ТӘСДИҠ ИТЕҮ
ТӘСДИҠ ИТЕҮ (тәсдиҡ ит-) (Р.: подтверждать; И.: confirm; T.: tasdik etmek) ҡ. иҫк. кит.
Дөрөҫләп тамға ҡуйыу, раҫлау □ Подтверждать, утверждать, заверять, ратифицировать. Тәсдиҡ итеп тороу. Кеше фекерен тәсдиҡ итеу. Ҡарар тәсдиҡ ителде. ■ Мин уның һуҙҙәрен баш ҡағып тәсдиҡ итеп кенә ултырам. М. Ғафури. Эре хәрефтәр менән уның [Каҙнабаевтың] тормош юлы һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге тәсдиҡ ителә. Д. Бүләков. 15 ноябрҙә Мәркәз Башҡорт Шураһы тарафынан иғлан ителгән Башҡортостан милли һәм тупраҡлы мөхтәриәтен Ҡоролтай бер ауыҙҙан тәсдиҡ итә. Й. Солтанов.
ТӘСДИҠ ҠЫЛЫУ (тәсдиҡ ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәсдиҡ итеү. Тәсдиҡ ҡылып тороу. Рәсми тәсдиҡ ҡылыу. ■ Батыршаның башына мең һум ярлыҡаш аҡсаһы тәсдиҡ ҡылынған. Ғ. Ибраһимов. [Ҡыр-ҡаҙаҡтың] уҙен хан итеп тәсдиҡ ҡылған аҡ батшаға биргән анты бар. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘСЕЛДӘТЕҮ (тәселдәт-) (Р.: шлёпать;
И.: slap; T.: şaplamak) ҡ.
Ҡабат-ҡабат яланғас тәнгә йәки һыуға еңелсә һуғыу; тәс-тәс иттереү. □ Шлёпать. Куләуектән тәселдәтеп утеу. Бала ҡулдары менән һыуға тәселдәтә башланы.
ТӘС ИТЕҮ (тәс ит-) (Р: шлёпать; И.: spank; T.: şamarlamak) ҡ.
Яланғас тәнгә йәки һыуға еңелсә һуғыу. □ Шлёпнуть. Еңелсә тәс итеп алды. Беләгенә тәс иттерҙе. Тәс итеп ҡалды. Үҙ һуҙле ҡыҙыҡай аяғы менән куләуеккә баҫып тәс иттереп ҡуйҙы.
ТӘСЛИМ [ғәр. (Р: передача; И.: transfer; T.: teslim) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер тапшырылыуы. □ Передача, вручение. Фәнгә тәслим булыу. Әҙәбиәткә тәслим кеше. Дингә тәслим булыу. ■ Мин әле лә уның [Ғәлимә апайҙың] ҡәһәрле тормошҡа тәслим ителеп .. золом ителеуен куҙ ал-дымдан ебәрә алмайым. М. Ғафури. [Сәйфелмөлөк:] Мин изге дин юлына аяғымды ҡуйып торам, Хоҙайға тәслиммен. Ә. Хәкимов.
ТӘСЛИМ ИТЕҮ (тәслим ит-) (Р: передать что-л:, И.: give; transfer; T.: teslim etmek) ҡ. иҫк. кит.
Биреү, тапшырыу. □ Передать что-л., вручать, вверять, отдавать, выдавать, доставлять, поставлять. Дингә тәслим итеу. Фәнгә тәслим итеп йәшәу. Бар ваҡытты китап уҡыуға тәслим итеу. М Тиҙ генә уның [Буҙйегеттең] итегенең олтанынан ҡылысын алалар ҙа сабып ултерәләр. Йәнен тәслим итергә уҙенең ҡылысын көткән икән. «Буҙйегет». Заманында Кук Урҙаға тәслим иттеләр [урыҫтарJ, хәҙер иһә бөйөк Сыңғыҙхан тәртиптәрен юҡ итмәкселәр. Ә. Хәкимов.
ТӘСЛИМ ҠЫЛЫУ (тәслим ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәслим итеү. Бала бағыуға уҙен тәслим ҡылған. Хәйриә менән шөғөл-ләнеугә уҙен тәслим ҡылған. Тумерлеккә тәслим ҡылыу.
ТӘСМИӘ [ғәр. (Р: название; И.: ар-pelation; T.: tesmiye) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер атамаһы; исем. □ Название. Тәсмиәһен белеу. Тәсмиә биреу. Тәсмиәһен ҙурыраҡ хәрефтәр менән яҙып ҡуйыу.
ТӘСМИӘ ИТЕҮ (тәсмиә ит-) (Р: называть; И.: name; T.: tesmiye etmek) ҡ. иҫк. кит.
Нимәнеңдер исемен әйтеү, исемләү, атау. □ Называть, именовать. ■ Венгрҙар уҙҙәрен мадьяр, төрөктәр мажар тип тәсмиә итә. М. һаҙыев.
ТӘСМИӘ ҠЫЛЫУ (тәсмиә ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәсмиә итеү. М Бәхәстә Ромул Ремде ултереп, ҡалаға уҙ исемен бирмеш. Ошо көндә һаман халыҡтарҙың бәғзеләре Рим, бәғзеләре Ромул тип тәсмиә ҡылалар. М. Өмөтбаев. Йәнә һарай эсендәге бер шишмәне «Марияның куҙ йәше» тип тәсмиә ҡылалар. М. Өмөтбаев. Бөрө башҡорттарын ирәкте исеме менән тәсмиә ҡылғандар. «Башҡорт антологияһы»нан.
ТӘСМӘЛЛӘТЕҮ (тәсмәлләт-) ҡ. йөкм. ҡар. тәсмәләү 2. понуд. от тәсмәләү 2. Йәйпәк таштар тәсмәлләтеу. Йылға өҫтөнә таштар тәсмәлләтеп тороу. Малайҙар таш тәсмәлләтә башланы.
ТӘСМӘЛӘҮ (тәсмәлә-) (Р: семенить; И.: walk quickly in small steps; T.: tıpış tıpış yürümek) ҡ. һөйл.
1. Ваҡ-ваҡ баҫып шәп атлау. □ Семенить. V [Зифа] тәсмәләп килеп аяғына уралған
786