ТӘРӘП
ТӘРӘП (тәрәбе) и. диал. ҡар. тәрәпләүес. Тәрәп ағасы. Тәрәпкә төрөу. Тәрәп менән эш итеу.
ТӘРӘПЛӘҮ (тәрәплә-) (Р.: выбивать лён; И.: beat (clean); T.: keten dövmek) ҡ.
Сүсте тәрәпләүес менән һуҡҡылау; ҡағыу. □ Выбивать лён, коноплю. Етенде тәрәпләу. Тәрәпләй башлау. Тәрәпләп бөтөу. Тәрәпләп төрөу. Tuş генә тәрәпләп ҡуй.
ТӘРӘПЛӘҮЕС (Р: плоская палка для выбивания льна; И.: flat stick for beating flax; T.: filariz) u.
Сүсте һыҙыра-һыҙыра ҡағып, талҡышынан таҙарта торған йоҡа ялпаҡ ағас; ҡаҡҡы. □ Плоская палка для выбивания льна. Тәрәпләуес менән ҡағыу. Көнө буйы тәрәпләу ес менән эшләу. Тәрәпләуес тотҡан ҡулдың устары өйкәлгән.
ТӘРӘС (Р: чашка весов; И.: plates, discs; T.: kefe) и. диал.
Бизмән тәрилкәһе. □ Чашка весов. Тә-рәстәрҙе тигеҙләу. Икенсе тәрәскә гер ултыртыу. Тәрәскә һалып улсәу. Бөтә нәмәне лә тәрәскә һалып улсәп булмай.
ТӘРӘТЛӘҮ (тәрәтлә-) ҡ. диал. ҡар. йөн тетеү. Яҙғы йөндө тәрәтләу. Ойоҡбаш өсөн йөн тәрәтләу. Ҡулындағы йөнөн бик ентекләп тәрәшләне.
ТӘРӘҮЕХ [ғәр. öu'j2] (Р: таравих; И.: Tarawih; T.: teravih) и. дини.
Ураҙала киске намаҙға ҡушып уҡыла торған өҫтәмә намаҙ. □ Таравих (желательный намаз, который совершается в месяц Рамадан после обязательной ночной молитвы). Тәрәуех уҡыу. и Тәрәуехтә моңланып тәсбих әйтеуҙәр ҡысҡырып. С. Яҡшығолов. Тәрәуех көндәрендә динде данлап, «Әлбиҙаҡ» әйткән ауыл йәштәрен яңы ойошторолған комсомол ячейкаһы уҙенә тартты. Р. Өмөтбаев.
ТӘРӘШ I (Р: пучок чёсаного льна, волокна; И.: bunch of carded flax; T.: bir demet taranan keten) и.
1. Тарап иләүгә әҙерләнгән бер ус сүс шәлкеме; көнйәлә. □ Пучок чёсаного льна, волокна. Бәләкәй тәрәш. Оҙон тәрәш. Ике тәрәш етен. Өс тәрәш сус. ■ Уның [Әхтәри ҡарттың] етен тәрәше кеуек һаҡалы тушенә
етеп тора, сәсе әллә ҡасан ағарып бөткәйне инде. Ж. Кейекбаев.
2. Сүс тарай торған оҙон тешле, һаплы ағас тараҡ; тәрәш тараҡ. □ Чесалка (для льна). Өләсәйемдең тәрәше. Ағас тәрәш. Һөйәк тәрәш. Саған тәрәш. ■ [Ҡыҙ:] Батша миңә өс шырпынан һоҫа, тәрәш, суре яһатып бирһен. Әкиәттән.
3. диал. Етенде, киндерҙе талҡып тарағандан һуң ҡалған ҡыҫҡа сүс; ҡаба төбө, сүбәк. □ Пакля; очёски, вычески, очёс; охлопок, охлопье. Етен тәрәше. Киндер тәрәше. Тәрәшкә әйләнгән.
4. диал. Йүкәһе һыҙырылмаған ҡабыҡ. □ Лубок. Тәрәштең йукәһен һыҙырыу. Тәрәш өйөмө.
5. диал. Йөн таҙартыу тарағы. □ Шерс-тобитка. Тәрәш менән кәзә мамығын тарап алыу. Тәрәште һындырыу. Ваҡ тешле тәрәш. Эре тешле тәрәш. Һирәк тешле тәрәш менән мамыҡты еңелсә генә тарап алыу.
ТӘРӘШ II (Р: чага; И.: tree fungus; T: çağa mantarı) и. диал. ҡар. ҡыуау.
Ҡайын һәм ерек олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәк; баҡы. □ Чага, берёзовый гриб (лат. Inonotus obliquus). Тәрәш халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ашҡаҙан ауыртҡанда, тәрәш ҡайнатып әсәләр. Ҡайындың тәрәшен киҫеп алыу.
ТӘРӘШ III (Р: стрекоза; И.: dragon-fly; T: kızböceği) и. диал. ҡар. энәғараҡ.
Ике ҙур күҙле, таяҡса һымаҡ кәүҙәле һәм ике пар үтә күренмәле оҙонса ҡанатлы, сырлап осоусы бөжәк. □ Стрекоза (лат. Odonata). Тәрәш ҡанаты. Тәрәш төрҙәре. Тәрәштәр сырылдашып оса. Беҙҙең планетала тәрәштәр иң боронғо бөжәктәр һанала.
ТӘРӘШЛЕ I (Р: чёсаный; И.: tow; Т.: keten ve kendir lifleri) с.
Тәрәш итеп әҙерләнгән; шәлкемле. □ Чёсаный (лён в пучках, кудель). Аҡ тәрәшле сус. Тәрәшле етен. Тәрәшле киндер. ■ [Үгәй инә] ҡыҙға бик куп тәрәшле сус биреп, уҙ ҡыҙын эйәртеп китте, ти. Әкиәттән.
ТӘРӘШЛЕ II и. диал. ҡар. тәрәш I, 1.
■ Гөлбанат әбей иләп ултырған орсоғон шәрәшлегә сәнсеп, урынынан торҙо. М. Ғафури. Ғәләмәт ҡыҙыҡ кеше Фәһимдең ола
784