ТӘРИҢКӘ
ҡомдар Яйыҡта ла тулып яталар, һ. Дәүләтшина.
ТӘРИҢКӘ (Р.: блюдце; И.: saucer; T.: fincan tabağı) и. диал.
1. Сынаяҡ аҫты. □ Блюдце. Биҙәкле тә-риңкә. Тәриңкәгә ҡойоу. Тәриңкәнән эсеу.
2. Алдырҙан бәләкәй һауыт; туҫтаҡ. □ Чашка. Бер тәриңкә һурпа. Тәриңкә менән эҫе аш.
ТӘРИТ(Ә) и. диал. ҡар. тирет. Тәритә сығарыу. Тәритә әйтешеу. Тәритәгә бейеу.
ТӘРИТЛӘҮ (тәритлә-) (Р.: напевать мелодию без слов; И.: hum; T.: yavaştan şarkı söylemek) ҡ. диал.
Бейеү көйөн һүҙһеҙ көйләү. □ Напевать мелодию без слов. Тәритләп бейетеу. Тәритләп куңел асыу.
ТӘРК [ғәр. *Ся] (Р: оставление; И.: neglect; T.: terk) и. иҫк. кит.
Кем йәки ниҙеңдер ташланыуы, ҡалды-рылыуы. □ Оставление, отказ, отречение. Ваҡытлыса тәрк. Тәрк мөмкин тугел. Тәрк рөхсәт ителмәй.
ТӘРК ИТЕҮ (тәрк ит-) (Р.: покидать;
И.: abandon; neglect; T.: terketmek) ҡ.
Ҡалдырыу, ташлау. □ Покидать, оставлять, бросать. ■ Хурлыҡтыр .. кәсепте тәрк итеп, эшһеҙ ятыуҙар. Бәйеттән.
ТӘРҠИБ [ғәр. (Р: словосочетание; И.: phrase; T.: terkib) и. иҫк. кит. ҡар. һүҙбәйләнеш.
һүҙ теҙмәһе. □ Словосочетание. Тәрҡибе дөрөҫ тугел. Ғәрәпсә тәрҡиб. ■ [Хәлфә] «Әлхәмденең» тәрҡибен өр-яңынан башлап тағы ла өйрәтте. М. Ғафури.
ТӘРЛИКӘ (Р: широкая миска; И.: wide bowl; T.: geniş tabak) и. диал. ҡар. таштабаҡ.
Йәйпәк ауыҙлы һай аш һауыты. □ Широкая миска. Тәрликә менән ҡуйыу. Бер тәрликә аш. Тәрликәгә өҫтәп һалыу.
ТӘРЛИҢКӘ (Р: глубокая чашка; И.: deep bowl; T.: tas) и. диал.
ҘУР булмаған сөм һауыт. □ Глубокая чашка, миска небольшого размера. Ялтыр тәрлиңкә. Буш тәрлиңкә. Тәрлиңкәгә теҙеу.
ТӘРМӘШЕҮ (тәрмәш-) (Р.: стараться;
И.: strive (to); T.: özenmek; çabalamak) к. һөйл. ҡар. тырмашыу II, 2.
Нимәнелер эшләргә тырышыу. □ Стараться, прикладывать усердие. Ныҡ тәрмәшеу. Тәрмәшә торғас, тороп ултырҙы.
ТӘРПӘШ (Р.: ветвистый; И.: branchy; T.: budaklı) с. диал. ҡар. тарбаҡ I.
Ян-яҡҡа ҡарап тырпайышып торған, остары ныҡ айырылған. □ Ветвистый. Тәрпәш ағас. Тәрпәш имән. ■ Ағастар бында ҡыҫҡа, тәрпәш. Экспедиция материалдарынан.
ТӘРСИМ [ғәр. (Р: рисование; И.: drawing; T.: tersim) и. иҫк. кит. ҡар. һүрәт.
Һыҙма төшөрөү эше. □ Рисование, черчение, изображение. Тәрсим төшөрөу. Тәрсим яһау.
ТӘРСИМ ИТЕҮ (тәрсим ит-) (Р: рисовать; И.: draw; T.: tersim etmek) ҡ. иҫк. кит.
1. һүрәт, һыҙма төшөрөү. □ Рисовать, чертить. Ҡағыҙға тәрсим итеу. Балалар өсөн тәрсим итеу.
2. Художестволы формала тасуирлау, һүрәтләү. □ Изображать, описывать. Башҡортостанды тәрсим итеу. Тәбиғәтте тәрсим итеу. ■ Ул [яҙыусы] Гөлбикәне нәфис буяуҙар менән тәрсим иткән. Д. Юлтый.
ТӘРСИМ ҠЫЛЫУ (тәрсим ҡыл) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәрсим итеү 2. Урманды тәрсим ҡылыу. ■ Хәләл ҡандар шәуләһен куккә тәрсим ҡылған ер. Ш. Бабич.
ТӘРҪ-ТӘРҪ (Р: междометие, употребляемое для успокоения кобылицы при дойке; И.: word of soothing; T.: bir ünlem) оҡш. диал.
Бейәне һауғанда тынысландырыу һүҙе.
□ Междометие, употребляемое для успокоения кобылицы при дойке. Тәрҫ-тәрҫ, малҡай.
ТӘРТЕШКӘ (Р: кочерга; И.: poker; T.: ateş kancası) u.
1. Мейес ҡуҙын болғата торған кәкре башлы, оҙон һаплы тимер. □ Кочерга. Оҙон тәртешкә. Тәртешкә менән болғау. ■ Ҡараһаҡал өҫкө кейемен һалып элде лә сыуал янына килде, көл ҡаплаған ҡуҙҙарҙы тәртешкә менән бутап, бер-ике киҫәу утын һалды. Б. Рафиҡов.
2. миф. Ен-шайтан ҡыуыу сараһында ҡулланылған мифлаштырылған предмет.
□ Кочерга (мифологизированный предмет).
776