ТӘРТӘ
типһеҙлек өсөн шелтәләү. ■ Хәлимов, башын түбән баҫып бер aş ултырғандан һуң, бар ҡатылығын күрһәтергә булды: «Иптәш Игебаев! Беҙ башҡаса һинең тәртипһеҙлегеңә түҙеп тора алмайбыҙ». Р. Өмөтбаев. Алпауыт ғаиләһендә ҡыҙҙы, дворян тәрбиәһе биреп үҫтерергә теләп, тәртипһеҙлеккә өйрәнмәһен өсөн, ярлы-ябаға араһына сығармаҫҡа тырыштылар. М. Хужин.
2. Тейешле тәртип (1) булмаған, йыйнаҡлыҡ етешмәгән насар хәл. □ Безалаберность, беспорядочность. Бүлмәләге тәртипһеҙлек. Ихаталағы тәртипһеҙлек. Ҡайҙа ҡарама, тәртипһеҙлек. ■ Тәртипһеҙлектән уңайһыҙланып, хужабикә уларҙы шунда уҡ икенсе бүлмәгә индерә һалды. Р. Солтангәрәев.
3. Тейешле тәртип (3, 4) һаҡланмаған насар буталсыҡ хәл. □ Беспорядок, неурядица. Тәртипһеҙлеккә сик ҡуйыу. Тәртипһеҙлеккә юл ҡуймау. ■ Мин һеҙгә тағы бер тапҡыр аңлатам: редакцияға һеҙҙең идаралыҡтағы тәртипһеҙлектәр, етешһеҙлектәр тураһында хат килгән. Н. Мусин. Юлайҙы бынан бер нисә көн элек ботаника дәресендә булып үткән тәртипһеҙлек тә борсоно.
3. Биишева. Ағайымдың тауышы көр, гел генә тәртипһеҙлектәрҙе әрләне. Т. Ғиниәтуллин. Артта ултырыусылар уны яҡшыраҡ күреп ҡалыр өсөн һикереп аяҡҡа баҫты, күптәр алға ынтылды, этеш-төртөш башланды, һөрәнсенең тауышы тәртипһеҙлекте ваҡытында туҡтатты. Б. Рафиҡов.
4. Халыҡтың иҡтисадҡа, сәйәсәткә бәйле ризаһыҙлыҡ белдергән сығышы, революцион характерҙағы хәрәкәт. □ Беспорядок. ■ Оҙаҡламай ҡалала тәртипһеҙлектәр, буталыш китте. Р. Байымов. Михаил уларҙың [эшселәрҙең] тәртипһеҙлеккә, башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймауҙарын .. һораны. Я. Хамматов.
ТӘРТИПҺЕҘЛӘНЕҮ (тәртипһеҙлән-) (Р.: стать невоспитанным; И.: become ill bred; T: tertipsiz olmak) ҡ.
1. Йәмғиәттәге, коллективтағы бөтә кеше өсөн мәжбүри булған әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен тотмау; тәртипһеҙгә (1) әйләнеү. □ Стать невоспитанным, недисциплинирован
ным. Тәртипһеҙләнеп китеү. Тәртипһеҙләнә башлау. Йәштәр тәртипһеҙләнә.
2. Ғауға сығарыу, тәртипһеҙ ҡыланыу. □ Дебоширить, вести себя неприлично. Тәртипһеҙләнеп йөрөү.
ТӘРТКҮС (Р: кочерга; И.: poker; T.: ateş kancası) и. диал. ҡар. тәртешкә 1.
1. Мейес ҡуҙын болғата торған кәкре башлы, оҙон һаплы тимер. □ Кочерга. Тәрт-күс менән болғатыу. Тәрткүс менән төртөү. Ҡуҙҙы тәрткүс менән тартыу.
2. Яман көстәрҙе ҡыуыуҙа ҡатнашҡан мифлаштырылған предмет. □ Кочерга (мифологизированный предмет; применяется в отгонной магии). Я Боҙ-борсаҡ яуһа, тәрткүс, мейес ҡапҡасын урамға сығарып ташлау ырымы бар. «Башҡорт мифологияһынан.
ТӘРТНӘ и. диал. ҡар. тәртә. Тәртнә төҙәтеү.
ТӘРТӘ (Р: оглобля; И.: shaft; T.: araba oku) и.
1. Арба-сананың екке малды егә торған оҙон ағасы. □ Оглобля. Сана тәртәһе. Тәртә бөгөү. Тәртә һыныу. Тәртә төбөн алыштырыу. М Бер аҙ барғандан һуң, бәләкәй генә яланда янған ҡыҙыу утты уратып ултырған өс ир кеше шәүләһе, уларҙан арыраҡ тәртәләре юғары күтәрелеп бәйләнгән ике арба күренде. Я. Хамматов. Сәмләнеп өлгөргән Кинйә, .. устарының бер уңына, бер һулына төкөрөп, тәртәләрҙе тотто ла, таҙа кәүҙәһен алға һуҙып, түңгәктән түңгәккә баҫа-баҫа, аяҡ терәп, арбаны һөйрәй башланы. Ғ. Ибраһимов. Сана бер ағасҡа һуғылып, тәртә төбө өҙөлөп ҡалды. 3. Ураҡсин. • Сығынсы ат тәртә һындыра. Мәҡәл. Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ кәртә төҙәтер. Мәҡәл. Тәртәгә кермәгәнде кәртәгә керетеп булмай. Мәҡәл. Тәртә урлаһаң, сана түләрһең. Мәҡәл.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, магик көскә эйә булған предмет. □ Оглобля (мифологизированный предмет, имеет женскую семантику).
♦ Ерек тәртә үпкәсел, үсексән кешегә ҡарата әйтелә. □ Обидчивый, не понимающий шуток, доел. У него оглобли ольхо-
779