Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 789


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘТСЕҮӘРҘӘҮ
тары сыбар, күгәрсендән бәләкәйерәк, һыу буйында йә һаҙҙа йәшәүсе күсмә ҡош. □ Зуёк (лат. Charadrius). Тәтелдәүек ояһы. Тәтелдәүек балалары. Ата тәтелдәүек. Инә тәтелдәүек.
ТӘТЕЛДӘҮЕС и. диал. ҡар. тәтелдәүек. Тәтелдәүес балаһы. Тәтелдәүес йомортҡаһы. Тәтелдәүестәр башҡа ҡоштарҙан түштәренең аҡ буйлы һыҙыҡтары булыуҙары менән айырыла.
ТӘТЕМ I и. диал. ҡар. татлыҡай. Тәтем тамырын һурыу. Тәтем сәскәһе. Тәтем ҡаҙып алыу.
ТӘТЕМ II (Р.: бутень Прескотта; И.: chervil; T.: frenkmaydanozu) и. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ.
Япрағы менән тамыры кишергә оҡшаған ашай торған үлән; ҡыр кишере. □ Бутень Прескотта (лат. Chaerophyllum). Тәтем соҡоп алыу. Тәтем ҡаҙып ашау. Тәтем тамыры. Тәтем сәскәһе.
ТӘТЕТЕҮ (тәтет-) (Р.: выделить долю; И.: allot a share; T: paylaşmak) ҡ.
1. Кемгәлер өлөш сығарыу, биреү; ауыҙ иттереү. □ Выделить долю, предоставить что-н. Йәй йомарт булды, торло емеш-еләген тәтетте. Алып ҡайтҡан йыуасаһын тәтетте. ■ Баҙарсы күстәнәсте бигүк йомарт тәтетмәһә, [балалар] мыҫҡыл һүҙҙәре әйтеп ҡала. Ф. Иҫәнғолов. [Председатель — бригадирға:] Ниңә витаминлы үләнде колхоз малына тәтетмәйһең? Р. Низамов.
2. күсм. Өлөш сығарыу, биреү; яҙмышҡа яҙылған булыу. □ Выделить долю, предоставить что-н. Тормош беҙгә әсеһен дә, сөсөһөн дә тәтетте. Яҙмыш төрлөһөн дә тәтетеп кенә тора. ■ Хәйер, был донъя көрәшһеҙ кескәй генә рәхәтен дә тәтетмәй. Д. Исламов.
3. диал. Ниндәйҙер шыйыҡлыҡҡа ҡушыу, һалыу. □ Добавить, положить. Сәйгә ҡаймаҡ тәтетеү. Саҡ ҡына шәкәр тәтетеү. Йылы һыуға бал тәтетеү. Сәйгә лимон тәтетеү.
ТӘТЕҮ (тәте-) (Р.: перепадать; И.: fall to one's lot; T.: düşmek) ҡ.
1. Өлөш сығыу, тейеү. □ Перепадать, доставаться. Емеш беҙгә тәтемәне. Бай
рамдан һуң балаларға төрлө тәмлекәстәр тәтейәсәк. Тәтеп тороу. « Ололар мине [ауырыу малайҙы] арыу ғына быжғытып алды, һәм ошо көндән башлап һөт, ҡатыҡ кеүек еңелерәк ашамлыҡтар күберәк тәтей башланы, ауырыу ҙа бөттө. Б. Бикбай. Сере асыҡ: [әсир] аш бешереүсегә ярарға тырыша, аш мулыраҡ эләгер, тип өмөтләнә. Тик Миша был яҡҡа бик йомарт түгел, Ерәнгә норманан артыҡ тәтемәй. Ә. Бикчәнтәев.
2. диал. Тәмләп ҡарау. □ Пробовать на вкус. Аштың тоҙон тәтеп ҡарау. Сәйҙең шәкәрен тәтеп ҡарау, һутгпы тәтеп ҡарау. Шишмә һыуын услап алып тәтене.
3. күсм. Кемдеңдер өлөшөнә тейеү, эләгеү. □ Перепадать, выпадать (о счастье и др.). Уҡыу бәхете тәтене. ■ Һуғыш арҡаһында рәтле уҡыу тәтемәне. Д. Исламов. Атаһынан да, әсәһенән дә артыҡ наҙ тәтемәһә лә, алсаҡ, матур ҡыҙ булып үҫеп килә уның [Күкһылыуҙың] Мәҙинәһе. Т. Ғарипова.
4. диал. Ташлау, ырғытыу. □ Кидать, бросать. Тәҙрәгә таш тәтеү. Йылғаға таш тәтеү. Тәтеп киткән.
ТӘТЕҮӘЛ и. ҡар. тәтелдәүек. Тәтеүәл — һаҙ ҡошо. Тәтеүәл бала сығарған мәл. Тәтеүәл ҡанаттарын ҡағып ҡуйҙы.
ТӘТЕШЕҮ (тәтеш-) (Р: чокаться (стаканами, рюмками); И.: clang glasses together; T: kadeh tokuşturmak) ҡ. диал.
Ҡуша төкөтөү, бер-береһенә бәреү, сәкәштереү. □ Чокаться (стаканами, рюмками). Рюмкалар менән тәтешеү. Бәллүр бокалдар менән тәтешеү.
ТӘТКЕ и. диал. ҡар. тейәк. Тәткегә эләктереп элеү. Йүкәнән тәткеләр әҙерләп тороу. Эсәк, ҡарын, ҡырҡҡатлансыҡтар барыһы ла тәтке менән сәйгә эленде.
ТӘТСЕҮӘРҘӘҮ (тәтсеүәрҙә-) (Р.: быть разборчивым в еде; И.: be choosy; T: yemek seçmek) ҡ. диал. ҡар. талымлау.
Ашта һайланыу, аш төрләү. □ Быть разборчивым в еде, быть гурманом. Сырхау ҡатын тәтсеүәрҙәп тора. Бала-саға йомшаҡ, һөтлө ризыҡтар һорап тәтсеүәрҙәй. Йөклө ҡатын ваҡыты-ваҡыты менән тәтсеүәрҙәп ала.
789