ТӘҢКЕМ
һиҙелмәй. Теләге тормошҡа ашҡас, тәңере булған.
ТӘҢКЕМ (Р.: всегда; И.: always; Т.: her vakit) р. диал. ҡар. гел 1.
Һәр ваҡыт. □ Всегда, постоянно, всё время. Тәңкем әрләү. Тәңкем тикшереү. Тәңкем һуңлау.
ТӘҢКЛЕ (Р.: аккуратно, ровно сложенный; И.: neatly folded; T.: devşirimli) с. диал.
Тигеҙләп, матур итеп бөкләп һалынған.
□ Аккуратно, ровно сложенный. Тәңкле кейем. Тәңкле әйберҙәр. ■ Ниҙе уйлап, нигә ҡағылһам да, хәтирәләр ята тәңкле-тәңкле. X. Назар.
ТӘҢКЛӘНЕҮ (тәңклән-) ҡ. тош. ҡар. тәңкләү. страд, от тәңкләү. Тәңкләнгән кейем. Тәңкләнгән еп.
ТӘҢКЛӘҮ (тәңклә-) (Р: сложить аккуратно; И.: fold neatly; T.: devşirmek) ҡ.
Нимәнелер һәйбәтләп бөкләп һалыу; тәҫ-ләү. □ Складывать, сложить ровно, аккуратно (о вещах). Тәңкләп ҡуйыу. Тәңкләп һалыу. Тәңкләп өйоү. Кейемде тәңкләү.
ТӘҢКТӘҮ (тәңктә-) (Р: намотать; И.: roll up; T.: dolamak) ҡ. диал. ҡар. урау.
Епте, бауҙы тигеҙ генә итеп урап алыу, йыйып алыу. □ Намотать (верёвку, нитку). Дилбегәне тәңктәү. Арҡанды тәңктәү.
ТӘҢКӘ I (Р: рубль; И.: rouble; Т.: ruble) и.
1. Йөҙ тингә торошло аҡса берәмеге; һум. □ Рубль. Биш тәңкә. Ун тәңкә. ■ Әбей, улына бер тәңкә аҡса биреп: «Баҙарға барып, он алып ҡайт», — ти. Әкиәттән. Ниғмәтулла кеҫәһенән ос тәңкә аҡса сығарҙы. Я. Хамматов. • Тәңкә тиндән үҫер, йылҡы ҡолондан үҫер. Мәҡәл. Йөҙ тәңкә аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Мәҡәл.
2. Бер һумлыҡ көмөш йәки алтын аҡса.
□ Монета в один рубль. Алтын тәңкә. M Француз яулыҡ алдым тәңкәгә, бәхетем юғы тейҙе теңкәгә. Халыҡ йырынан. [Хажи-солтан] еҙнәй тип, ара-тирәнән йыйылған малайҙарға — аҡса, ҡыҙҙарға ҡумыҙ, беләҙек һәм тәңкә өләште. Я. Хамматов. Мәүсилә күп уйлап торманы, теш сатнатҡыс һыуға эйелде лә, былай ҙа янып барған ике битен
сумырып, ирендәре менән тәңкәне эләктерҙе. Д. Бүләков.
3. этн. Ҡатын-ҡыҙҙың кейеменә, сәсенә төрлө көмөш аҡсанан йәки йылтыр ҡалайҙан тишеп таҡҡан биҙәүес. □ Монета для украшения кос, женской одежды. Сәс тәңкә. Талир тәңкә. ■ [Алтынҡайҙың] ҡулдарында — алтын йөҙөк бармаҡ һайын, сәскә таҡҡан сылтыр-сылтыр тәңкәһе бар. Ш. Бабич. Әсәйемдең төҫө итеп тотам: сәсүргестән ҡалған көмөш тәңкә. Ф. Туғыҙбаева.
4. Балыҡтың, йылан-саяндарҙың тәнен ҡаплаған түңәрәк ваҡ ҡабырсаҡтар рәүешендәге йылтыр йоҡа мөгөҙ матдә. □ Чешуя (у рыб и т. п.). Балыҡ тәңкәһе йәбешеү. Балыҡ тәңкәһен таҙартыу. ■ Болансы Мәргән балыҡтың өс бөртөк тәңкәһен көйҙөрә, шунда уҡ балыҡ йөҙөп килеп етә. Әкиәттән. Рәмилдең бер ҡулында лайлалы тәңкәләре ҡояшҡа ялтырап, уйнап торған суртан ине. Р. Ҡол-Дәүләт. Ыйыҡта ниндәй генә балыҡтар юҡ ине: шамбыһы, ҙур ауыҙлы, оҙон мыйыҡлы йәйене, яҫы кәүҙәһендә тәңкәләре көмөш һымаҡ йылтырап торған ҡорманы һәм башҡаһы. Н. Игеҙйәнова.
5. диал. Йүгәнгә ҡуйылған еҙ көмбәҙ. □ Медные кружочки, прикреплённые к уздечке. Башҡорттар йүгәнде һырлап, семәр баҫып, таш, тәңкәләр менән биҙәгәндәр.
6. күсм. Нимәнеңдер йымылдап уйна-уына ҡарата әйтелә. □ Монетки (круглые блёстки). ■ Ағас ботаҡтарына аҡ тәңкәләр ҡунған. Яр. Вәлиев. Көмөш тәңкәләр уйнатып тулҡына тымыҡ күлдәр. Р. Ниғмәти. Тәҙрәмә ҡуна ҡар тәңкәләре. Их, тыуған ерҙең аҡ иртәләре! X. Назар. Һибелгән тәңкәләр шикелле, йылмылдап йондоҙҙар ҡабынды. Р. Назаров. Тәүге ҡарҙар, ап-аҡ тәңкә төҫлө, күңел ҡылдарына ҡағыла. 3. Алтынбаева.
7. бот. Күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең бө-рөләрендәге япма япраҡтарҙың бер төрө. □ Чешуя.
8. миф. Һаҡлау, ҡурсалау, яман көстәрҙе ҡыуыу көсөнә эйә мифлаштырылған әйбер. □ Чешуя (мифологизированный предмет, выполняющий умилостивительную, отгонную и обережную функции). ■ Яңы кейемде
762