ТӘРӘНӘЙТЕҮ
тема менән тәрәнтен шөғөлләнгән мәрхум академик М. К. Любавский әфәнде уҙе яҙып ҡалдырған. Й. Солтанов.
ТӘРӘН-ТӘРӘН I (Р.: очень глубокий; И.: very deep; T: derin derin) с.
Бик ныҡ тәрән. □ Очень глубокий. Тәрән-тәрән соҡорҙар. Тәрән-тәрән кулдәр. ■ Донъяла матур-матур ҡалалар, тәрән-тәрән диңгеҙҙәр, икһеҙ-сикһеҙ урмандар бар. С. Поварисов. [Бабайҙың] тәрән-тәрән йыйырсыҡлы киң маңлайы артҡа тәгәрләп киткән. К. Кинйәбулатова.
ТӘРӘН-ТӘРӘН II (Р: очень глубоко; И.: very deeply; T.: derin derin) р.
Үтә тәрән булып. □ Очень глубоко. Тәрән-тәрән һулап ҡуйыу. Тәрән-тәрән тын ала башлау. ■ Ҡалҡыуыс осонсо тапҡыр инде тәрән-тәрән сумып сыҡты. һ. Дәүләтшина. [Ҡыҙрас:] Ерҙе тәрән-тәрән быраулап, кешеләр бығаса барып етмәгән ҡатламдарҙан нефть табам. 3. Биишева. Зәйнәпбаныуҙың ауырыу кешеләй ыңғырашҡаны һәм тәрән-тәрән көрһөнгәне ҡолаҡҡа салынып ҡала. Ғ. Лоҡманов.
ТӘРӘНӘЙЕҮ (тәрәнәй ) (Р: углубляться; И.: deepen; T.: derinleşmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер тәрәнлеге артыу, тәрәнгә (1) әйләнеү. □ Углубляться, становиться глубоким. // Углубление. Йылға тәрәнәйҙе. Маңлайының йыйырсыҡтары тәрәнәйеп киткән. Ҡаҙған һайын соҡор тәрәнәйә барҙы. Ҡисәгегә ҡарағанда йырғанаҡ купкә тәрәнәйгән. ■ Ғимат Сәлимовичтың маңлай һырҙары тәрәнәйҙе. Яр. Вәлиев. Маңлайҙағы йыйырсыҡтар, ерҙәге йырғанаҡтар кеуек, тағы ла тәрәнәйә төштөләр. Ә. Байрамов. Мәтеле балсыҡ көслө ҡулдар менән аҡтарылып алынып ситкә ырғытылды, һәр көрәктән һуң соҡор тәрәнәйә барҙы. Тәрәнәйгән һайын ҡаҙыу ҙа ауырлашты, балсыҡ та ҡата барҙы. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Иркенәйеү (һулыш, тын алыуға ҡарата). □ Улучшаться (о дыхании). ■ Сәфәрҙән һуң һин уҙеңде һулышың тәрәнәйә төшкән, һөйәктәрең еңеләйә биргән кеуек тояһың. Р. Ғабдрахманов.
3. кусм. Нығыу, төплөгә әйләнеү. □ Укрепляться, укрепиться. Ҡараштың тәрәнә-
йеуе. Дуҫлыҡ тәрәнәйҙе. Мөхәббәт хистәре тәрәнәйә барҙы. М Фәрит директорҙың ғаиләһе менән дә танышҡас, яҡынлыҡ тойғоһо тағы ла тәрәнәйҙе. Ш. Янбаев.
4. кусм. Етди, ҡатмарлы төҫ алыу. □ Углубляться. ■ Һәр кешене, һәр уләнде, һәр йән эйәһен аңларға, төшөнөргә тырыша Хашим, тырышҡан һайын, төпкәрәк төшкән һайын уйҙары ҡатмарлана, һағыштары тәрәнәйә. Т. Ғарипова. [Мурзин — Айбулатҡа:]Китапты уҡыған һайын яңы бер нәмә сығып тора, уйлаған һайын мәғәнәһе тәрәнәйә бара. Һ. Дәүләтшина. Мәсьәлә һаман да тәрәнәйә, тармаҡлана. Д. Юлтый.
ТӘРӘНӘЙТЕЛЕҮ (тәрәнәйтел-) ҡ. төш. ҡар. тәрәнәйтеү, страд, от тәрәнәйтеү. Тәрәнәйтелә башлау. Урҙар яңынан тәрә-нәйтелде. Бағана соҡоро йәнә бер метрға тәрәнәйтелде.
ТӘРӘНӘЙТЕҮ (тәрәнәйт-) (Р: углублять; И.: deepen, make deeper; T.: derinlet-mek) ҡ.
1. Тәрәнлек кимәлен арттырыу, тәрәнгә әйләндереү, тәрән итеү. □ Углублять, делать более глубоким. Тәрәнәйтеп ебәреу. Тәрәнәйтеп алыу. Канауҙы тәрәнәйтеу. Баҙҙы тәрәнәйтеу. Тәрәнәйтеп сығыу. Тәрәнәйтә башлау. ■ Кукшишмә башланған урынды кәртәләп алдылар, уның төбөн тәрәнәйттеләр. Р. Низамов. Ер кипмәгән, уның өҫтөнә һәр көн таң алдынан төшкән эре бөртөклө ысыҡ игендәрҙең, уләндәрҙең уҫеуҙәрен тиҙләтә, тамырҙарын тәрәнәйтә. А. Таһиров. [Һалдаттар] оҙон төндәр буйы ер соҡоп, землянкалар ҡорҙолар, окоптар ҡаҙҙылар, траншеяларҙы тәрәнәйттеләр. Я. Хамматов.
2. кусм. Етди төҫ биреү, тәрәнгә ебәреү. □ Углублять. Бәхәсте тәрәнәйтеп ебәреу. Мәҡәл әйтер һуҙҙең асылын тәрәнәйтә. ■ Зөләйха эште һаман да тәрәнәйтергә тырышты, хат яҙа торғас, башымды ҡатырып бөттө. Т. Йәнәби. Яҡында ғына тәлмәрйендәр гөрләуе, тал араһынан һирәк-һаяҡ ҡына ишетелгән тартай тауышы был тынлыҡты тәрәнәйтеп ебәрә. Р. Ғабдрахманов. Азамат һуҙҙе тәрәнәйтергә теләмәне. Р. Солтангәрәев.
783