Сладости. Тәмлекәстәр менән сәй эсеу. Тәмлекәстәр һатып алыу. Һөттән эшләнгән тәмлекәс. Яратҡан тәмлекәстәр.
3. кусм. Иркәләү һүҙе. □ Сладенький мой. Тәмлекәсем минең. Бәләкәсем-тәмлекәсем.
ТӘМЛЕЛЕК (тәмлелеге) (Р: вкус; И.: good taste; T: tat) и.
Аҙыҡтың тәмле булыу сифаты, тәмле үҙенсәлеге. □ Вкус. Еләктең тәмлелеге. Бишбармаҡтың тәмлелеге. ■ Ҡуйылығы ҡай-маҡтай, тәмлелеге һарҡыттай, һаба-һаба ҡымыҙы, ғыж-ғыж килгән ҡурайы, сың-сың килгән ҡумыҙы, йыр йырлатҡан Уралтау. Ҡобайырҙан. [Надеждин:] Атайым мәрхум һәр ваҡыт башҡорттарҙы яратып телгә ала торғайны. Уларҙың ҡымыҙҙарын, бишбармаҡ, ҡаҙыларының тәмлелеген һөйләп бөтөрә алмай торғайны. Д. Юлтый. Беләһегеҙме һеҙ беҙҙең Олобайҙа уҫкән кул йыуаһының ҡайһылай ҙа тәмлелеген? Й. Солтанов.
ТӘМЛЕ-ТАТЛЫ I (Р: всякая сладкая еда; И.: sundry tasty food; T: tatlılar) и. йыйн.
Төрлө тәмле ашамлыҡ (ғәҙәттә, кәнфит, печенье, төрлө емеш һ.б. ҡарата әйтелә). □ Всякая сладкая еда, вкуснятина, вкусненькое. Тәмле-татлы ғына ашау. Тәмле-татлыға ҡарағанда, емеш-еләк, йәшелсәгә өҫтөнлөк биреу куп ауырыуҙы иҫкәртә. ■ [Ҡыҙырас] ҡала малайы шул. Ауыҙы тәмле-татлыға өйрәнгән. 3. Биишева.
ТӘМЛЕ-ТАТЛЫ II (Р: сладкий; И.: sweet; T: tatlı) с. йыйн.
1. Тәмле, татлы булған. □ Сладкий, вкусный. Тәмле-татлы нәмәләр. Тәмле-татлы емеш. Тәмле-татлы кустәнәстәр. Тәмле-татлы ашамлыҡ. ■ Аҙналар буйы эйәрҙән төшмәй сабырға, тәулегенә ике-өс сәғәт кенә серем итеп, ашау-эсеуҙә артыҡ талымланмаҫҡа кунегеп бөткән Туҡтамыш йомшаҡ тушәктә аунап ятыуҙы, тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйланыуҙы уйына ла алманы. Ә. Хәкимов. Куҙле шишмә һыуы теште һындырырҙай саф-һалҡын, тәмле-татлы! Й. Солтанов.
2. кусм. Күңелде арбарлыҡ, матур. □ Приятный. Тәмле-татлы тел. Тәмле-татлы һуҙҙәр һөйләу. Тәмле-татлы һуҙҙәргә ышаныу. ■ Уның [Вахиттың] боронғо тәмле уйҙары урынына икенсе уйҙар урынлашып, теге уйҙарын, боронғо хыялдарын ҡыҫырыҡлап, бәреп сығарҙылар. М. Ғафури. Фәнисә, ай-вайына ҡуймай, тәмле-татлы һуҙҙәр менән өгөтләп, яңы әхирәтен тыуған яғына алып ҡайтып китте. «Шоңҡар», № 4, 2009.
753