ТӘҮБӘ
ТӘТӘЙТАШ (Р.: драгоценный камень; И.: precious stone; T.: değerli taş) и. диал.
1. Ҡиммәтле таш. □ Драгоценный камень. Тәтәйташ менән биҙәлгән балдаҡ. Асыҡ ҡыҙыл төҫлө тәтәйташ ҡуйып эшләнгән сулпы. Ваҡ ҡына тәтәйташтар менән семәрләнгән беләҙек.
2. Йышылып, шымарып бөткән ваҡ ҡаты таш; ҡырсынташ. □ Галька. / Галечный. Йылғаның яр буйы аҡ тәтәйташ менән ҡапланған. Тәтәйташ супләу. Йылға төбөндә эреле-ваҡлы тәтәйташ. Урам эсенә тәтәйташ тушәу.
ТӘТӘЙ ӘБЕЙ (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. диал.
1. Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫтәге, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ. □ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Тәтәй әбей килеп ҡунды. Тәтәй әбей ҡанаты. Я Тәтәй әбейҙәр куренә башлаһа, көндәр йылыныр. һынамыш.
2. Арҡаһы ҡыҙыл, ҡара төрткөлө ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк; ҡыр тараҡаны; сеңгәсәй, еңгәсәй. □ Красноклоп бескрылый, солдатик (лат. Pyrrhocoris apterus). Өйҙөң нигеҙен тәтәй әбейҙәр һырып алған. Ағас өлонөн тәтәй әбейҙәр һырыған. Яҙғы ҡояш нуры төшкән ергә тәтәй әбейҙәр йыйылған.
3. миф. Мифлаштырылған бөжәк, ышаныуҙар буйынса, Алла һыйыры. □ Божья коровка (мифологизированное насекомое, являющееся по представлениям башкир живностью Аллаха). Я Тәтәй әбей, ос, ос! Ҡапҡа артына ҡас, ҡас! Халыҡ ижадынан.
ТӘТӘҮ (Р.: дядя; И.: uncle; T.: amca) и. диал.
Атайҙан оло ир туған. □ Дядя. Тәтәугә ҡунаҡҡа барыу. Тәтәуем биргән буләк. Ауылда йәшәгән тәтәуем. Тәтәу булыу.
ТӘУАБИҒ [ғәр. и. иҫк. ҡар. табиғ.
Тәуабиғ булыу. Тәуабиғ кеше. Тәуабиғ дәуләтп.
ТӘУ\Ф [ғәр. (Р.: кружение; И.:
giration; round; T.: tavaf) и. иҫк. кит.
Нимәлер тирәһендә әйләнеп, уратып йәрәш. □ Кружение. Иҫәпһеҙ тәуафтар.
ТӘУАФ ИТЕҮ (тәуаф ит-) (Р: ходить вокруг; И.: walk around; T.: tavaf etmek) ҡ. иҫк. кит.
Әйләнеп, уратып йөрөү. □ Ходить вокруг, крутиться, околачиваться. Тәуаф итә башлау. Тәуаф итергә сығып киткән. Йәнә кәрәкмәгән ерҙә тәуаф итә башлаған.
ТӘУАФ ҠЫЛЫУ (тәуаф ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәуаф итеү. Бер нисә мәртәбә тәуаф ҡылып килде. Я [Хәсән] һыраханаларҙы, йәшерен урамдарҙы тәуаф ҡыла башланы. Ә. Иҫәнбирҙин.
ТӘҮ I (Р: впервые; И.: for the first time; T.: ilk) р.
1. Беренсе мәртәбә, беренсе тапҡыр, башлап (ҡабатланған йәки ҡабатланасаҡ эш-хәл иҫәбендә). □ Впервые, в первый раз. Тәу барғанда. Тәу ишеткән кеуек. Тәу килгән саҡта. Тәу кургәндәй ҡыланыу. Тәу башлап куреу. Тәу ҡарашҡа. Тәу тапҡыр. Я Тәжрибәһеҙ дурт егеткә тәу тапҡыр һал ҡыуыу еңелгә тура килмәне. И. Абдуллин. Врач тәу ҡарамаҡҡа бик һәйбәт булырға оҡшаған. Ш. Янбаев. Тәу ҡат Өфө тауҙарына баҫып, «Сынрау торна» көйөн тыңланым. Р. Бикбаев.
2. Ниндәйҙер эштән элек, иң башта (урын-ваҡыт килештә килгән осраҡта ҡайһы бер һуҙҙәр менән эш-хәлдең башланған ваҡытын белдергән һуҙбәйләнеш яһай). □ В начале, в первое время. Тәу мәлдә мине ҡурҡыу сорнаны. Тәу башта барып курәйек. Тәу осорҙа итәғәтле ҡыланды. Тәу саҡта яҡшы эшләне. Тәу юлға ғәфу итеу. Я [Шатморат] иң тәу тамағын туйҙырҙы, унан һуң йоҡлап алды. Д. Исламов. [Бала әсәһен] тәу арала һораш-ҡылай торғайны, хәҙер бик телгә лә алмай. Б. Бикбай. [Бабай] иң тәу һыу һорап алып эсте. И. Насыри.
ТӘҮ II (Р: первый; И.: first, primary; T.: ilk) с. һөйл.
Беренсе булған, тәүге. □ Первый, первоначальный. Тәу исемлек. Тәу нөсхә һаҡланмаған. Я Үҙебеҙ менән алып ҡайтырбыҙ тәу емешен йәшлек гөлөнөң. Ғ. Сәләм. [Фәхри:] Трактор батҡан! — тип ҡысҡырҙы ла, ку-ҙенә тәу салынған нәмәне, һөйәуле торған тәртәне эләктереп, һыу буйына йугерҙе. Б. Бикбай.
ТӘҮБӘ [ғәр. (Р: покаяние; И.: repentance; T.: tövbe) и. дини.
791