Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 785


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тәсдиҡ
таһы. .. Яңы таралған тәрәшле кеуек һелкенеп тора аҡ һаҡалы. И. Ғиззәтуллин.
ТӘРӘШЛӘТЕҮ (тәрәшләт ) ҡ. йөкм. ҡар. тәрәшләү I. понуд. от тәрәшләү I. Тәрәшләтеп алыу. Тәрәшләтеп биреу. Курше инәйҙән киндер тәрәшләтеу.
ТӘРӘШЛӘҮ (тәрәшлә-) (Р.: чесать лён; И.: card flax; T.: keten taramak) ҡ.
1. Сүсте тарап, тәрәш-тәрәш итеп әҙерләү. □ Чесать лён. Тәрәшләп алыу. Тәрәшләй башлау. Етеҙ генә тәрәшләу. Киндер тәрәш-ләу. Ҡалған етенде тәрәшләп бөтөу.
2. кусм. Үтәнән-үтә гиҙеп, тетеп, ҡыҙырып сығыу (урманды һ.б.). □ Прочёсывать (лес и т.п.). ■ [Старшина:] Тимәк, ул урманды уратып тәрәшләргә ҡала. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘРӘШ ТАРАҠ (тарағы) и. ҡар. тәрәш I, 2.
ТӘРӘШТӘҮ (Р.: спиннинг; И.: spinning; Т.: spin olta) и. диал.
Сығырға уратылған оҙон епле, балыҡҡа оҡшатып яһалған ялтырауыҡлы ҡармаҡлы йыртҡыс балыҡ тотоу ҡоралы; спиннинг.
□ Спиннинг. Тәрәштәуҙе ағын һыуға ташлау. Тәрәштәу менән балыҡ тотоу. Тәрәш-тәу менән эре балыҡ ҡармаҡлау. Тәрәштәу сығыры. Эре ҡармаҡлы тәрәштәу.
ТЭС I (Р: шлёп!; И.: smack!; T.: şap!) оҡш.
Яланғас тәнгә йәки һыуға ус менән еңелсә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Шлёп! Тәс итеп ҡалыу. Тәс итеп һуғыу. Тәс иткән тауыш. Тәс иттереп сәпәу. ■ Таймень урә һикерҙе лә ҡойроғо менән һыуға тәс бәрмәһенме! Й. Мостафин. Кәлимә ҡыҙҙарҙың тәс тә тәс тубыҡтарына тиклем бысранып балсыҡ иҙгәнен ҡарап торҙо. Ғ. Хисамов.
ТӘС II р. ҡар. тас IV. Тәс атаһы. Тәс әсәһе. Тәс апаһы. ■ [Еңгәһе — Тимергә:] һин тәс егет булып еткәнһең, ә теге саҡта, ауылдан киткәндә, итек башындай ғына малай инең. Б. Бикбай. [Солтанмәхмут — Ғәбделбарыйға:] Тәс минеке һымаҡ икән. Минең донъя ла, улсәп бескәнме ни, һинеке шикелле. Р. Өмөтбаев.
ТӘСАДЕФ [ғәр. (Р: неожиданная встреча; И.: sudden encounter; T.: tesadüf) и. иҫк. кит.
Кемдеңдер көтмәгәндә осрау ы, кем менәндер көтмәгәндә осрашыу. □ Неожиданная, случайная встреча. Уйламаған тәса-деф. Тәсадефкә юлығыу. ■ Ғәжәп бер тәсадеф мине хайранға ҡалдырҙы. 3. Өммәти.
ТӘСАДЕФ ИТЕҮ (тәсадеф ит-) (Р: неожиданно встретить; И.: encounter unexpectedly; T.: tesadüf etmek) ҡ. иҫк. кит.
Көтмәгәндә осрау, осратыу. □ Неожиданно встретить. Тәсадеф итеп тороу. Кисә тәсадеф иттем. ■ Был хәҙрәттәрҙең береһе миңә нумерҙа тәсадеф итте. М. Ғафури.
ТӘСАРРЫФ [ғәр. (Р: власть; И.: power; T.: tasarruf) и. иҫк. кит.
Идара хоҡуғы; хөкөм. □ Власть, правоспособность. ■ Староста уҙендә бик ҙур тәсаррыф барлығына ныҡ ышанған. М. Ғафури.
ТӘСАУУЫФ [ғәр. t (Р: тасаввуф; И.: Sufism; T.: tasavvuf) и. иҫк. кит. ҡар. суфыйлыҡ 2.
Ислам динендә мистик йүнәлеш. □ Тасаввуф, суфизм. ■ Бындағы шәкерттәрҙең бөтәһе ишанға мөрит булып, тәсаууыф юлына кереп, тәсбих тартып йөрөй. М. Ғафури.
ТӘСБИХ [ғәр. (Р-: хвала Аллаху; И.: praise to Allah; T.: teşbih) и. дини.
1. Алланы ололап ҡабат-ҡабат әйткән һүҙ. □ Хвала Аллаху. Тәсбих әйтеу. Көн дә тәсбих әйтеу. Тәсбих тыңлау. ■ [Әбей:] Аллам, уҙең һаҡла, Раббым, әйткән тәсбихтарым хаҡына\ Р Ниғмәти. Кешеләр уны [Сәлихтең яңы әҫәрен] тәуҙә эстән генә уҡыны,.. тәсбих әйткән кеуек шыбырланы. Ғ. Хисамов.
2. ҡар. тиҫбе. Тәсбих тартыу. Тәсбих тартҡан әбей. ■ Тәсбих тартҡан ҡулдарға ҡағыҙ, ҡәләм биргәнһең. Р. Бикбаев. Корбан-бикә ҡарсыҡ ойоған, йоҡомһораған куҙҙәрен асыр-асмаҫ ҡына итеп тәсбих тартып ултыра ине. Т. Ғарипова. Тәсбих тартып ултырған ахун, етеҙ бесәй шикелле һикереп, иҙәнгә төштө. Р. Өмөтбаев.
ТӘСДИҠ (тәсдиғы) [ғәр. (Р: подтверждение; И.: confirmation; T.: tasdik) и. иҫк. кит. ҡар. раҫлау 1, 4.
Раҫлау һүҙе йәки тамғаһы. □ Подтверждение, утверждение. Тәсдиҡ итеу. Тәсдиҡ ҡуйыу. Рәсми тәсдиҡ алыу.
785