тән
Тәмәкегә еткән. □ Пригодный или достаточный на курево. Тәмәкелек аҡса. Тәмәкелек тә аҡса эшләмәү.
ТӘМӘКЕСЕ (Р.: курильщик; И.: smoker; T.: sigaracı) и.
Тәмәке тартҡан, тәмәке тартырға әүәҫләнгән кеше. □ Курильщик табака, курящий. Я Бик инде тын алырҙай әмәл ҡалмағас, Баязитов, һеҙ ҙә тотондоғоҙмо тигән кеүек, шым ғына ҡарап ала. Тәмәкеселәр коридорға сыға. Р. Солтангәрәев. Сәмәрәнең .. ир генәһе һүҙен елгә осормай. Тәмәкесе ине — тәки ташланы. С. Шәрипов. Тәмәкеселәр көн һайын һауаға йөҙәр мең тонна синиль кислотаһы, ацетон, никотин, газ бүлеп сығара. «Атайсал», 31 май 2013.
ТӘМӘКЕСЕЛЕК (тәмәкеселеге) (Р: табаководство; И.: tobacco growing; T: tütüncülük) и.
1. Тәмәке үләнен үҫтереү. □ Табаководство. / Табаководческий. Тәмәкеселеккә ҡаршы көрәшеү.
2. Тәмәке үләнен тартыу. □ Табакокурение. Я Наркомания, тәмәкеселек, эскелек тормошобоҙҙоң көнүҙәк мәсьәләләренә әйләнде. «Йәншишмә», 26 октябрь 2012. Киләсәк быуындарыбыҙҙы .. наркомания, эскеселек, тәмәкеселек тигән боҙоҡлоҡтарҙан, сирҙәрҙән арындырырға кәрәк. «Йәшлек», 5 март 2013.
ТӘМӘРТЕҮ (тәмәрт-) ҡ. диал. ҡар. тәмләндереү. Ашты тәмәртеү. Тәмәртеп биреү.
ТӘМӘШ (Р: низкий; И.: scrubby; undersized; T: bodur) с. диал. ҡар. тәбәнәк 1.
Ҡыҫҡа, йыуантыҡ буйлы (кешегә ҡарата). □ Низкий, низкорослый. Тәмәш ир. Тәмәш буйлы ҡатын.
ТӘН [фарс. и2] (Р: тело; И.: body; Т: ten) и.
1. Кеше һәм башҡа бөтә йән эйәләренең барлыҡ организмы, тышҡы ағзалары һәм кәүҙәһенән торған булмышы. □ Тело, плоть. / Телесный. Тән төҙөлөшө. Тән ағзалары. Тән йылыһы. Тән семерләү. Я Һыу ҡыҙының бар тәне һыуҙан, нурҙан яһалған. «Аҡбуҙат». [Хисмәтулланың] эш ваҡытында ҡыҙыулыҡ
менән беленмәһә лә, сынығырға өлгөрмәгән тәне, көрәкте ныҡ тотоуҙан барлыҡҡа килгән ҡулындағы һөйәлдәре һыҙланылар. Я. Хамматов. Әсә тәнендәге һәр бер тамыр сабый йәндәренә тоташҡан. Р. Мифтахов.
2. Кешенең рухи хәленә, булмышына ҡапма-ҡаршы рәүештә әйтелә. □ Тело. Тән һыҙлау. Тән ауырайыу. Тән еңеләйеү. Я Ағи-ҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһы йәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа. Халыҡ йырынан. [Тәйзулланың] тәне, ныҡ өшөгән кешенеке һымаҡ, ҡалтыранды, маңлайы тиргә мансылды. Я. Хамматов. • Тән сырхауы — күп ашау, күңел сырхауы — күп һөйләү. Мәҡәл.
3. Кешенең буй-һыны, кәүҙәһе. □ Тело, фигура. Тәнгә һылашып торған күлдәк. Я Үтәнән-үтә еүешләнеп тәнемә йәбешкән салбар кеҫәмдән ҡәләм ослай торған бәкемде һәрмәп алдым. Ф. Иҫәнғолов. Малайҙар, тәндәренә йәбешкән күлдәктәрен сисеп һыҡҡандан һуң, яңынан кейҙеләр ҙә ҡысҡырып көлөшә-көлөшә алға йүгерҙеләр. Я. Хамматов. Тәндең артыҡ ауырлығы умыртҡа бағанаһын сафтан сығара, арҡа үҙәгендә өҙлөкһөҙ ауыртыу барлыҡҡа килтерә. Шуға ла туҡланыу мөһим роль уйнай. «Йәйғор», 17 декабрь 2011.
4. Кеше һәм хайуандарҙың кәүҙәһендәге мускул, ит. □ Тело. Лупшыҡ тән. Тән тартышыу. Я Айғыр үҙәнде аша сыға ла, ғәскәрен барлаған йөҙ башы кеүек, өйөр үтеп бөткәнсе ҡарап тора, ҡорһаҡ йөндәренә йәбешкән боҙло ҡар киҫәктәрен, тәнен дерелдәтеп, һелкеп ала, көҙҙән ҡалған ҡылғанды сапсыштырып ялмарға тотона. 3. Ураҡсин. Шырлыҡ эсендәге беренсе талға ҡағылыу менән, Әхмәтйәндең өҫтөнә һибелгән ғәжәп һалҡын ысыҡ, йоҡа күлдәге аша ҡапыл сирҡандырып, тәнен ҡороштороп алды. И. Ноғманов.
5. Кәүҙәнең тышҡы ҡаты; тире. □ Кожа. Ҡояшҡа янған тән. Тән күҙәнәктәре. Тән ҡытыршыланыу. Тән ҡыҙарыу. Тәнгә һөртөү. Я Тәндәрендәге бәпкә йөндәрен тырпайтып, өшөп, малайҙар күлдән сыҡты. Г. Яҡупова.
6. миф. Кәүҙә (йола, ғөрөф-ғәҙәт, им-том, тыйыуҙар менән бәйле). □ Тело (мифологи-
757