ТӘРБИӘЛЕ
кий. Тәпәшәк өҫтәл. Тәпәшәк тушәм. Тәпәшәк тау. Тәпәшәк ҡыуаҡ. ■ Көнбайыштағы тәпәшәк бер һырттың ҡойроғонан башланған арҡа аръяғына ҡояш ут тубы төҫлө ҡып-ҡыҙыл булып әкрен генә төшөп бара. Ж. Кейекбаев. Иҙәндә — балаҫтар, тур яҡта — тәпәшәк кенә өҫтәл, унда китаптар куренә. Ғ. Хисамов. Ҡар инде ҡыш урталарына тиклем байтаҡ өйҙәрҙе яртылаш, ҡайһы бер тәпәшәгерәктәрен бөтөнләй кумеп киткән. Т. Ғарипова.
2. Ҡыҫка буйлы; тәбәнәк. □ Невысокий, приземистый. Тәпәшәк кеше. Тәпәшәк ҡыҙ. ■ Исламғәле кәзә һаҡаллы тәпәшәк кеше менән риза булып бөтмәне. И. Насыри. Буйға тә-пәшәгерәк һәм йыуаныраҡ булған Райхана апайҙың ҡулдарына куҙ эйәрмәй. Р. Байбулатов. Был төптән йыуан сыҡҡан, тәпәшәк буйлы, һөйләгәндә ике куҙен дә йылмайтып, бите урталарын соҡорлатҡан ир менән Мөхәмәтша Варшава аҫтында бер ротала булғайны. М. Хужин.
3. диал. Өҫкө кимәлдән аҫҡы кимәлгә тиклемге араһы бәләкәй, тәрән түгел, һай. □ Неглубокий. Тәпәшәк калуш. Тәпәшәк улаҡ. Тәпәшәк һауыт.
ТӘПӘШӘКЛӘНЕҮ (тәпәшәклән-) (Р.: становиться ниже; И.: become lower; T.: alçalmak) ҡ.
Бейеклеге кәмеү; тәпәшәйеү. □ Становиться ниже. Яр тәпәшәкләнгән. Тушәм тә-пәшәкләнеу. Өй тәпәшәкләнгән.
ТӘРАЗ [фарс. jjl>] (Р: весы; И.: weight; T.: terazi) и. иҫк. ҡар. үлсәү.
Бизмән. □ Весы, безмен. Тәраз менән ул-сәу. Тәразға һалыу. Үҙ тәразың менән баһалау.
ТӘРАНДАР [фарс. j^'>] (Р.: любитель музыки и пения; И.: philophonist; T.: tera-neperdaz) и. иҫк. кит.
Кой яратыусы, моңло кеше. □ Любитель музыки и пения, меломан. ■ Башҡорттарым, беләһегеҙме, кемдәрҙән һеҙ? Борон булып бик мәшһур тәрандар һеҙ. С. Яҡшығолов.
ТӘРАНӘ [фарс. (Р: мелодия; И.: melody, tune; T.: terane) и. иҫк. кит. ҡар. моң П, 1.
Көй. □ Мелодия, мотив, напев. Тәранә тыңлау. Тәранә яҙыу. Тәранә һөйөусе.
ТӘРБЕ (Р: пескарь; И.: gudgeon; T.: dere kayası) и. диал. ҡар. ташбаш 1.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Тәрбе көтөуе. Тәрбе аулау. Тәрбе һөҙөу.
ТӘРБИӘ [ғәр. (Р: воспитание; И.: education; T.: terbiye) и.
1. Тейешле тәртипкә, әҙәп ҡағиҙәләренә, эш күнекмәләренә өйрәтеүгә, аң-белем биреүгә йүнәлтелгән эш, шул эш һөҙөмтәһендә үҙләштерелгән аң-белем, әҙәплелек, мәҙәни кимәл, әхлаҡи хәл. □ Воспитание. / Воспитательный. Ғаилә тәрбиәһе. Тәрбиә алыу. Мәктәп тәрбиәһе. Эстетик тәрбиә. ■ Тәрбиә быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға бирелеп, ҡаныңа, булмышыңа нығынып һеңешә бара. И. Ноғманов. Алтын буласаҡ бер әҙәм, бала ваҡытында яҡшы тәрбиә бирелмәу сәбәбенән, бер эшкә лә ярамай торған таш булып ҡалыуы мөмкин. Р. Фәхретдинов.
2. Кемгәлер йәшәү шарттары булдырып, үҙ ҡулында аҫрау, бағыу эше. □ Содержание, иждивение, уход, попечение. Бала тәрбиәһе. Ата-әсә тәрбиәһе. Ата тәрбиәһе курмәу. ■ [Бал ҡорто] йыя балдың иң-иң шифалыһын — тәрбиәһе менән башҡорттоң. Р. Бикбаев.
ТӘРБИӘ ҠЫЛЫУ (тәрбиә ҡыл-) (Р. ухаживать за кем', И.: look after; T: terbiye-lemek) ҡ.
Аҫрау, ҡарау. □ Ухаживать, присматривать за кем. ■ Ҡарт быға [егеткә] көс һыуын эсерә, ике көн тәрбиә ҡылып, беренсе бәһлеуән итә лә, уҙе ҡайтып китә. Әкиәттән. Балаларҙың вазифалары иһә (юғарыла ла һөйләнелде) — уҙ ата-әсәләренә ихтирам итеу, хөрмәт курһәтеу вә уларҙы тәрбиә ҡылыуҙыр. Р. Фәхретдинов.
ТӘРБИӘЛЕ (Р: воспитанный; И.: educated; T.: terbiyeli) с.
1. Яҡшы тәрбиә алған, әҙәп белгән, тәртипле. □ Воспитанный; благовоспитанный. Тәрбиәле булыу. Тәрбиәле бала. М Баланы тәрбиәле ғаиләләрҙең балаларына ҡатнаштырыу вә шуларға юлдаш вә иптәш итеп
25*
771