Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 754


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘМЛЕ ТЕЛ
ТӘМЛЕ ТЕЛ (Р.: льстец; И.: a smooth tongue; toady; T.: tatlı dil) и.
Сөсөләнеп күп һөйләргә яратҡан кешегә ҡарата һөйһөнмәү тойғоһо белдергәндә әйтелә. □ Льстец, подхалим. Тәмле телдең һуҙе. Тәмле телгә ышаныу.
ТӘМЛЕ ТЕЛЛӘНЕҮ (тәмле теллән-) (Р: заискивать; И.: be toady; T.: tatlı dilli olmak) ҡ.
Сөсөләнеү. □ Заискивать, подхалимничать перед кем, льстить. // Заискивание, подхалимство. Тәмле телләнә башлау. Ныҡ тәмле телләнеу.
ТӘМЛЕ-ТОМЛО I (Р: вкуснятина; И.: sundry tasty food; T.: tatlılar) и. йыйн.
Төрлө тәмле ашамлыҡ (ғәҙәттә, кәнфит, печенье, төрлө емеш һ.б. ҡарата әйтелә). □ Вкуснятина, вкусненькое. М Бөтә донъяһын онотоп, төйөнсөктәге тәмле-томлоларҙы ҡутарып ултырған Солтандың ҡабырғаһына төрттө Носрат. Т. Килмөхәмәтов. [Ихсанбай] хәлле йәшәгән Сәбиләнең уҙенә тәмле-томло һуҙыуына ла шулай уҡ ҡарап та ҡуйманы. Т. Ғарипова.
ТӘМЛЕ-ТОМЛО II (Р: сладкий; И.: sweet; T.: tatlı) с. йыйн.
Тәмле, татлы булған. □ Сладкий, вкусный. ■ [Кендек:] Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ-саҡ етә. Ул тылсымлы кеҫәнән тәмле-томло нәмәләр һис ваҡытта ла өҙөлмәй. М. Кәрим.
ТӘМЛӘНДЕРЕҮ (тәмләндер ) (Р: делать вкусным; И.: make tasty; T.: tatlılaştırmak) ҡ.
1. Яҡшы тәм өҫтәү, тәмле итеү. □ Делать вкусным. Бал ҡушып тәмләндереу. Шәкәр ҡомо менән тәмләндереу. ■ Алтын табаҡ тәмләндермәй тәмһеҙ ашты. Р. Шәғәлиев.
2. Үләндәр һ.б. тәмләткестәр өҫтәү. □ Приправлять. Салатты тәмләндереу. Ж Кафеларҙа төрлө салаттар, ҡайнар аштар, төрлөсә тәмләндереп бешерелгән ит һәм балыҡ ризыҡтары, сәй, ҡәһуә, хуш еҫле эсемлектәрҙең йәнең теләгәнен һайларға мөмкин. «Башҡортостан», 20 ноябрь 2010.
ТӘМЛӘНЕҮ (тәмлән-) (Р: становиться вкусным; И.: become tasty; T.: tatlılaşmak) ҡ.
Тәмлегә әйләнеү, тәмле булыу. □ Становиться вкусным. Кырауҙан һуң миләш тәмләнә. Аш тәмләнгән. ■ Курмасты еңелсә ҡыҙҙырып алырға кәрәк. Шул сағында ул тәмләнә, тештә кетерләп онталып тора. М. Өмөтбаев. Салатты табынға сығарыр алдынан ярты сәғәт һалҡын урында тоторға кәңәш ителә. Шулай ул тағын да тәмләнә һәм һутлыраҡ була. «Табын», 12 ғинуар
2013.
ТӘМЛӘТЕҮ (тәмләт-) ҡ. йөкм. ҡар. тәм-ләү 1,2. понуд. от тәмләү 1,2. Ашты тәм-ләтеу. Һуған ашты тәмләтә.
ТӘМЛӘТКЕС (Р: приправа; И.: condiment; T: baharat) и.
Аш-Һыуға үҙенсәлекле тәм йәки еҫ биреү өсөн ҡушылған нәмә (борос, ҡорот, лавр япрағы, ҡәнәфер һ.б.). □ Приправа. / Приправочный. Тәмләткестәр ҡушыу. Тәмләткес улән. Йәшел тәмләткестәр. ■ [Ашҡаҙан ауыртҡанда] борос, горчица кеуек тәмләткестәр менән мауығырға ярамай. В. Ғүмәров.
ТӘМЛӘҮ (тәмлә-) (Р: делать вкусным; И.: make tasty; T: tatlılaştırmak) ҡ.
1. Яҡшы тәм өҫтәү, тәмле итеү; тәмләндереү. □ Делать вкусным, приправлять. Тәмләп алыу. Ашты тәмләу. Каймаҡ менән тәмләу. • Кунаҡ өйҙө лә йәмләй, ашты ла тәмләй. Мәҡәл.
2. Ауыҙға алып, тәмен тикшереү. □ Отведывать еду, пробовать на вкус; дегустировать. // Проба, дегустация. Тәмләп ҡарау. Ризыҡты тәмләу. Кайнатманы тәмләу. Шишмә һыуын тәмләу. ■ Шулгән ҡанды тәмләп ҡарамаҡсы булды. «Урал батыр». Шәрифулла ҡатыҡты туҡып тәмләп ҡараны. Я. Хамматов. Туйҙарҙа килен төшөрөу, килен, кейәу һөйөу, көрәгә асыу, ҡыҙ сәксәген тәмләу, килен бейеуе, сәрмә төбө, һыу юлы, килен сәйе, сыбыртҡылау, ҡыҙ балы кеуек куренештәр киң таралған. «Башҡортостан», 23 ноябрь 2013.
3. Хәл ҡылымдың -п формаһында аш-һыуҙың тәмен белеп, ләззәтләнеп ашағанды белдерә. □ В форме деепричастия на -п употребляется в значении наречия ‘со вкусом,
754