ТӘРЕ
наһы кеуек бер уҙе һерәйеп тороп ҡалды. Ғ. Хисамов.
ТӘРЕ II (Р.: до; И.: till; T.: kadar) бәйл. диал.
Тиклем, саҡлы. □ До (послелог с дат. п.). Өйгә тәре. Ауылға тәре.
ТӘРЕМ бәйл. диал. ҡар. тәре II. Төшкә тәрем. ■ Кискә тәрем туҡтауын да белмәй ямғыр ҡойҙо. Экспедиция материалдарынан.
ТӘРЕ ПОХОДЫ (Р.: крестовый поход; И.: crusade; T: haçlı seferi) и. тар.
XI—XIII бб. Көнбайыш Европа феодалдарының башка дин тотоусыларға ҡаршы католик сиркәүе етәкселегендә Яҡын Көнсығыш, Балтик буйы илдәрен баҫып алыу походы. □ Крестовый поход. К Урта быуат осоронда Европа халыҡтары көрсөк, аслыҡ, эшһеҙлек кисерә. Был бәләнән ҡотолоу өсөн сиркәу әһелдәре ас, ярлы халыҡты мосолман илдәренә ҡаршы тәре походына саҡыра. «Йәшлек», 24 февраль 2012.
ТӘРЕСУҠЫШ (Р: клёст-еловик; И.: red crossbill; T: bayağı çaprazgaga) и. зоол. ҡар. шыршы турғайы.
Ҡыҙылтүштән бер аҙ ҙурыраҡ, суҡыштарының остары ҡайсыланып торған ҡош; нарат сыпсығы. □ Клёст-еловик (лат. Loxia curcirosta). Тәресуҡыш шыршы һәм ҡарағай орлоҡтары менән туҡлана.
ТӘРЕ ҺУҒЫШЫ и. тар. ҡар. тәре походы. ■ 1453 йылда Мәхмут Икенсе солтан етәкселегендәге төрөк бабалары шул замандағы христиандарҙың шанлы ҡәлғәһе булған Константинополде (Истанбулды) һуғышып алғандан һуң, бөтә Көнбайыш христиандар донъяһы уларға ҡаршы хөсөтлө тәре һуғышы әҙерләй башлай. «Йәшлек», 19 апрель 2011.
ТӘРЖЕМАН [ғәр. (Р: переводчик; И.: interpreter; T.: tercüman) и. иҫк. кит. ҡар. тәржемәсе.
Тел белмәгән кешеләрҙең һөйләшкәнен бер-береһенә тәржемә итеүсе; тылмас. □ Переводчик, драгоман. Тәржеман булыу. Газета тәржеманы. Тәржеман табыу.
ТӘРЖЕМӘ [ғәр. (Р: перевод; И.: translation; T: tercüme) и.
1. Бер телдән икенсе телгә әйләндереү эше. □ Перевод. / Переводной. Ентекле тәржемә. Тәржемә менән шөғөлләнеу. Я Әхмәтзәки Вәлиди «Кәлилә вә Димнә» әҫәренең фарсысанан төркисәгә тәржемә китабы менән таныша, тарихи география китаптарын ҡулына төшөрә. Ғ. Хөсәйенов. Тәржемә — ул бөйөк эш, кешелектең уҫеш юлында хәл иткес куренештәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта тәржемә, бигерәк тә әҙәби тәржемә, — утә яуаплы һәм ҡатмарлы хеҙмәт ул. «Йүрүҙән», 3 февраль 2012.
2. Бер телдән икенсе телгә әйләндерелгән яҙма текст. □ Перевод. Китаптың тәржемәһе. Тәржемә итеу. Инглизсә тәржемәләр. ■ Романының тулы тәржемәһе алдына килеп ятҡас, Зәһурә бер талай аныҡ ҡарарға килә алмай йөрөнө. Ф. Аҡбулатова. [Вил Ва-һапович:] Пушкиндың тәржемәһен биреусе Һеҙме ни? Ш. Хажиәхмәтов.
ТӘРЖЕМӘ ИТЕҮ (тәржемә ит ) (Р: переводить; И.: translate, interpret; T: tercüme etmek) ҡ.
Бер телдән икенсе телгә әйләндереү. □ Переводить (с одного языка на другой). Башҡортсаға тәржемә итеу. Әҫәрҙе тәржемә итеу. Дөрөҫ тәржемә итеу. ■ Ғимай нимә һөйләгәндәрен Тайновҡа тәржемә итеп бирҙе. И. Насыри. Колсобай управляющийҙың һуҙен башҡорт теленә тәржемә итте. Я. Хамматов. Ул [ғалим] телмәрен рус, инглиз телдәренә тәржемә итеу өсөн һәр саҡ Линараға мөрәжәғәт итә. Л. Якшыбаева.
ТӘРЖЕМӘИ ХӘЛ [ғәр. (р.: автобиография; И.: curricula vitae; T: tercümei-hal) и.
Үҙеңдең йәки кемдеңдер ғүмер, тормош юлы; биография. □ Автобиография, биография. Тәржемәи хәлде һөйләу. Мәшһур шәхестәрҙең тәржемәи хәле. ■ Атаһы Әхмәтша хәҙрәт Вәлидов тураһында Әхмәтзәки Вәлиди «Хәтирәләр» китабында байтаҡ ҡына һөйләһә лә, уның мәғлумәттәре буйынса ғына Әхмәтшаның тулы тәржемәи хәлен — тормош юлын асыҡлар документаль материал бик наҡыҫ. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘРЖЕМӘЛЕ (Р: переводной; И.: translated; T: tercüme edilmiş) с.
774