Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 790


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘТӘБЕЙ
ТӘТӘБЕЙ и. диал. ҡар. тәтелбай. Тәтә-бейҙең теле телгә йоҡмай. Тәтәбей оҙаҡ тәтелдәп хәбәрен һөйләне.
ТӘТӘЙ I (Р.: игрушка; И.: toy; T.: oyuncak) и.
1. Балалар уйната торған нәмә; уйынсыҡ. □ Игрушка. Тәтәй менән уйнау. Тәтәй уйнатыу. Тәтәй һатып алыу. ■ Ниндәй матур, Ләйлә, был тәтәйҙәр, ниндәй матур һинең ҡурсаҡтар. Т. Арслан. Һабантурғай тәтәй, еҙ ҡыңғырау сәңгелдәккә минең эленгән. Р. Бикбаев. [Сыуаҡ әбей — Сәғурәгә ҡыҙы хаҡында:] Өс айҙа ҡулына тәтәй тотоп уйната башланы. 3. Биишева.
2. Шыршыны биҙәү өсөн эленмәле уйынсыҡ. □ Ёлочная игрушка. Ёлка тәтәйҙәре. Шыршыға быяла тәтәйҙәр элеу. Шыршы ботаҡтарын ялтыр тәтәйҙәр менән биҙәу.
3. миф. Арбау мәлендә ауырыу эйәһе күсерелгән предмет. □ Игрушка, предмет, на который переносят духов болезней при заговоре. ■ Ай, ҡайҙа һинең тәтәйең? «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Тәтәй тапҡан бала һымаҡ (йәки шикелле) ҡыуаныу ныҡ шатланыу. □ Сильно радоваться. Маҡсатына ирешкәс, тәтәй тапҡан бала һымаҡ ҡыуанды. В Закир, куптән эҙләгән тәтәйен тапҡан бала шикелле, һаман шул һуғыш менән мауығып йөрөй, курәһең. 3. Биишева.
ТӘТӘЙ II ( Р. : красивый; И.: fine; T.: güzel) с. бал.
1. Ҡарауға матур, асыҡ биҙәкле. □ Красивый, изящный. Тәтәй таш. Тәтәй кулдәк. Тәтәй итектәр. Ш Матур тәтәй быялалар менән һәйбәт таштар ғына өс кеҫә булды. М. Кәрим. Бер көндө ул [ситләтелгән малай] урамға йылҡылдап торған йәшкелт тәтәй кулдәк кейеп сыҡҡан. Н. Ҡотдосов.
2. кусм. Матур итеп кейенергә, ҡупшыланырға яратып, эшкә һүлпән ҡараған. □ Любящий покрасоваться. Тәтәй ҡатын булып сыҡты. В Тәтәй ҡыҙ Сания: «Әллә ҡайҙа, йәһәннәм төбөндә ятҡан ауылға китеп, башымды юғалтыр хәлем юҡ», — тип талашты. М. Тажи. [Рифат — Мөхәмәткә:] Арт һабағын уҡытайыҡ әле тәтәй малайҙың. Р. Байбулатов. Теге Бокалдин бар ине бит
әле, комсомолдан сығарҙыҡ тәтәй егетте. Б. Бикбай.
ТӘТӘЙ III (Р.: тётя; И.: aunt; T: teyze) и. диал. ҡар. апай 2.
Әсәйҙең йәки атайҙың һеңлеһе. □ Тётя. Минең тәтәйем. Тәтәйем менән театрға барҙыҡ. Тәтәйем ҡунаҡҡа киләсәк. Тәтәйҙе байрам менән ҡотлау.
ТӘТӘЙ IV (Р.: цветок; И.: flower; T: çiçek) и. диал. ҡар. сәскә 1.
Үҫемлектең инәлектән һәм һеркәле матур таждан торған үрсеү ағзаһы. □ Цветок. / Цветочный. Муйыл тәтәйе. Куксин тәтәйе. Тәтәй өҙөу.
ТӘТӘЙ БАҪЫУ (тәтәй баҫ-) (Р: впервые вставать на ноги (о ребёнке); И.: get up for the first time; T: ayaklanmak (bebek) ҡ. диал.
Башлап аяҡҡа баҫыу; ҡаҙыҡай тороу (атлай башламаған бала хаҡында). □ Впервые вставать на ноги (о ребёнке). Тәтәй баҫып тороу. Тәтәй баҫа башлау.
ТӘТӘЙ ҠОШ и. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. Тәтәй ҡош тотоу. Тәтәй ҡош төрҙәре. Көндәр йылыныу менән, тәтәй ҡоштар куренә башлай.
ТӘТӘЙЛӘНЕҮ (тәтәйлән-) (Р: щего лять; И.: be foppish, dress foppishly; T: süslenmek) ҡ. диал. ҡар. ҡупшыланыу 1.
1. Матур итеп кейенеп яһаныу. □ Щеголять, наряжаться. Тәтәйләнеп йөрөу. Тәтәй-ләнергә ярата. Тәтәйләнеп алған.
2. Үтә яғымлы булып, нескә хисле булып ҡыланыу; сөсө телләнеү; сөсөләнеү. □ Заискивать, подхалимничать перед кем-л. // Заискивание, подхалимничанье, подхалимство. Ни һөйләргә белмәй, тәтәйләнеп тора. Тәтәйләнә башлай. Йомошо төшкәндә, тәтәйләнеп ала.
ТӘТӘЙЛӘҮ (тәтәйлә-) ҡ. диал. ҡар. биҙәү I, 2. Тәтәйләп ҡуйыу. Тәтәйләп бөткән. Куҙ ҡамаштырырлыҡ итеп тәтәйләгән.
ТӘТӘЙ СЕБЕН и. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. Тәтәй себен килеп ҡунды. Тәтәй себенде куҙәтеу.
ТӘТӘЙ ТАУЫҠ (тауығы) и. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. Иртә яҙҙан тәтәй тауыҡтар куренә башланы.
790