ТӘМҺЕҘ
с наслаждением'. Тәмләп сәй эсеу. Тәмләп айран эсеу. ■ Ҡыҙырас шулай, куңелле генә уйланып, тәмләп сәй эсеп ултырғанда, атаһы ла ҡайтып ингәс, йөҙө тағы ла яҡтырып китте. 3. Биишева. [Следователь] шоборлатып стаканға ҡойған һыуҙы, тәм-ләп-тәмләп, ашыҡмай ғына эсергә тотондо. Я. Хамматов. Ҡыҙҙар .. бик тәмләп, дәррәу генә көнбағыш сиртеп ултыралар. Н. Игеҙйәнова. • Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың. Мәҡәл.
4. кусм. Берәй эштең ләззәтен табып, рәхәтләнеп башҡарғанды белдерә. □ Делать что-л. с удовольствием, с наслаждением. Тәмләп йоҡлау. Тәмләп һөйләу. ■ Ҡәҙриә лә, танауын тартып, мөйөшкәрәк сикте, тик Ғәшурә еңгәһе генә, креслола йәйелеп ултырған килеш, кемдәрҙе саҡырғанын, ниндәй ашты купме әҙерләгәнен тәмләп һайрай бирҙе. Т. Ғарипова. Зәһурәне 70-75 йәштәрҙәге ҡарт ултыртып алды. Йәнәшәһендәге сибек кенә әбейе, бесәй ҡосаҡлаған килеш, тәмләп серем итә. Ф. Аҡбулатова.
ТӘМСЕЛ (Р.: любящий сладкое; И.: sweettooth; T.: tatlı düşkünü) c.
Тәмлене яратыусан, тәмде яҡшы белгән. □ Любящий сладкое, сладкоежка, сластёна. ■ Бал алырлыҡ сәскә тугел икән — тәмсел бал ҡорттары ҡунмай уға. Ҡ. Даян.
ТӘМҪИЛ [ғәр. JA^| (Р: уподобление; И.: likening; T: temsil) и. иҫк. әҙ.
1. Кинәйәле һүҙ ысулы. □ Уподобление, сравнение. Наҙанлыҡҡа тәмҫил менән ишаралау. ■ [Ш. Бабич] өсөн тәмҫил юғары идеалдарҙы халыҡ куңеленә яҡынайтыу формаһы ине. К. Әхмәтйәнов.
2. Сағыштырыу алымлы шиғри әҫәр жанры. □ Короткий рассказ в стихах, основанный на сравнениях. ■ Урта быуаттарҙа, һуңғы XVI—XIX быуаттарҙағы әҙәбиәттә лә дастан, ҡисса, рисәлә, хикмәт, мәснәуи, робағи, мәрҫиә, мәдхиә, нәсихәт, тәмҫил, хитап, сәйәхәтнамә, мөнәжәт, хикәйәт, шәжәрә, тәуарих, тарихнамә ише жанрҙар бик әуҙем булған. М. Нәҙерғолов.
ТӘМ ТАБЫУ (тәм тап-) (Р: испытать, изведать что-л:, И.: experience smth; T.: tatmak) ҡ.
Ниндәйҙер тәм, хис, тойғоно татып ҡарап оҡшатыу. □ Испытать, изведать что-л. Хеҙмәттән тәм табыу. Китап уҡыуҙан тәм табыу. Тормоштан тәм табыу.
ТӘМ-ТОМ (Р: сладости; И.: sweetmeats; T.: tatlılar) и. йыйн.
Төрлө тәмле-татлы аҙыҡ. □ Сладости; яства. Тәм-том яратыу. Тәм-том ашау. Тәм-том менән сәй эсеу. ■ Үтәғол килтергән сәй-шәкәр, тәм-томдарын, парса, бәрхәт, аҡ митҡал киҫәктәрен урындыҡҡа таратып ташланы. 3. Ураҡсин. [Мәликә Мансуровна] юл ыңғайы ювелир магазинына инеп, йөҙөнә семәрләп ҡиммәтле таштар батырылған көмөш беләҙек, супермаркеттан оло пакет тултырып тәм-том һатып алды. X. Тапа-ҡов. Тәм-томдарың, әйҙә, ары торһон, купе-реп торған икмәк алдымда. Т. Йосопов.
ТӘМҺЕҘ (Р: невкусный; И.: untasty; T: tatsız) с.
1. Тәме насар. □ Невкусный, несладкий. Тәмһеҙ сәй. ■ Илдәрегеҙ йәмһеҙ, һыуығыҙ тәмһеҙ, уҙ илемә кире ҡайтайым. Халыҡ йырынан. Хеҙмәт юҡ урында бал да тәмһеҙ, һыу ҙа шәрбәт хеҙмәт ерендә. Р. Ниғмәти. Таиба әбей, яҡшы куңелле кеше һуйған ит тәмле, йомшаҡ була, ҡаты бәғерле кеше һуйһа — ҡаты, тәмһеҙ була, тип ышана.
3. Биишева.
2. Насар (еҫкә ҡарата). □ Неприятный (о запахе). Тәмһеҙ еҫ. Тәмһеҙ еҫ таралыу. Тәмһеҙ еҫте бөтөрөу.
3. кусм. Күңелде ҡыйырһытҡан, насар. □ Надоедливый, неприятный, докучливый, бестактный. ■ Әшәкегә уҙең туҙан, яғылһаң да. Ғәрип булһаң, уҙең йәмһеҙ, һуҙең тәмһеҙ, ауыҙыңдан дөррә гәуһәр ағыҙһаң да. М. Аҡмулла. Шул арала өйҙә Мөбин менән бисәһенең уҙ-ара ҡысҡырышҡаны ишетелде. Икеһе лә тәмһеҙ һуҙле икән. Т. Сәғитов.
4. кусм. Ҡыуаныс килтермәгән, ләззәт бирмәгән. □ Неприятный, отвратительный, скучный. Тәмһеҙ тормош. Тәмһеҙ ваҡиға. Тәмһеҙ кеше. ■ Ләкин уның [Вахиттың] хәҙер был уйҙары һәммәһе лә тәмһеҙгә әй-ләнгән кеуек, тормош баҫҡыстары уның был уйҙарын емергән кеуек булып куренде. М. Ғафури.
755