Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 781


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘРӘН
ТӘРӘҠҠИЛӘШЕҮ (тәрәҡҡиләш ) (Р.: развиваться; И.: develop; T.: terakki etmek) ҡ. иҫк. кит.
Үҫеп камиллашыу; алға китеү. □ Развиваться, прогрессировать. // Развитие, прогресс. Мәғрифәт тәрәҡҡиләшә. Жанр тәрәҡҡиләшеу. В Йомаҡ — халыҡ ижадында бик борондан килгән хәрәкәтсән һәм популяр жанрҙарҙың береһе, әле лә ул халыҡ тормошондағы яңы куренештәрҙе уҙенсә-лекле сағылдырып, һаман уҫеуен, тәрәҡҡи -ләшеуен дауам итә. К. Мәргән.
ТӘРӘҠҠИӘТ [ғәр. (Р: развитие; И.: progress; T.: terakkiyat) и. иҫк. кит.
Алға китеш, тәрәҡҡи. □ Развитие, прогресс. В [Риза:] Хәҙер тәрәҡҡиәт заманы. Башҡорттарҙан да зыялылар сығырға ваҡыт, бик ваҡыт. Б. Бикбай. М. Ғафури халыҡты мәғрифәткә, аң-белем алыуға, тәрәҡҡиәткә саҡырҙы. К. Мәргән.
ТӘРӘҠҠИӘТЛЕ (Р: прогрессивный; И.: progressive; T.: progresiv) с. иҫк. кит.
Прогрессив ҡарашлы; алдынғы. □ Прогрессивный, передовой. Тәрәҡҡиәтле кеше. Тәрәҡҡиәтле ҡараш. Тәрәҡҡиәтле хеҙмәт.
ТӘРӘН I (Р: глубокий; И.: deep; T.: derin) с.
1. Өҫкө кимәлдән, өҫкө ҡырҙан төпкә тиклемге ара үлсәме ҙур булған; киреһе — һай. □ Глубокий. Тәрән баҙ. Тәрән бураҙна. ■ Бер саҡ Алпамыша уянып китһә — аяғы-ҡулы бығаулы, ҡорос сынйыр менән сырмау-лы, тәрән соҡор эсендәге ҡараңғы зинданда ятҡанлығын курә. «Алпамыша». Тәрән йылға аға тауышһыҙ, һай йылғалар аға сылтырап. Д. Юлтый. Мин фатирҙа йәшәгән йорт эргәһендә генә бик тәрән быуа бар ине. Ш. Бикҡол. • Тәрән йылға тын ағыр, һай йылға шаулап ағыр. Мәҡәл. Балыҡ — тә-рәнде, шоңҡар бейек кукте эҙләр. Әйтем. Суртан тәрәндә солтан. Мәҡәл.
2. Эскә, төпкә ныҡ ингән, ныҡ уйылып торған, сағыштырмаса батынҡы булған. □ Глубокий. Тәрән йыйырсыҡ. ■ Ул [Алпамыша], бығауҙан ҡотолғас та, ун биш көн самаһы зинданда ята, сөнки бығауҙар тәнгә бик ныҡ батҡан, тәрән яралар яһаған була. «Алпамыша».
3. Ҡалын ҡатлам булып ятҡан, күп булған. □ Глубокий. Тәрән ҡар. К Билгә тиклем еткән тәрән көрттө йырып, оҙаҡ килеуҙән йонсоған кешеләр, балта таҡылдаған, шаулап йығылған ағас тауыштарын ишетеп, иркен тын алдылар. Я. Хамматов. Низам байҙың аҡ бәкәлле өйөр айғыры киң кукрәге менән өҫтө боҙланып ҡатҡан тәрән ҡарҙы алдан төшөп яра, уның артынан тыу бейәләр, тай-тулаҡ эйәрә. 3. Ураҡсин.
4. кусм. Ныҡ юғарыла ятҡан, күҙ күреме етмәгән (һауа бушлығына, куккә ҡарата).
□ Глубокий, бездонный. Тәрән бушлыҡ, S Донъя тәрән, донъя ҡатлы-ҡатлы, тик беҙ бер ҡатлыбыҙ, һәлкәу ҙә. X. Назар.
5. Бик ныҡ алынған (һулыш, тынға ҡарата). □ Глубокий. Тәрән һулыш, а Айбулат тәрән тын алды. Һ. Дәүләтшина.
6. кусм. Йөрәктең, күңелдең төбөндәге, эске. □ Глубокий (о чувствах). Тәрән хис. Тәрән тойғо. В Айырылып алыҫтарға китеу сәбәп икән шуны аңларға: ниндәй тәрән һөйөу уята ер тыуған яҡтар, туған моңдарға! X. Назар.
7. кусм. Эстәлеге менән бай, ныҡлы, төплө. □ Глубокий, основательный. Тәрән ғилем. Тәрән белем. Тәрән йөкмәтке. В Ырыҫҡол тәрән уйға төштө. 3. Ураҡсин. Әхмәтзәки Вәлиди йәштән ук шиғриәттең арбаусан көсөн, хикмәтле һуҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһен, уларҙың халыҡ, көнсығыш поэзияһынан килгән тамырҙарын тойоп, зауыҡланып уҫә. Г. Хөсәйенов. Ҡарт әле өйөндә һике ситендә ултыра, куҙҙәре йомоҡ — әллә йоҡомһорай, әллә тәрән уйға талыуы. Б. Рафиҡов.
8. кусм. Юғары дәрәжәле; бик көслө, ныҡ.
□ Глубокий. Тәрән ихтирам. Тәрән ҡайғы. В Тәрән хөрмәт менән башым эйеп, баҫып торам Ҡыҙыл майҙанда. 3. Биишева.
9. кусм. Ғәмәлләнеше тулы кимәлдә булған. □ Глубокий. Тәрән тынлыҡ. В Хисмәтулла урынында борғоланды-борғоланды ла тәрән йоҡоға китте. Я. Хамматов. Тирә-яҡта киң ялан тәрән йоҡоға талған. Р. Назаров.
ТӘРӘН II (Р: глубоко; И.: deeply; Т.: derin) р.
781