Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 759


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘНӘЗЗЕЛ
ТӘНҠИТЛӘНЕҮ (тәнҡитлән-) ҡ. төш. ҡар. тәнҡитләү, страд, от тәнҡитләү. Куп тапҡыр тәнҡитләнгән әҫәр.
ТӘНҠИТЛӘҮ (тәнҡитлә-) (Р.: критиковать; И.: criticize; T.: tenkit etmek) ҡ.
Етешһеҙ яҡты күрһәтеү. □ Критиковать. Тәнҡитләп тороу. Тәнҡитләп алыу. Ҡаты тәнҡитләу. Үҙ-уҙеңде тәнҡитләу. ■ [Байморат ҡарт — әбейенә:] Иртән иртук мине тәнҡитләргә тотонма. Ф. Янышев. [Илһөйәр] иртәгеһен башы тубалдай булып эшкә барҙы, оперативка уткәрҙе, урынбаҫарҙарының ҡайһыһын хупланы, ҡайһыһын тәнҡитләне, бәғзеләрен ерле юҡҡа тиргәп ташланы. X. Тапаҡов. Ҡарт кеше куңеле гәлсәр һауыт кеуек, саҡ ҡына яңылыш ҡағылһаң, ҡыйралырға тора. Шуға курә хәтерен һаҡлар өсөн бәхәскә инә, уны ҡаты тәнҡитләй курмәгеҙ. «Йәйғор», 5 октябрь 2011.
ТӘНҠИТСЕ (Р.: критик; И.: critic; T.: eleştirici) и.
Тәнҡит жанры менән шөғөлләнеүсе әҙип.
□ Критик. Ҡыйыу тәнҡитсе. Куренекле тәнҡитсе. ■ Әҙәбиәтте өсәу тыуҙыра. Мин — шағир, һин — уҡыусы, ул — тәнҡитсе. Р. Ғарипов. Атаҡлы урыҫ тәнҡитсеһе Виссарион Белинский фекер ҡеуәһен гәлсәрҙә сағылған яҡтылыҡҡа тиңләгән. Ә. Таһирова. Утыҙынсы йылдарҙың яман уткер тәнҡитсеһе Әниф Ҡәйум тураһында элегерәк тә ишеткәне бар ине Камилдың. Ә. Хәкимов.
ТӘНТЕРӘК (Р: очень слабый в движениях (о человеке); И.: very feeble; T.: titrek) и. һөйл.
Тәнтерәкләп йөрөгән кеше. □ Очень слабый в движениях (о человеке). Тәнтерәк саҡ йөрөу. Тәнтерәк саҡ китеп барыу.
ТӘНТЕРӘКЛӘҮ (тәнтерәклә-) (Р.: шататься; И.: sway; T: titreyerek yürümek) ҡ.
Аяҡ быуындарын тота алмай ҡалтырау.
□ Шататься, дрожать, качаться (от старости, слабости). Тәнтерәкләп атлау. Тәнтерәкләп йөрөу. Тәнтерәкләп китеу. ■ Ихсанбай, талған, туңған аяҡтарын көскә шылдырып, тәнтерәкләп, шуларҙы [ағастың ҡоро-һарыһын] бер урынға өйә башланы.
Т. Ғарипова. Арҡаһы ике кешенекеләй киң, ҡулдары көрәктәй, ҡырҡ нисәнсе размерлы итек кейеп йөрөгән Силантий ярҙамында баяр, көс-хәл менән повозкаһынан төшөп, аяғына баҫты һәм бейек кутәрмәле ишек алдына .. тәнтерәкләне. М. Хужин. Ғәбит көс-хәл менән генә ҡалҡынды, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй, аяҡтарын саҡ алмаштырып, тауҙан төшә башланы. Ә. Әминев.
ТӘНТЕРӘТЕҮ (тәнтерәт-) ҡ. йөкм. ҡар. тәнтерәү 1. понуд. от тәнтерәү 1. Тәнтерәтә һуғыу.
ТӘНТЕРӘҮ (тәнтерә-) (Р.: слабеть в движениях; И.: have feeble movements; T.: titremek) ҡ.
1. Иҫәнгерәп быуынһыҙ булыу. □ Слабеть в движениях. Ҡайғынан тәнтерәу. Тәнтерәп тороу. Шау-шыуға тәнтерәп китеу.
2. ҡар. тәнтерәкләү. Тәнтерәй-тәнтерәй атлау.
ТӘНТЕҮ (тәнте-) (Р: шататься; И.: sway; stagger; T.: titreyerek yürümek) ҡ. диал. ҡар.
тәнтерәкләү.
Аяҡ быуындарын тота алмай ҡалтырау.
□ Шататься (от старости, слабости). Тән-men бөтөу. Тәнтей-тәнтей атлау. ■ Ул [Ирназар ] тәнтеп китте, уҙ аяғына уҙе эләгеп йығылды. Н. Мусин.
ТӘН ТӨҪЛӨ (Р: телесный; И.: fleshcoloured; T.: ten rengi) с.
Тән төҫөндә булған. □ Телесный. Тән төҫлө ойоҡ. Тән төҫлө әйбер. Тән төҫлө кейем модала.
ТӘН ҺАҠСЫҺЫ (Р: телохранитель; И.: bodyguard; T.: koruma) и. ҡар. йәнһаҡсы.
Юғары дәрәжәле кешенең именлеген һаҡлау өсөн уны оҙатып йөрөүсе шәхси һаҡсы.
□ Телохранитель. Ҡораллы тән һаҡсыһы. Тән һаҡсыһы менән йөрөу. М Бөйөк Ҡытай императоры һаҡсыларҙың етәксеһен саҡырған да йәш принц өсөн шәхси тән һаҡсыһы табырға бойороҡ биргән. «Йәншишмә», 22 февраль 2013.
ТӘНӘ и. диал. ҡар. тәнәй. Илаҡ тәнә. Тәнәләре куп кенә.
ТӘНӘЗЗЕЛ [ғәр. <-1я] (Р: самоунижение; И.: self-depreciation; T: tenezzül) и. иҫк. кит. ҡар. түбәнселек.
759