Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 773


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘРЕ
Тәрбиә эше менән шөғөлләнгән кеше. □ Воспитатель, воспитательница. / Воспитательский. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Яҡшы тәрбиәсе. Тәжрибәле тәрбиәсе. ■ «Икенсе ҡапҡа тышына яңғыҙ сыҡма», — тине ҡото осҡан оло ғына тәрбиәсе апай, Линараны ҡосаҡлап. Л. Якшыбаева. Баланы бағыу әсәһенә ауырға төшөр тип, юғары белемле, яңы ғына институт бөтөргән тәрбиәсеһен дә тапты [Илһөйәр]. X. Тапаҡов. Тәрбиәсегә бихисап һәнәр эйәһе һәм төрлө әлкәлә белемле булыу талап ителә. «Һаҡмар», 27 март 2013.
ТӘРБИӘҮИ [ғәр. (Р.: воспита-
тельный; И.: educative; T.: terbiyevi) с.
Тәрбиә бирә торған, тәрбиәләүгә мөнәсәбәтле. □ Воспитательный. Тәрбиәүи эш. Тәрбиәүи сара. Тәрбиәүи лекция. ■ Ислам диненең тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур, ул кешене тик изгелеккә өйрәтә, төрлө насар аҙымдарҙан ҡурсалай, ипле, итәғәтле булырға, бер-береңә ярҙам итергә, ололарҙы хөрмәт итергә өндәй. «Йәшлек», 23 октябрь
2012.
ТӘРБИӘҺЕҘ (Р.: невоспитанный; И.: ill-bred; T: terbiyesiz) с.
1. Әҙәп, тәртип ҡағиҙәләренә буйһонмаған, насар тәрбиәләнгән. □ Невоспитанный, невежливый, нетактичный. Тәрбиәһеҙ бала. Тәрбиәһеҙ кеше. ■ Тәрбиәһеҙ баланы бер кеше лә яратмаҫ, йомош ҡушмаҫтар, бәлкем, хурларҙар ғына. Р. Фәхретдинов. Тәрбиәһеҙ мәктәп күрмәк файҙаһыҙҙыр, тимерҙе ҡыҙған бәғдә һуҡмалылыр. М. Ғафури. [Илһөйәр — ҡыҙына:] Ни эшләп шул тиклем ныҡышһың, бөтә кеше беҙгә ҡарай, уңайһыҙ, ниндәй тәрбиәһеҙ ҡыҙ был, тип уйлайҙарҙыр әле. X. Тапаҡов.
2. Донъя көтөүҙә эш тәртибен белмәй, теләһә нисек эш итеүсән. □ Нехозяйственный. Аш-Һыуға тәрбиәһеҙ ҡатын.
ТӘРБИӘҺЕҘЛЕК (тәрбиәһеҙлеге) (Р: невоспитанность; И.: ill-breeding; T: terbiyesizlik) и.
Тәрбиәһеҙ булыу сифаты. □ Невоспитанность, невежливость, нетактичность. Баланың тәрбиәһеҙлеге. Йәштәрҙең тәрбиәһеҙлеге. Тәрбиәһеҙлектән килгән ҡыланыш.
ТӘРБИӘҺЕҘЛӘНЕҮ (тәрбиәһеҙлән-) (Р: испортиться; И.: acquire ill manners; T: terbiyesizleşmek) ҡ.
Тәртибе боҙолоу, холоҡһоҙланыу. □ Испортиться. Тәрбиәһеҙләнеп йөрөү. Тәрбиәһеҙ-ләнеп китеү. Тәрбиәһеҙләнеп бара.
ТӘРБӘЙГӘН (Р: лягушка; И.: frog; Т: kurbağa) и. диал. ҡар. тәлмәрйен.
Артҡы оҙон аяҡтары ерҙә һикереп йөрөүгә яраҡлашҡан, ҡойроҡһоҙ ер-һыу йәнлеге.
□ Лягушка (лат. Ranidae). Ерәнгес тәрбәй-гән. Тәрбәйгән ҡабырсағы. Тәрбәйгән тауышы.
ТӘРГӘ (Р: помост для сушки курута; И.: kind of dais; T: kurut kurutulan tepsi) и.
Ҡорот киптереү өсөн ваҡ ҡына таҡталарҙан ҡоршап бәйләп эшләнгән нәмә; ылаш. □ Помост для сушки курута. Тәргәгә йәйелгән ҡорот. Тәргәлә киптереү. Тәргәгә теҙеү.
ТӘРЕ I (Р: крест; И.: cross; Т: һаҫ) и.
1. дини. Христиандарҙың арҡысаҡ рәүешендәге табыныу әйбере, дин символы. □ Крест. / Крестовый. Алтын тәре. Тәре тағыу. М Егерме-егерме биш кенә йәштәр самаһындағы был Яйыҡ казагы башҡортса ап-асыҡ итеп һөйләшһә лә, муйынына тәре таҡҡайны. Ғ. Ибраһимов. Ныҡ тулҡынланыуҙан ағарынып, ҡалтыранған ҡулдарына тотҡан ҙур тәрене һоноп: « .. Аллаһы Тәғәлә хөкөмө алдында тәүбә ҡылығыҙ!» — тип ҡысҡырҙы [поп Алексей]. Я. Хамматов. Баяр имениеһы ҡапҡаһы төбөнә йөҙәрләгән кеше йыйылып киткән. Уртала ҙур тәре тотҡан көрәктәй һаҡаллы поп. Ғ. Хисамов.
2. Христиандар табынған изгеләр һүрәте.
□ Икона. Тәрегә ҡарап төртөнөү. Тәрегә суҡыныу. Тәреләр алдында шәм яндырыу. ■ [Ғәйзулла] ишектең яҡтауына һөйәлеп, күҙҙәрен мөйөштәге тәренән алмай, оҙаҡ ҡарап торҙо. Я. Хамматов.
♦ Ҡарт тәре әрләгәндә әйтелә. □ бран. Старый хрыч. ■ Малынан, алтын-көмөшөнән ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡа, ҡарт тәре. Р. Байымов. Тәре бағанаһы кеүек ҡатып, бер нимә эшләмәй торған кешегә асыуланып әйтелә. □ соотв. Стоять, как вкопанный (о малоподвижном человеке). Тәре бағанаһы кеүек һерәйеп торма! ■ Әхмәт тәре баға
773