Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 780


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘРТӘШ ТАРАҒЫ
вые. ■ Мырт итеп һынырға тора, ерек шул тәртәң һинең. А. Игебаев. Тәртәне үҙеңә шаҡарыу эште, һүҙҙе үҙ файҙаңа бороу. □ Соблюдать свои интересы. Тәртәне уҙеңә шаҡарып ултырма әле! Тәртәһен кирегә шаҡарыу эштән, һүҙҙән кире ҡайтыу. □ Пойти на попятную. ■ «Ҡаһымбай ағай, саҡ ҡына уныңса булманымы, тәртәһен кирегә шаҡарырға әҙер тора», — тип уйланы Буранбай. И. Ғиззәтуллин. Тәртәнән сығыу йәшәп килгән тәртипте боҙоу, буйһонмай башлау. □ Выйти из повиновения. Бөтөнләй тәртәнән сыҡтың. Тәртәһе ерек (йәки ҡыҫҡа, мурт) ҡар. ерек тәртә. Был егеттең тәртәһе ерек. ■ Бармай ҡалырға ярамай. Батшаның тәртәһе бик ҡыҫҡа, ҡулы ҡаты. Әкиәттән. Мамед әйтә торғайны бит, бәндәнең тәртәһе ерек булһа булһын, иллә иманы сөрөк булмаһын, тип. Ш. Бикҡол.
ТӘРТӘШ ТАРАҒЫ (Р.: гребёнка для чесания льна; И.: flax comb; T.: keten tarağı) и. диал.
Етен тарауҙа ҡулланылған тараҡ. □ Гребёнка для чесания льна. Тәртәш тарағы менән тарау. Тәртәш тарағынан уткәреу.
ТӘРҮӘХ [ғәр. £>_?>] и. ҡар. тәрәүех. Тәруәх намаҙы. ■ Апайым ураҙа тота, ауыҙ асырға саҡыралар, тәруәхкә лә йөрөй. Экспедиция материалдарынан.
ТӘРХӘН (Р: благодать; И.: bliss; abundance; T.: saadet) и. диал. ҡар. рәхәт I.
Ҡәнәғәт һәм ләззәтле тойғо. □ Благодать. Тәрхәнгә сығыу.
ТӘРХӘНДӘ ЙӨРӨҮ (тәрхәндә йөрө-) (Р: жить без забот; И.: live in plenty; T.: kaygısız yaşamak) ҡ.
Эшһеҙ, рәхәтләнеп йөрөү. □ Жить без забот. Тәрхәндә йөрөргә кем дә яратмаҫ.
ТӘРҺӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуы башҡорттарының ара исеме. □ Терсяк (название одного из родовых подразделений башкир-катайцев). Тәрһәк башҡорто.
ТӘРӘБАҒАС и. диал. ҡар. тәрәш I, 2.
Тәрәбағас менән тарау.
ТӘРӘБАҪ (Р: пакля; И.: tow; oakum; T.: kıtık) и. диал. ҡар. етен сүбәге.
Етенде тәрәпләгәндән ҡалған сүбәк. □ Пакля. Тәрәбаҫ тығыу. Ҡыҫҡа тәрәбаҫ.
ТӘРӘДДЕД [ғәр. (Р: сомнение; И.: ambivalent feeling; T.: tereddüd) и. иҫк. кит.
Икеләнеү тойғоһо. □ Сомнение, колебание. Я Нажи, был мәктубте яҙып тамам иткәс тә, тәрәддед эсендә ҡалды. М. Ғафури.
ТӘРӘҘЕК (тәрәҙеге) (Р: чибис; И.: lapwing; T.: kızkuşu) и. диал. ҡар. тәгәрлек.
Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы булған, һырты менән түше йәшкелт һаҙ ҡошо. □ Чибис ( лат. Vanellus vanellus). Тәрә-ҙек төрлө бөжәктәр, селәусен, улән орлоҡтары менән туҡлана. Тәрәҙектәр оя ҡора.
ТӘРӘЗӘБРОС (Р: оконный косяк; И.: (window-) post; T.: pencere sövesi) и. диал.
Тәҙрә яңағы. □ Оконный косяк. Тәрә-зәбросты буяу. Тәрәзәбросты алмаштырыу. Тәрәзәбросҡа беркетеу.
ТӘРӘҠҠИ [ғәр. 3>] (Р: развитие; И.: development; T.: terakki) и. иҫк. кит.
Алға китеш, үҫеш; прогресс. □ Развитие, прогресс, движение вперёд. / Развитый, прогрессивный. ■ Йән эйәһенең миллиард йыллыҡ тәрәҡҡийенән һуң кеше айырылған. И. Насыри. Мәғрифәт бабтарын беҙ асайыҡ, тариҡ тәрәҡҡигә беҙ баҫайыҡ. М. Ғафури. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда, бигерәген Стәрле төбәгендә, мәғрифәттә, фәндә, ижтимағи фекерҙә тәрәҡҡи ҡараштарҙы яҡлаған ғалим һәм аҡыл эйәһе Ғәбденасир Ҡурсауиға, уның артынса Шиһабетдин Мәржәнигә фекерҙәш бер ҙур төркөм башҡорт уҡымышлылары етешә. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘРӘҠҠИ ИТЕҮ (тәрәҡҡи ит-) (Р.: развиваться; И.: develop; T.: terakki etmek) ҡ. иҫк. кит.
Алға китеү, үҫеү. □ Развиваться, прогрессировать. Ғилем-мәғрифәтте тәрәҡҡи итеу. Эште тәрәҡҡи итеу. ■ Донъяла һәр милләттең әхуәлдәре алмашыныр, гаһ ваҡыт итеп тәрәҡҡи, гаһ тәдәнниҙә улыр. С. Яҡшығолов.
780