ТӘМҺЕҘЛӘНЕҮ
ТӘМҺЕҘЛӘНЕҮ (тәмһеҙлән-) (Р.: становиться невкусным; И.: become untasty; T: tatsızlaşmak) ҡ.
1. Насар тәм барлыҡҡа килеү, тәмһеҙгә әйләнеү. □ Становиться невкусным, терять вкус; портиться. Ризыҡ тәмһеҙләнгән. Аш тәмһеҙләнгән. Емеш тәмһеҙләнгән. Йыуанан ауыҙ тәмһеҙләнде. М Мейестәге утын янып, ҡуҙҙары кәлгә әу ер елеп, ҡыҙҙырылған картуф та һыуынып, тәмһеҙләнеп өлгөрҙө. Т. Сәғитов.
2. кусм. Әҙәпһеҙлек йәки әрһеҙлек менән күңелде биҙҙереү; ҡәҙерһеҙләнеү. □ Становиться назойливым, надоедливым. Тәмһеҙләнеп йөрөу. ■ Телдәрем телгә йоҡманы, һөйәм, тип тәмһеҙләндем. Т. Йосопов.
3. кусм. Аралар боҙолоу, үпкәләшеү. □ Ссориться, вздорить. М «Дәғуәләшеп, тәмһеҙләнеп йөрөу урынһыҙ», — шулай уйланы Камил. Ә. Хәкимов.
ТӘМҺЕҘЛӘТЕҮ (тәмһеҙләт-) ҡ. йөкм. ҡар. тәмһеҙләү, понуд. от тәмһеҙләү. ■ Арынбаҫаров юрый председатель урынбаҫарын булдерҙе, тәмһеҙләткәс, бөтөнләй тәмһеҙләтергә кәрәк, тип уйланы ул, һөйләшергә еңелерәк булыр. Д. Бүләков.
ТӘМҺЕҘЛӘҮ (тәмһеҙлә-) (Р.: делать невкусным; И.: make untasty; T.: tatsızlaştırmak) ҡ.
Тәмһеҙгә (1) әйләндереү, тәмһеҙ итеү. □ Делать невкусным. Куп тәмләткес һалып ашты тәмһеҙләу.
ТӘМҺЕҘЛӘШЕҮ (тәмһеҙләт-) (Р: ссориться; И.: quarrel; be at loggerheads; T: bozuşmak) ҡ.
Аралар боҙолоу, үпкәләшеү. □ Ссориться, вздорить. // Ссора. Тәмһеҙләтеп йөрөу. Тәмһеҙләшеу китеу. М Йә мөхәррир урынбаҫары, йә яуаплы сәркәтип менән әлдән-әле һуҙгэ килеп, эш тәмһеҙләшеугә киткәс, уларҙың ҡырын куҙенән алыҫыраҡ булырға тырышты Камил. Ә. Хәкимов.
ТӘМҺӘЙ (Р: пучеглазый; И.: pop-eyed; T: lokmagöz) с. диал. ҡар. секрей.
Мызлап янып, секрәйеп торған (куҙгә ҡарата). □ Пучеглазый. ■ Ул [Айбулат], баяғы ҡыҙ килеп ингәндер тип, ялт әйләнеп ҡараһа, унан мыҡты кәуҙәле, сал мыйыҡлы,
тәмһәй куҙле, тотош аҡ кейем кейгән, аҡ ситса кәпәсле бер кеше килеп инде. Һ. Дәүләтшина.
ТӘМШӘК с. диал. ҡар. тәпәшәк. Тәм-шәк ир. Тәмшәк кәуҙә.
ТӘМШӘҮ (тәмшә-) ҡ. диал. ҡар. тәме-шеү. Ҡар тәмшәу. Таш тәмшәу. Тәмшәп тейҙереу.
ТӘМӘЖНИК (тәмәжниге) и. һөйл. ҡар. тәмәкесе. ■ [Ҡартәсәйем:] Әхмәҙин ағай, һиңә был тәмәжниктәр араһында нимәң ҡалған? Г. Яҡупова.
ТӘМӘЙТЕҮ (тәмәйт-) (Р: отдавать привкусом чего', И.: have the taste of; T: tat vermek) ҡ. һөйл.
Ниндәйҙер бер тәм булыу, тәм килеү. □ Отдавать, отдать привкусом чего, иметь вкус чего-л. һөттән әрем тәмәйтә. Шәкәр тәмәйтә. М [Карт:] Беҙҙең яҡ еле ҡымыҙ тәмәйтә. Б. Рафиҡов.
ТӘМӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of one Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бошман-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының ара исеме. □ Тамак (название одного из родовых подразделений башкир племени бушман-кипчак). Тәмәк егете.
ТӘМӘКЕ [рус. табак] (Р: табак; И.: tobacco; T: tütün) и. бот.
1. Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл суҡ сәскәле, япрағы никотинға бай үлән. □ Табак (лат. Nicotiana). Тәмәке ултыртыу. Тәмәке сәскәһе. Тәмәке төнәтмәһе. Тәмәке япрағы.
2. Шул үләндең тартыу, еҫкәү йәки сәйнәү өсөн киптереп ваҡланған япрағы. □ Табак, курево. Тәмәке төрөу. Тәмәке еҫе. Тәмәке янсығы. Тәмәке тоҡандырыу. Тәмәке көйрәтеу. ■ Беҙ янғансы, янһын тәмәке тип, көйрәтәбеҙ ҡайһы саҡтарҙа. X. Назар. Яубаҫаров магазиндан сыҡты, тәмәке ҡабыҙҙы. Д. Бүләков. Кешеләр өйкөм-өйкөм йыйнаулашып тәмәке тартты, быш-быш нимәлер һөйләште. Ғ. Хисамов.
ТӘМӘКЕЛЕК (Р: пригодный или достаточный на курево; И.: sufficient for buying tobacco; T: sigaralık) с.
756