ТӘРТИПЛЕ
■ Боҙ яуһа, урамға тәртешкә бәрәләр, тәҙрә төбөнә бысаҡ ҡуялар. «Башҡорт мифологияһынан.
ТӘРТИКӘ БҮРЕК (бүрке) (Р.: меховая шапка; И.: fur сар; T.: kürk şapka) и. диал.
Йәнлек тиреһенән тегелгән бүрек. □ Меховая шапка. Тәртикә бурек тегеу. Тәртикә бурек кейеу. Куҙгә төшөп торған тәртикә бурек.
ТӘРТИП (тәртибе) [ғәр. (Р.: порядок; И.: order; T.: tertip) и.
1. Талапҡа ярашлы таҙа, төҙөк булған, йыйнаҡ, яҡшы хәл. □ Порядок. / Порядковый. Булмәлә тәртип булдырыу. Тәртипкә килтереу. Тәртип урынлаштырыу. ■ [Сы-уаҡай әбей] балаларҙың өҫ-баштарын йыуып кейҙереп, сәстәрен тарап уреп, бөтәһен дә тәртипкә индерҙе. 3. Биишева. Оҙон юл килеп арыған һәм алйыған һалдат [тар ].. өҫ-баштарын тәртипкә килтерә. М. Хужин.
2. Эштә, тормошта урын алған билдәле бер ҡағиҙә, закон рәүешендә ҡуйылған норма. □ Распорядок, режим, дисциплина. Хәрби тәртип. Дауахана тәртибе. Тәртипкә кунегеу. ■ Баланы уҡыт йомшаҡлыҡ, тәртип илә, һәр тимерҙе уткер итер аҡрын сар. М. Ғафури. Управляющий бөтә ерҙә уҙ законын индерҙе. Элекке тәртипте боҙҙо. Я. Хамматов. Әйтерһең, ул [Насир] хәрби етәксе булып тыуған, белеп, уйлап эш итте һәм һәр ерҙә тәртип, ойошҡанлыҡ тыуҙыра алды. Ғ. Хисамов.
3. Ижтимағи ҡоролоштағы система. □ Общественный порядок, система. ■ Әхмәтзәки Вәлиди характерлағанса, атаһының мәҙрәсәһе, нигеҙҙә, иҫке тәртиптәге ҡәдими мәҙрәсә булып ҡала, дин ғилеме төп урынды биләй. Ғ. Хөсәйенов.
4. Нимәнеңдер ҡуйылышындағы, торошондағы билдәле бер система. □ Порядок, система. Тәртипкә килтереу. Алфавит тәртибендә. Хронологик тәртип. ■ Таләмдәрҙә мәңгелек бер тәртип: барын ҡыҫып тота Һауа көсө, Ер тик Ҡояш урап әйләнһен һәм кусәренән тайпылмаһын өсөн. Й. Ильясова.
5. Берәй нәмәнең барышындағы, биреле-шендәге эҙмә-эҙлелек. □ Порядок, система. Тәртипкә килтереу. Тәртип менән ҡуйыу.
Тәртип һаҡлау. ■ Юлай өҫтө-өҫтөнә яуған һорауҙарҙы бер тәртипкә теҙергә тырышты. 3. Биишева. Әхмәтзәки Вәлиди 19121913 йылдың ҡышында «Төрк тарихы» китабының икенсе өлөшө өсөн материал туплап, уларҙы тәртипкә килтереп уткәрә. Ғ. Хөсәйенов.
6. Ниҙелер башҡарыу, үтәү алымы, ҡағиҙәһе, ысулы. □ Порядок, система. Уйындың тәртибе. Эштең тәртибе. Йәшерен һайлау тәртибе. Йыйылыш тәртибе. В Еилман хәҙер ун ике йыл эшләгән дәуерендә эшен тәртипкә һалып алды. Д. Бүләков.
7. Йәмғиәттәге, коллективтағы бөтә кеше өсөн мәжбүри булған әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләре. □ Дисциплина. Тәртипкә кундереу. Тәртип урынлаштырыу. Тәртип боҙоу. Тәртип менән йәшәу. ■ Немецтарҙың тәртип яратыу ы ла уның куңеленә хуш килә. Л. Якшыбаева.
8. Ошо ҡағиҙәләргә ярашлы ҡылыҡ. □ Поведение. Уҡыусылар тәртибе. Тәртипте баһалау. Яҡшы тәртип.
ТӘРТИП ҠЫЛЫУ (тәртип ҡыл-) (Р: сооружать; И.: organize, form; T.: tertip etmek) ҡ.
Нимәлер ҡороу, төҙөү, ойоштороу. □ Сооружать, организовывать, образовывать, формировать. ■ Неплюев.. бер полк ғәскәр ҙә тәртип ҡылып ҡуйҙы. М. Һаҙыев.
ТӘРТИПЛЕ I (Р: дисциплинированный; И.: disciplined; T.: tertipli) с.
Үҙен үҙе тотоуҙа дөйөм ҡағиҙәгә буйһонған, яҡшы ҡылыҡлы. □ Дисциплинированный, воспитанный. Тәртипле бала. Тәртипле уҡыусы. ■ Минең Солтаным һеҙҙең кеуек тәртипле кешеләргә тиң кейәу булыр ине. Ғ. Хисамов. [Старшина Хомичук] ифрат игелекле, тәртипле егет. М. Кәрим. Ата-әсәнең төп маҡсаты — уҙҙәренә тоғро алмаш булырҙай, тәртипле, аҡыллы, тәу-фиҡлы, белемле бала уҫтереу. «Йәшлек», 17 ғинуар 2012.
ТӘРТИПЛЕ II (Р: дисциплинированно; И.: in an orderly way; T.: tertipli) р.
1. Тәрбиәле, яҡшы итеп. □ Дисциплинированно. Тәртипле булыу. Тәртипле тотоу. Тәртипле булыу уңышҡа илтә. ■ Уҡытыу
777