ТӘҢКӘЛЕ ЭЙӘКСЕН
ҡотлап, эуәле тәңкә таҡҡандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӘҢКӘ II (Р.: женское украшение, надеваемое на шею, с нашитыми монетами в один ряд; И.: women's jewelry; T.: pullu göğüslük) и. этн.
Бауға бер рәт тәңкәләр тегеп эшләнгән муйынға кейелә торған биҙәнеү әйбере. □ Женское украшение, надеваемое на шею, с нашитыми монетами в один ряд. Тәңкә тағыу.
ТӘҢКӘ АЛЫУ (Р.: конные скачки, во время которых всадник на скаку поднимает монету с земли; И.: king of national races derby; T.: at yarışı) и. этн.
Ат өҫтөндә сабып килгән ыңғайға ерҙәге тәңкәне алыуҙан торған бәйге ярышы. □ Конные скачки, во время которых всадник на скаку поднимает монету с земли. ■ Салауат батыр ат өҫтөндә бик оҫта йөрөгән. Һыбай сабыу уның яратҡан шөғөлө булған. Ул хатта бик шәп сабып барған ат өҫтөнән эйелеп, ерҙән көмөш тәңкәне алып китә алған. Халыҡ ижадынан.
ТӘҢКӘ БАҪЫУ (Р: обычай пришивания монеты; И.: kind of betrothal rite; T.: bir gelenek) и. этн.
1. Яңы кейемде ҡотлап тәңкә тегеү. □ Обычай пришивания монеты на новую одежду с пожеланиями счастья, долголетия.
■ Әсәйем күлдәк тегеп кейҙерһә, өләсәйемә йүгерә торғайным, ул күлдәкте ҡотлап тәңкә баҫа ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
2. Ике ғаиләнең балалары үҫеп еткәс, ҡоҙалашырға килешеү мәжлесе уҙғарыу. □ Сговор родителей женить своих детей в совершеннолетнем возрасте. Тәңкә баҫыу уҙғарыу.
ТӘҢКӘ БЕСӘН (Р: погремок большой; И.: grass species, rattle; T.: horoz otu) и. диал.
Ҙур шалтырауыҡ үлән. □ Погремок большой (лат. Rhinanthus major). Тәңкә бесән сәскә атҡан. Тәңкә бесәнде киптереү.
ТӘҢКӘ БӘРЕҮ и. этн. ҡар. тәңкә һибеү.
■ Киленде алып киткәндә тәңкә бәреү булған. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӘҢКӘ ҠАНАТЛЫЛАР (Р: чешуекрылые; И.: lepidoptera; T.: pul kanatlılar) и. зоол.
Ҡанаттары тәңкәгә оҡшаш таптар менән ҡапланған бөжәктәр отряды. □ Чешуекрылые. Тәңкә ҡанатлыларҙы өйрәнеү. Тәңкә ҡанатлыларҙы өйрәнеүсе фән энтомология тип атала.
ТӘҢКӘЛЕ (Р: с монетами; И.: decorated with coins; T.: pullu) c.
1. Тәңкә (I, 3) менән биҙәүле. □ С монетами. Тәңкәле камзул. Тәңкәле елән. Тәңкәле беләҙек. ■ Башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле, күҙҙең яуын алып, йымылдап торған аяҙ күктә, алтын табаҡтай, тулған ай йөҙә. 3. Биишева. Байрамса кейенеп сыҡҡан ирҙәр, аллы-гөллө сәскәле күлдәк өҫтөнән тәңкәле камзул, уның өҫтөнән һаҡал кейгән, баштарына төрлө төҫтәге шәл ябынған әбейҙәр, апайҙар, ҡыҙҙар — барыһы ла өс урам сатына ашығалар. Я. Хамматов.
2. Тәңкәһе (I, 4) булған. □ Чешуйчатый. Тәңкәле балыҡтар. ■ [Йофар] балыҡтыҡы кеүек тәңкәле ҡойроғон һөйрәп, йылт итеп һыуға төшөп китте. Г. Яҡупова.
ТӘҢКӘЛЕК (тәңкәлеге) (Р: рублёвый; И.: ...roubles worth; T: rublelik) с.
Билдәле бер тәңкәгә торошло, билдәле бер тәңкә иҫәбендәге. □ Рублёвый, ценою в определённое количество рублей. Ун тәңкәлек аҡса. Илле тәңкәлек тауар. Ж [Бай:] Нәмәһенә ғауға күтәрәһегеҙ? Бер тәңкәлек алтынға йөҙ тәңкәлек тауыш! Я. Хамматов. Ҡыҙға тип йөҙ һумлыҡ күлдәк алған [Нурислам], ҡәйнәһенә — ҡырҡ һумлыҡ, ҡайныһына — илле тәңкәлек бүләк. Ғ. Хисамов.
ТӘҢКӘЛЕ СӘСМӘҮ (Р: лента с моне тами; И.: band with coins; T.: pullu kurdele) и. этн.
Тәңкә менән биҙәлгән сәс үргесе. □ Лента с монетами. Көмөш тәңкәле сәсмәү. Тәңкәле сәсмәү тағыу. М Ҡыҙҙар бер толом үрә, кейәүҙәге ҡатындар — ике, һәм мотлаҡ эре тәңкәле сәсмәү таға. Т. Бураҡаева.
ТӘҢКӘЛЕ ЭЙӘКСЕН (Р: нагрудное украшение; И.: decorated bib; T: pullu göğüslük) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙың тәңкә, мәрйен баҫып яһалған күкрәк биҙәүесе; һаҡал. □ Нагрудное украшение из серебряных монет и кораллов. Тәңкәле эйәксен тағыу. Тәңкәле эйәксене
763