Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 760


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘНӘЗЗЕҺ
Үҙ-үҙеңде кәмһетеү. □ Самоунижение. Тәнәззел итеу. ■ Ҡул биреу, сәләм алыуға һис тәнәззел итмәй ул; халыҡ, ябай кешегә серҙәрен белгертмәй ул. М. Ғафури.
ТӘНӘЗЗЕҺ [ғәр. öjıi] (Р/ развлечение; И.: merry-making; T.: tenezzüh) и. иҫк. кит.
Күңел асып йөрөү, күңел асыу сәйәхәте.
□ Развлечение, веселье. Тәнәззеһкә сығыу. Тәнәззеһ ойоштороу.
ТӘНӘЙ (Р: грудной ребёнок; И.: infant; T.: bebek) и.
1. Имсәк бала; бәпес. □ Грудной ребёнок; младенец. Тәнәйгә исем ҡушыу. Тәнәйҙе тәрбиәләу. Тәнәйҙе ашатыу. • Тәнәй аяҡҡа баҫҡанда, бабай таяҡҡа ҡала. Мәҡәл.
2. Йәшкә кесе туған, сабый йәшендәге ҡусты йәки һеңле. □ Младший брат или сестра. Тәнәйҙе ҡарашыу. Тәнәй менән уйнау. ■ [Хажғәле:] Әсәһе, бынау тәнәй ошогән. Бирсәле, нимәң бар? Я. Хамматов.
3. Кесе йәштәге кешеләргә өндәшеү һүҙе.
□ Обращение к человеку младше себя. M [Әбей — Нурйәнгә:] Әйҙә уҙ, тәнәй, йәтим бала һымаҡ ишек төбөндә торма. С. Кулибай. Тәнәй ҡыҙым, беҙҙе хөрмәт итеп ҡунаҡҡа саҡырырға белгәс, ниңә әбейҙәр, ҡарт-ҡоролар ҡаршыламай? Я. Хамматов.
4. диал. Ҡәйнеш. □ Младший деверь. Тәнәйҙе шаяртыу. Тәнәйгә сигелгән ҡулъяулыҡ.
ТӘНӘЙЛӘҮ (тәнәйлә-) (Р: рожать; И.: bear a child; T.: doğurmak) ҡ. диал. ҡар. бәпесләү.
Бала табыу. □ Рожать. Таңда тәнәйләу. Ауыр тәнәйләу. М [Хан — ҡыҙҙан:] Ерәнсә сәсән өйҙәме? .. Ни эшләп ята? — ти. [Ҡыҙ:] Тәнәйләп ята, — ти. Көләмәстән.
ТӘНӘЙ ЯТҠЫҺЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ. Тәнәй ятҡыһын кумеу.
ТӘНӘКӘЙ (Р: сестрёнка; И.: junior sister; T: kız kardeş) и. диал. ҡар. ҡарындаш 2.
Бәләкәй ҡыҙ туған. □ Сестрёнка. Тәнә-кәйҙе яратыу. Өс тәнәкәйем бар минең. Тәнәкәйҙе әурәтеу.
ТӘНӘҮ (Р: позавчера; И.: the day before yesterday; T.: önceki gün) р. диал. ҡар. элекке көн.
Бынан бер көн аша элек; өсөнсө көн. □ Позавчера. Тәнәу көн килеу. Тәнәу утһыҙ ултырҙыҡ.
ТӘНӘФЕС [ғәр. (Р.: перемена; И.: interval, break; T.: teneffüs) и.
1. Дәрес араһында ял итеү өсөн туҡтау; ял ваҡыты. □ Перемена, перерыв. Оҙон тәнәфес. Тәнәфескә сығыу. Тәнәфескә ҡыңғырау шылтырау. М Оҙон тәнәфестә уҡыусылар барыһы тиерлек киң ишек алдына сыға, унда ер тап ауылдыҡы кеуек йомшаҡ улән менән ҡапланған. 3. Ураҡсин. Тәнәфескә ҡыңғырау шылтырағас та коридорға атлыҡманы, һырып алып, һорауға кумергә тотондо уҡыусыларым. Г. Яҡупова.
2. Йыйылыш, тамаша ваҡытында ялға туҡтау. □ Антракт, перерыв. Ун минут тәнәфес. Я «Тәнәфес...» — тип иғлан итте Буранша Оморҙаҡов. Д. Бүләков. Тәнәфес иғлан ителеп, ял итергә сыҡҡас, эргәһенә барырғамы, юҡмы тип һаман икеләнде Линара. Л. Яҡшыбаева.
3. Ниндәйҙер эште, эшмәкәрлекте ваҡытлыса туҡтатып тороу. □ Тайм-аут, перерыв. Бер аҙналыҡ тәнәфес алыу.
ТӘҢГӘ (Р: стул со спинкой; И.: stool with a back; T.: arkalı sandalye) и. диал.
Артлы ултырғыс. □ Стул со спинкой. Тәңгәгә ултырыу. Тәңгәгә кейем элеу. Ой мөйөшөндә тәңгә ултыра.
ТӘҢГӘЛ I (Р: место, противоположное чему-л:, И.: opposite place; T.: denk) и.
1. Кемдеңдер-нимәнеңдер турыһы; тапҡыр. □ Место или местность, противоположные чему-л. Мәсет тәңгәле. Йөрәк тәңгәле. Я Хат яҙылған ҡауырһын елфер-елфер итеп аҡ тирмә тәңгәленә төшмәй, бер яҡ ситтәрәк торған Ҡолтабаның ҡара тирмәһе алдына килеп төшә. «Алпамыша». Ой тәңгәленән уткән халыҡтың йырлауын ишетеп, Хажисолтан бөтөнләй ярһыны. Я. Хамматов. Солтан иң турҙә оло мендәр өҫтөнә менеп ҡунаҡланы, ике ҡулын башы тәңгәлендә тотоп, уҡынды, битен һыйпаны һәм йәшел китапты һаҡ ҡына алып, тәуге битен асты. Ғ. Хисамов.
2. Билдәле бер урын, ер. □ Определённое место. Йылғаның ошо тәңгәле шәп аға.
760