Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 772


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘРБИӘЛЕЛЕК
йөрөтөу сараһын куреу кәрәк. Р. Фәхретдинов. Марат бер аҙ эрерәк, һауалыраҡ булһа ла, тәрбиәле, итәғәтле кеше. Р. Солтангәрәев. [Мәйсәрәгә — куршеһе:] Алла бирһә, ул даланһыҙ бала булмаҫ. Куҙҙәре аҡыллы, тәбиғәте баҫалҡы, тәрбиәле. Л. Якшыбаева.
2. Тейешле шарттар булдырылған, тәртиптә тотолған, ҡараулы, яҡшы ҡаралған. □ Ухоженный. Тәрбиәле булмә. ■ Өйө ҡараулы, балаһы тәрбиәле булғас, ферма эшенән бушаған ваҡытын Мәҙинә уҙе ойошторған хорҙы көсәйтеугә бирә. Т. Ғарипова. Мына Миндехан ҡарттайыңдың әтеһе Дәуләтхан ҡәбере... — Әхмәтхан таш менән буралған тәрбиәле ҡәбергә ымланы. Р. Камал.
3. Донъя көтөүҙә эш тәртибен белгән, оҫта эш иткән. □ Хозяйственный, искусный, умелый (в ведении хозяйства). Тәрбиәле ҡатын. Тәрбиәле хужабикә. Тәрбиәле килен. ■ Тәдбирле вә тәрбиәле ҡатын идараһындағы өйҙә уҫкән вә етешкән балалар куберәк ваҡытта тәрбиәле вә тәдбирле булып етешәләр вә уҫәләр. Р. Фәхретдинов. Ауылда Сәғилә еңгәйҙән дә тәрбиәле кеше юҡ. Аш-һыуға ла килеп тороп оҫта. Р. Өмөтбаев.
ТӘРБИӘЛЕЛЕК (тәрбиәлелеге) (Р: воспитанность; И.: (good) breeding; T.: terbiyelilik) и.
Тәрбиәле (1) булыу сифаты. □ Воспитанность. Балаларҙың тәрбиәлелеге. Уҡыусыларҙың тәрбиәлелеге. ■ Ғаилә тарҡалыуы киләсәк быуынды һәләкәткә илтә, балаларҙың сабыйлығын, тәрбиәлелеген, шәхесен ҡаҡшата, уларҙың уй-хыялдарын, өмөт-ниәттәрен, мин-минлек ырыҫын селпәрәмә вата. Т. Сәғитов.
ТӘРБИӘЛӘНЕҮ (тәрбиәлән-) ҡ. төш. ҡар. тәрбиәләү 1-3. страд, от тәрбиәләү 1-3. Балалар йортонда тәрбиәләнеу. Ата-әсә ҡулында тәрбиәләнеу. Тәрбиәләнгән матур сәсеулектәр. ■ Ниндәй мөхиттә тәрбиәләнеп, нисек белем алып, ниндәй шәхес булып етешеуе киләсәген хәл итешә [баланың]. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕ (Р: воспитанник; И.: ward; pupil; T.: şakirt) и.
Балалар йортонда, баҡсаһында йәки интернатта һ.б. тәрбиә алыусы бала, үҫмер.
□ Воспитанник. Балалар баҡсаһында тәр-биәләнеуселәр. Тәрбиәләнеуселәрҙән талап итеу. ■ Өмәгә райондағы төрлө ойошмаларҙан, балалар йортонда тәрбиәләнеуселәрҙе лә иҫәпләп, ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашырға тейеш ине. Ф. Әсәнов.
ТӘРБИӘЛӘҮ (тәрбиәлә-) (Р: воспитывать; И.: educate; T: terbiyelemek) ҡ.
1. Тейешле тәртипкә, әҙәп ҡағиҙәләренә, эш күнекмәләренә өйрәтеү, аң-белем биреү.
□ Воспитывать. // Воспитание. Йәш быуынды тәрбиәләу. Яуаплылыҡ хисе тәрбиәләу. Эшкә һөйөу тәрбиәләу. Халыҡты тәрбиәләу. ■ Йәш вә сабый балаларҙы иғтибар менән тәрбиәләу вә яҡшы холоҡтар өйрәтеу, ислам әҙәптәре менән әҙәпләндереу хаҡында бөтөн көстө сарыф итеу кәрәк. Р. Фәхретдинов. Кешене мөхите тәрбиәләй, яҙмышын булмышы билдәләй. Ғ. Хөсәйенов. Мәктәп һәм мәғариф йәштәрҙә рухиәт тәрбиәләу өсөн иң йоғонтоло мөхит, төп таяныс булып хеҙмәт итә. Р. Бикбаев.
2. Кемгәлер йәшәү шарттары булдырып, аҫрау, хәстәрлек күрһәтеү. □ Воспитывать, содержать. // Воспитание, содержание. Тәрбиәләп уҫтереу. Сабый саҡтан тәрбиәләу. Мал тәрбиәләу. Ауырыуҙы тәрбиәләу. Үҙ ба-лаңдай тәрбиәләу. ■ Бибиғәйшә ҡарсыҡ уны уҙенең ейәне кеуек тәрбиәләй. Ф. Янышев. Карт-ҡоролар, арҡаһына аҫып муҡсаһын, ҡара көҙгә тиклем, билен бөгөп, тәрбиәләй ҡырҙа баҡсаһын. Ә. Әфтәх. Тигеҙ дала юлы менән китеп барған Аверьян уға арҡаһы менән терәлеп йоҡлап килгән башҡорт малайын нисек тәрбиәләу тураһында уйланды. Р Өмөтбаев.
3. Тейешле талапҡа, шартҡа килтереп хәстәрләү. □ Готовить кушанья, стряпать. Аш тәрбиәләу. ■ Әҙәм рәтле донъя көтөп, мал уҫтереп, аш-һыу тәрбиәләп өйрәнмәгән бит инде ул [Айбикә], һ. Дәүләтшина.
ТӘРБИӘЛӘШЕҮ (тәрбиәләш-) ҡ. урт. ҡар. тәрбиәләү, взаимн. от тәрбиәләү. Балалар тәрбиәләшеу. Мал тәрбиәләшергә ярҙам итеу.
ТӘРБИӘСЕ (Р: воспитатель; И.: educator; T: terbiyeci) и.
772