ТӘРӘНГӘ ЕБӘРЕҮ
1. Өҫкө кимәлдән бик ныҡ аҫта, төптә. □ Глубоко. Тәрән ҡаҙыу. Тәрән һөрөү. Тәрән күмеү. Тәрән быраулау. ■ Ерең һөрөлгән бик насар. Ҡайҙа — тәрән, кайҙа — бик һай. Р. Ниғмәти. Ике ҡитғаның ике яҡҡа тартылыу ы арҡаһында ҡаялар ҡалҡып сыҡҡан, урыны-урыны менән ер тәрән убылған. Б. Рафиҡов. Минең Ватан — мәңге ошо ерҙә, тамырҙарын тәрән ебәргән. М. Кәримов.
2. күсм. Йөрәктән, күңелдән. □ Глубоко. ■ Күңелһеҙ, эс бошорғос уйҙарға күмелгән Касьянов тәрән итеп көрһөндө лә һүҙен дауам итте. Я. Хамматов. Вил Ваһапович йөҙөн Флүрәнең сәстәренә терәне лә, үпкәләгәндәй, тәрән көрһөндө. Ш. Хажиәхмәтов.
3. күсм. Ныҡлы, төплө. □ Глубоко. ■ Хызыр бин Ғәбделвәхит әл-Стәрле (18501903) төрлө фәнгә маһир, тарих, географияны, астрономияны тәрән белгән, Риза Фәхретдин яҙғанса, заманаһының бер ысын ғалимы булып таныла. Ғ. Хөсәйенов. Әсә-йемдең һәм атайымдың аңлатыуҙарына таянып, 1918 йылда Муллағолдоң беҙҙә һаҡланған дәфтәрен һәм унда атайым өҫтәп яҙған шиғырҙарын уҡып, уны тәрәнерәк өйрәндем. Ә.-З. Вәлиди.
ТӘРӘНГӘ ЕБӘРЕҮ (тәрәнгә ебәр-) ҡ. ҡар. тәрәнгә инеү. һүҙҙе тәрәнгә ебәрмәҫкә тырышыу. ■ Байгилде шофёр егет менән эште тәрәнгә ебәрмәү хәйерлерәк икәнде аңланы. Д. Бүләков.
ТӘРӘНГӘ ИНЕҮ (тәрәнгә ин ) (Р: далеко заходить в чём; И.: delve into; deepen; T.: derinleştirmek) ҡ.
Ентекле, етди, мөһим төҫ биреү. □ Далеко заходить в чём. һүҙ тәрәнгә инде.
ТӘРӘНГӘ ТӨШӨҮ (тәрәнгә төш-) ҡ. ҡар. тәрәнгә инеү. ■ Ул [Рафиҡ] аталған программаларҙың йөкмәткеһе буйынса төрәнгә төшөп торманы, сөнки күптәр был турала хәбәрҙар ине. Л. Якшыбаева.
ТӘРӘНЛЕК (тәрәнлеге) (Р: глубина; И.: depth; T.: derinlik) и.
1. Нимәнеңдер өҫтөнән, ҡырынан аҫҡа тиклемге ара. □ Глубина, глубь. Диңгеҙ тәрәнлеге. Һыуҙың тәрәнлеге. Ҡарҙың тәрәнлеге. Тәрәнлекте үлсәү. Уртаса тәрәнлектә һөрөү. М Һыу алтмыш-етмеш сажин
киңлегендә, ә тәрәнлегенең иҫәбе юҡ ине. Д. Юлтый. Агроном бармаҡтары менән ерҙе соҡоп, бер квадрат метр урында нисә орлоҡ күмелеүен иҫәпләне, уның тәрәнлеген үлсәне. Ғ. Аллаяров. Анкер болттарын беркетер өсөн бетон нигеҙҙәрҙең уртаһында өсәр метр тәрәнлеккә еткән төрлө диаметрҙағы тишектәр ҡалдырырға кәрәк. Ә. Байрамов.
2. Ер өҫтөнән тәрәндә ятҡан урын. □ Глубина. ■ Улар [геологтар] Урал тәрәнлектәренә һөжүм башланы. Д. Бураҡаев. Ә бит ниндәй тәрәнлектән беҙгә өҙөлмәйсә еткән был тамыр. Р Бикбаев. Милованова кристаллы тау тоҡомдары ҡатлауының ниндәй тәрәнлектә ятҡанын белеү һәм үлек фауна карталарын тулыландырыу эшенә тотондо. Ә. Бикчәнтәев.
3. күсм. Нимәнеңдер ысын асылы; нигеҙ-лелек, төплөлөк. □ Глубина. Белем тәрәнлеге. Мәғәнә тәрәнлеге. Кисереш тәрәнлеге. Быуаттар тәрәнлегендә. ■ [Гәүһәр:] Мөхәббәттең көсөн, тәрәнлеген айырылышып йәшәмәй белеп булмай бит ул. И. Абдуллин. Әмир Ҡарамыш, хәлде бөтә тәрәнлегендә аңлап, етдиләнеп китте. Р. Байымов. Мәҡәл тик һөйләү ағышында ғына үҙенең бөтөн тәрәнлеген асып, яҡтылығын сәсеп ебәрә. Ф. Нәҙершина.
ТӘРӘНЛӘНЕҮ (тәрәнлән-) ҡ. ҡар. тәрәнәйеү 1. Туҡтауһыҙ ямғырҙарҙан һуң күл тәрәнләнеп китте.
ТӘРӘННЕМ [ғәр. (Р: напев; И.: tune; T.: melodi) и. иҫк. ҡар. йыр 1.
Әкрен генә көйләгән көй. □ Напев. ■ Кәйләмә, хәсрәт көйөң һәр дәм ҡолағымда гиҙә. Ил йөрәген гел генә моңдар, тәрәннемдәр өҙә. Б. Мирзанов.
ТӘРӘНТЕН I с. һөйл. ҡар. тәрән I, 1, 2, 3. Тәрәнтен соҡорға төшөү. Тәрәнтен баҙ. Тәрәнтен өң өңөлгән. Тәрәнтен хәл.
ТӘРӘНТЕН II (Р: основательно; И.: solidly; T.: adamakıllı) р. һөйл.
Төплө итеп, бөтә асылында. □ Основательно, глубоко. Тәрәнтен генә һөйләп биреү. Тәрәнтен уйлау. Тәрәнтен фекерләү. Тәрәнтен белеү. ■ Комбат китеп барғас, үҙе тураһында ныҡ, тәрәнтен уйланырға мәжбүр булды майор. С. Поварисов. Тап шул
782