Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 788


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҪЕТЕҮ
ТӘҪЕТЕҮ (тәҫет-) ҡ. диал. ҡар. тәсмәләү 2. Малайҙар һыу өҫтөнән таш тәҫетә-ләр. Таш тәҫетә башланылар. Бер-бер артлы таш тәҫеттеләр.
ТӘҪЛӘҮ (тәҫлә-) ҡ. ҡар. таҫлау. Тәҫләп сығыу. Тәҫләп тороу. Тәҫләй башлау. Арҡыс-торҡос ятҡан нәмәләрен етеҙ генә тәҫләп ҡуйҙы.
ТӘҪТЕП (Р.: рикошетом; И.: at the rebound; T.: sekerek) р. диал.
Ҡаҡсып килеп. □ Рикошетом. Тәҫтеп барып тейҙе. Таш ҡаяға тейеп тәҫтеп китте.
ТӘҪ-ТӘҪ (Р: возглас, которым успокаивают кобылу при доении; И.: kind of soothing interjection; T.: atları sakinleştirme ünlemi) саҡ.
Һауғанда бейәне тынысландырыу өсөн әйтелә. □ Возглас, которым успокаивают кобылу при доении. Бейә һауыусыларҙың тәҫ-тәҫ тигән һалмаҡ ҡына тауышы ишетелә. Еңгә бейәһен тәҫ-тәҫ тип тынысландырып алды.
ТӘТЕ (Р: курок; И.: trigger; T.: tetik) и.
Атыу ҡоралының сирткесте ыскындыра торған ырғаҡ рәүешендәге өлөшө. □ Курок. Мылтыҡ тәтеһе. Тәтегә баҫыу. Тәтене ыскындырыу. ■ Әкрәм наган тәтеһен баш бармағы менән тартып ҡараны. А. Таһиров. Бармағың менән тәтегә баҫыу етә — карабин уҙенән-уҙе ата башлаясаҡ. Ә. Бикчәнтәев. Дошман бына эргәлә генә, уларҙы тик ат арбаһы ғына айыра, тәтегә генә баҫ. Р. Байымов.
ТӘТЕГӘС (Р: название одного из башкирских родов племени юрматы; И.: name of a Bashkir clan; T: bir Başkurt boyunun adı) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название одного из башкирских родов племени юрматы. Тәтегәстәр йыйын йыйған. Тәтегәстәр тирмәһе. Тәтегәс ерҙәре. Тәтегәс ырыуы юрматы ҡәбиләһенә ҡарай. М Ә инде юрматыларҙың һәр аймағы — аҙнайҙар һәм тәтегәстәр, тәл-тем-илсектимерҙәр һәм аҡсулпандар уҙ тауыштарын әйтмәй ҡалманы. Ғ. Ибраһимов.
ТӘТЕЛБАЙ (Р: говорун; И.: tattler; Т.: geveze) и. диал. ҡар. телдәр.
Ихлас һөйләргә яратыусы. □ Говорун, болтун. Тәтелбай менән оҙаҡлап торҙом. Тәтелбайҙы тыңлау. Тәтелбайҙың һөйләуе бөтмәҫ.
ТӘТЕЛДӘК (Р: говорливый (о детях, женщинах); И.: garrulous; T: dilli düdük) c.
Һүҙгә әүәҫ; телдәр (балаға йә ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Говорливый (о детях, женщинах). Тәтелдәк бала. Тәтелдәк ҡыҙ. Тәтелдәк сабый һымаҡ ҡыланыу. ■ Буранша улгәндә, .. ике йәшлек тәтелдәк ҡыҙ ине ул Зөлхизә. 3. Биишева, һауынсылар араһынан әлеге тәтелдәк Ғәйниямал телгә килде. С. Поварисов.
ТӘТЕЛДӘҮ (тәтелдә-) (Р: лепетать (о ребёнке); И.: babble; T.: dillenmek) ҡ.
1. Һөйләшә белер-белмәҫ аралашыу; тел асыла башлау (бала хаҡында). □ Лепетать (о ребёнке). Бала тәтелдәп йөрөй. Бала уҙенсә тәтелдәй. Тәтелдәй башлаған. М Малай ғорур ҡыуаныс менән ағаһы янында тәтелдәп торҙо. 3. Биишева. Ул [Рәшиҙә] һикенән ағаһының муйынына һарылды ла тәтелдәргә кереште. X. Мохтар. Бала бала инде, Рөстәм уҙенекен тәтелдәй. Н. Мусин.
2. Йыш-йыш әйтеп, өҙмәй һөйләү. □ Болтать, быстро говорить, болтать неумолчно. Тәтелдәй башлау. Туҡтауһыҙ тәтелдәй. Тәтелдәп тора. Кәрәк-кәрәкмәгәнде тәтелдәу. ■ Ул [Гөльямал] ғәҙәттәгесә тәтелдәп, .. уҙ хәбәрен һөйләп ултырҙы. Ж. Кейекбаев. [Йыуантаҡ ҡыҙ — Ленаға:] Китсе, Лена, бигерәк куп тәтелдәйһең, старшина һиңә урамдан килгән малай тугел дәһә. Ғ. Аллаяров. Сәлимә генә тәтелдәне лә тәтелдәне.
3. Ураҡсин.
ТӘТЕЛДӘҮГЕС (Р: перепел; И.: quail; T.: bıldırcın) и. диал. ҡар. бүҙәнә 1,1.
һорғолт сыбар төҫлө, оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күгәрсен ҙурлығындағы ялан ҡошо (итен ашайҙар); бүҙәнә, бытбылдыҡ. □ Перепел (лат. Cotumix). Инә тәтелдәу -гес. Тәтелдәугес ояһы. Тәтелдәугес тауышы. Ары-бире тәтелдәугес тәтелдәп ҡуя.
ТӘТЕЛДӘҮЕК (тәтелдәүеге) (Р: зуёк; И.: plover; T.: yağmurkuşu) и.
Оҙон ҡыҙыл аяҡлы, оҙон муйынлы, тура суҡышлы, һырты һарғылт көрән, ҡанат
788