ТӘРТИПЛЕЛЕК
сының төп маҡсаты - төплө белем, әхлаҡи тәрбиә биреу, баланыҡы — тырышып уҡыу, өлгөлө тәртипле булыу. «Йәшлек», 17 ғинуар 2012.
2. Билдәле бер система менән, эҙмә-эҙлелекте һаҡлап. □ По порядку, системно. Йыйылышты тәртипле алып барыу. Үҙеңде тәртипле тотоу. ■ Фельдшер ҡыҙ утә лә ипле, тәртипле булып тойолдо. Р. Камал.
ТӘРТИПЛЕЛЕК (тәртиплелеге) (Р.: воспитанность; И.: good manners; T.: tertiplilik) и.
Тәртипле (I) булыу сифаты. □ Воспитанность. Баланың тәртиплелеге. Тәртиплелек булдырыу. Тәртиплелеккә өйрәнеу. К Ашханала бер кем дә сыуалып йөрөмәй, тәртиплелек һәм ғаиләгә хас уҙ-ара ихтирамлылыҡ хөкөм һөрә. 3. Биишева.
ТӘРТИПЛӘҮ (тәртиплә-) (Р: упорядочивать; И.: put to order; T: tertiplemek)
к. һөйл.
1. Билдәле бер тәртипкә килтереү. □ Упорядочивать, налаживать, приводить в порядок что-л. Китаптарҙы тәртипләу. Ҡағыҙҙарҙы тәртипләу. Кейем-Һалымды тәртипләу.
2. Таҙа, йыйнаҡ хәлгә килтереү. □ Приводить в порядок что-л., убирать. Ихатаны тәртипләу. Йорт-ерҙе тәртипләу. Өҫ-башты тәртипләу. Өйҙө тиҙ генә тәртипләп алыу. ■ Өҫтәл-ултырғыстарҙы тәртипләп урынлаштырғас, йорт эсе йыйнаҡ төҫ алды. С. Агиш.
ТӘРТИП-НИЗАМ (Р: закон и порядок; И.: law and order; T: nizam ve tertip) и. йыйн.
Эш, тормоштағы төрлө тәртип. □ Закон и порядок. Тәртип-низам тотоу. Тәртип-низам ҡаҡшау. V Ҡаһирәгә килеп урынлашҡас, ул [Сәйф] ят мөхиткә, бындағы тәртип-низамға тиҙ ук өйрәнде. Ә. Хәкимов. Әхмәтзәки Вәлиди өсөн атаһы дин һәм донъя белемдәрен, ғәрәп телен уҙләштереуҙә, тормош тәртип-низамдарын, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен тота белеуҙә ғәйәт ҙур роль уйнар. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘРТИП ҺАНЫ (Р: порядковый номер; И.: ordinal number; T: seri numarası) и.
1. Предметтарҙың һаналыу тәртибен белдергән һан, номер. □ Порядковый номер. Тәртип һаны яҙыу. Тәртип һаны беркетеу. Химик элементтарҙың тәртип һаны.
2. гром. Һан һүҙ төркөмөнөң төркөмсәһе. □ Порядковое числительное. Һөйләмдә тәртип һандарын ҡулланыу. Тәртип һандары икенсе төрлө рәт һандары тип атала.
ТӘРТИПҺЕҘ I (Р: невоспитанный; И.: ill-mannered; T: tertipsiz) с.
1. Тейешле талапты үтәмәгән, дөйөм ҡағиҙәгә буйһонмаған, насар ҡылыҡлы. □ Невоспитанный, недисциплинированный. Тәртипһеҙ бала. Тәртипһеҙ уҡыусы. * Яҡуп ғумерендә беренсе ҡат «тәртипһеҙ» тигән һуҙ ишетте. М. Кәрим. Тәртипһеҙ тормош алып барыу, йөклөлөк осоронда врач кур-һәтмәләрен куҙәтмәу донъяға тыуасаҡ баланың һаулығына туранан-тура йоғонто яһай. «Көнгәк», 23 ноябрь 2012.
2. Тейешле тәртипте һаҡламаған, буталсыҡ. □ Беспорядочный, хаотический. Тәртипһеҙ эш. Тәртипһеҙ ваҡиға. ■ Иҫке әйбер-ҙәр .. аяҡ аҫтында туҙып, тәртипһеҙ өйөм булып ятмаһын. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2012.
ТӘРТИПҺЕҘ II (Р: невоспитанно; И.: displaying bad manners; T: tertipsizce) р.
1. Тейешле талапты үтәмәгән, дөйөм ҡағиҙәгә буйһонмау, насар ҡыланыу. □ Невоспитанно, недисциплинированно. Тәртипһеҙ булыу. Тәртипһеҙ ҡыланыу. Үҙеңде тәртипһеҙ тотоу. • Тәртипһеҙ ҡыланған ҡазаға осрар. Әйтем.
2. Тейешле тәртипте һаҡламаған. □ Беспорядочно. Тәртипһеҙ һалыу. Тәртипһеҙ өйөу. ■ Һәр өҫтәлдә тип әйтерлек тәртипһеҙ рәуештә китап-ҡағыҙҙар ята. Я. Хамматов. Кукте тәртипһеҙ телгеләп ялағай уйнай, дөбөр-шатыр кук кукрәй. Т. Ғиниәтуллин.
ТӘРТИПҺЕҘЛЕК (тәртипһеҙлеге) (Р: невоспитанность; И.: ill breeding; T: tertipsizlik) и.
1. Дөйөм ҡағиҙәгә буйһонмаған насар ҡылыҡ. □ Невоспитанность, недисциплинированность. Тәртипһеҙлек курһәтеу. Тәр
778