Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 775


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘРИЛКӘ
Тәржемә ителгән. □ Переводной, переведённый. Тәржемәле роман. Тәржемәле хеҙмәт. Тәржемәле китап.
ТӘРЖЕМӘЛӘҮ (тәржемәлә-) ҡ. ҡар. тәржемә итеү. Әҫәрҙе тәржемәләү.
ТӘРЖЕМӘСЕ (Р.: переводчик; И.: translator, interpreter; T.: tercüman) и.
Тәржемә итеүсе; тылмас. □ Переводчик; переводчица. Тәржемәсе булып эшләу. Яҡшы тәржемәсе. Тәржемәсе аша аралашыу. М Башҡорт милли культураһы тарихында М. Өмөтбаев мәғрифәтсе шағир, публицист һәм тәржемәсе булараҡ ҡына тугел, мәғрифәтсе ғалим булараҡ та тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ғ. Ҡунафин. Рафиҡ куҙҙәре менән тәржемәсене эҙләне. Л. Якшыбаева.
ТӘРЖИХ [ғәр. (Р: предпочтение; И.: predilection; T: tercih) и. иҫк. кит. ҡар. өҫтөнлөк 1.
Башҡа нәмәнән ыңғай яғы менән айырып торған, өҫтөн иткән, юғары ҡуйған сифат. □ Предпочтение, преимущественное внимание. Төп тәржих. Тәржих биреу. Тэржих алыу.
ТӘРЖИХ ҠЫЛЫУ (тәржих кыл-) (Р: предпочитать кого, что; И.: prefer; T.: tercih etmek) ҡ. иҫк. кит. ҡар. өҫтөнлөк биреү.
Ниндәйҙер сифаттарына ҡарап өҫтөн күреү. □ Предпочитать кого, что. ■ Жөнүд шаятинды тәржих ҡылып, унан һуң беҙҙе Хоҙай ормаҡ кәрәк. М. Аҡмулла.
ТӘРИКӘ [ғәр. (Р.: наследство; И.: fortune; Т: terike) и. иҫк. ҡар. мираҫ 1.
Үлгән кешенән кемдеңдер ҡарамағына күскән мал-мөлкәт. □ Наследство. Тәрикә малы. Тәрикә малын хаҡ бүлеү. Тәрикә әйтеу. В Мөслимдәр Батыршаны уҙ иттеләр: мираҫ, тәрикә малын булергә булғанда, уны әллә ҡайҙарҙан саҡырып алып китерҙәр ине. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘРИҠӘТ [ғәр. (Р.: тарикат; И.: religious field; T.: tarikat) и. иҫк.
Изгеләргә килтергән дини йүнәлеш, суфыйлыҡ юлы. □ Тарикат (метод духовного возвышения и мистического познания истины). Тәриҡәткә арнау. Тәриҡәт юлы. В Әгәр ҙә Нарморат, уҙе хыял иткәнсә, дәуләт-сәйә-
сәт эшмәкәрлегенә тотоноп китһә, тәриҡәткә, мәғрифәт уҫешенә хеҙмәт ҡылыр. Ә. Хәкимов. Атайым зекерҙе ауыҙ эсенән тауышһыҙ уҡыған Нәҡшбәнд тәриҡәтенән булһа ла, башҡаларҙың «джаһри» тигән зекерҙәрен ҡәнәғәтләнеп тыңлар ине. Ә.-З. Вәлиди.
ТӘРИЛКӘ [рус. тарелка} (Р.: тарелка; И.: plate; T.: tabak) и.
1. Йәйенке һай һауыт; таштабаҡ. □ Тарелка. Ваҡ тәрилкә. Һай тәрилкә. Йоҡа тәрилкә. Биҙәкле тәрилкә. В [Зөфәр] күтәрмәлә тәрилкә һөртөп баҫып ҡалған Нурбикә еңгәһен хәтерләп, өтәләнеп эшкә тотондо. Д. Бүләков. Бибиғәйшә ҡарсыҡ улы алдындағы бер тәрилкәне икенсеһенә алыштырҙы. Ф. Янышев. Айгузәл ҡулына йомарлаған ҡоймаҡты тәрилкәгә кире һалды. Н. Игеҙйәнова.
2. Өҫтәлгә килгән ашамлыҡ иҫәбен белдерә. □ Тарелка. Бер тәрилкә өймәләм ит. Бер тәрилкә ҡоймаҡ. В Өҫтәлгә .. ике тәрилкә икмәк ҡырҡып килтерҙеләр. Д. Юлтый. Юлдаш менән Ҡыҙырас икешәр тәрилкә аш ашанылар. 3. Биишева. Ғалимдар 500-ҙән ашыу кафе һәм ашхананы тикшергәндән һуң, бер тәрилкә аштағы тоҙҙоң бер ҡап чипсыға ҡарағанда 99 процентҡа күберәк булыуын асыҡлаған. «Көнгәк», 29 май 2014.
3. Сепарат барабаны эсендәге ҡатлы-ҡатлы түңәрәк тимер. □ Тарелка (пластинки сепараторного барабана). Тәрилкәләрҙе йыйыу. Тәрилкәләрҙе киптереү. Тәрилкәләрҙе сайҡатып ҡуйыу.
4. диал. Аш-Һыу өсөн ҡулланылған киң табаҡ; ҡоштабаҡ. □ Большая чаша. Тәрилкә менән һурпа биреу. Тулы тәрилкә. Тәрилкә менән ит. В [Аманғол] туралған итте һалма өҫтөнә, ҡалъяларҙы, йола буйынса, ҡунаҡтарҙың тәрилкәһенә һала барҙы. Н. Игеҙйәнова.
♦ Тәрилкә тотоу ярамһаҡланыу. □ Подхалимничать, заискивать перед кем. Түрә-ҡара алдында тәрилкә тотоу. Тәрилкә ялау ярамһаҡланып, кеше ыңғайына йөрөү. □ Подлизываться к кому-л. В Байҙар тәрилкәһен ялап йөрөй торған аумаҡай то
775