ТӘҮБӘГӘ КИЛЕҮ
1. Ярамаған эш-ҡылыҡ өсөн Алла ҡаршыһында белдерелгән үкенес һүҙе. □ Покаяние, раскаяние. Тәубә әйтеу. Тәубә тиеу. Тәубә, тиң. Әстәғәфирулла тәубә! ■ һәр кеше: «Аҡтыҡ сәғәт, ләхәулә, — ти, — ярлыҡа, я Алла, тәубә, тәубә», — ти. Ш. Бабич. Ғазраил яғанан тотҡас, тәубәнән файҙа юҡ. Р. Байымов. • Үлгәндән һуң тәубә юҡ. Әйтем. Мин-мин тигәнгә тәубә бар, һум тимергә балға бар. Әйтем.
2. кусм. Нәмәгәлер ныҡ аптырағанда, ни-ҙелер бик килешһеҙ күргәндә әйтелә. □ Что за напасть; Боже мой; Господи. Е [Әбей:] Әстәғәфирулла тәубә, киленкәйем, өйгә тәре генә кәрәк инде. Т. Йәнәби.
3. Төрлө хәүефле, насар эштәрҙән аралауҙы үтенеп әйтелгән һүҙ; Аллам һаҡлаһын.
□ Боже упаси. ■ [Сафура:] Тәубә, тәубә, киленең шул булып ҡуймаһын. Б. Бикбай. Тәубә, тәубә... быны бер кем белмәй, быны хатта Ишмөхәмәт тә белмәй\ Т. Ғарипова. [Батырша уҙ алдына:] Шайтан ҡотҡоһона төшмәгәйең, тәубә, тәубә. Ғ. Хөсәйенов.
4. Ниҙелер бүтән эшләмәҫкә үҙеңә биргән ант һүҙе. □ Зарок. Тәубәгә ҡайтыу. ■ Буранбайҙың был тәубәһенән иптәштәре .. көлөргә тотондо. Д. Юлтый.
5. Католиктарҙың үҙ гөнаһтарын һөйләп, Алланан ярлыҡау һорау йолаһы. □ Исповедь. Тәубә итеу. М Мамед батареяла йәшә-уенең өсөнсө көнөндә ук, тәубәгә килгән кеше кеуек, миңә куңелен асып һалды. Ш. Бикҡол.
6. миф. Һүҙ магияһы менән бәйле нимәнеңдер ысын булмауын, юш килмәүен, тормошҡа ашып ҡуймауын теләп әйтелгән һүҙ.
□ Не дай Бог! (выражение опасения, неодобрения чего-л.). Тәубә, тәубә, Хоҙай курһәт-мәһен! Тәубә, әллә куҙемә куренә башланы инде.
♦ Тумыртҡа (йәки туҡран) тәүбәһе үтәлмәгән ялған тәүбә. □ Ложное раскаяние. Йыш тумыртҡа тәубәһе әйтеп ҡотолоу. Я [Абдулла мулла — Янышҡа:] Тәубәгә килеу — яҡшы эш. Ләкин был тумыртҡа тәубәһе генә ине. Ғ. Ибраһимов. Генерал-майор хандың туҡран тәубәһе һуҙенә ышанмай. Ғ. Хөсәйенов. • Туҡран тәубәһе таңға тиклем. Әйтем.
ТӘҮБӘГӘ КИЛЕҮ (тәүбәгә кил-) ҡ. ҡар. тәүбә итеү. Ваҡыт утер, тәубәгә килер. Аңлаһа, тәубәгә киләсәк. Я Ихсанбай тәубәгә килгән. Т. Ғарипова. Данирҙың тәубәгә ки-леуе Кәбирҙе ҡыуандырҙы. Яр. Вәлиев.
ТӘҮБӘГӘ КИЛТЕРЕҮ (тәүбәгә килтер-) ҡ. йөкм. ҡар. тәүбәгә килеү, понуд. от тәүбәгә килеү. М Ул [батша] бит беҙҙе гөнаһтарыбыҙ өсөн тәубәгә килтерергә ебәрелгән Алла ҡамсыһы. Б. Рафиҡов.
ТӘҮБӘГӘ УЛТЫРТЫУ (тәүбәгә ултырт-) (Р: заставить раскаиваться кого-то; И.: make repent; T.: tövbe ettirmek) ҡ.
Насар эш-ҡылыҡты ҡабатламаҫҡа, тәүбә итер хәлгә килтереү. □ Заставить раскаиваться кого-то. Оҙаҡ уйлағандан һуң, уғрыны тәубәгә ултыртырға булдыҡ. Алдаҡсыны тәубәгә ултыртыу.
ТӘҮБӘ ИТЕҮ (тәүбә ит-) (Р: покаяться;
И.: repent; T.: tövbe etmek) ҡ.
1. Ярамаған эш-ҡылыҡ өсөн Алла ҡаршыһында белдерелгән үкенес һүҙе әйтеү, үкенеү. □ Покаяться, раскаяться. • Гөнаһ ҡылһаң, тәубә итә бел. Әйтем.
2. Ниҙелер бүтән эшләмәҫкә үҙ-үҙеңә ант биреү. □ Давать зарок, обет. Һуңғы барғанда тәубә иттем. Башҡарған эштәре, гөнаһтары өсөн тәубә итте. ■ Гәбделнасир уҙенең һуңғы ике-өс йылда уткән ғумерен бер-бер артлы куҙ алдынан уткәрҙе лә бынан һуң бер ҡасан да юҡ-барға ҡыҫылмаҫҡа тәубә итеп ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Мөхәмәтшәриф ахун уҙенең иҫән ҡалыу хөрмәтенә ҡорбан салдырҙы, инде бындай алабарманлыҡ кур-һәтмәҫкә тәубә итте. Р. Өмөтбаев.
ТӘҮБӘ ҠЫЛЫУ (тәүбә ҡыл-) ҡ. ҡар. тәүбә итеү. Һуңынан тәубә ҡылырға тура килмәгәйе. Тәубә ҡылырға тура килде. М [Латифа] угәй балаларға яуызлыҡ итмәҫкә тәубә ҡылһа ла, был тәубәһе бик оҙаҡ дауам итмәне. М. Ғафури. Кем гөнаһлы, ул тәубә ҡыла. Ғ. Хәйри. Абыҙ уҙенең намыҫын юйған аҡылһыҙ бәндәләргә ышанғаны өсөн тәубә ҡылырға тотоноп киткән. Б. Рафиҡов.
ТӘҮГЕ I (Р: первый; И.: first; T.: ilk) с.
1. Ғәмәлләшеүҙә ваҡыт яғынан беренсе булған. □ Первый. Тәуге мөхәббәт. Тәуге аҙымдар. Тәуге бала. Яңы йылдың тәуге кө
792