Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 793


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҮҘӘ
нө. Тәуге ҡырау төштө. Ҡыштың тәуге айы башланды. ■ Тып-тын ғына тәуге ҡарҙар яуа, һуңғы япраҡ менән аралаш. Р. Бикбаев. Ғилман ауылға председатель булып ҡайтҡан юғары белемле тәуге уҙ кеше ине. Д. Бүләков. Әгәр тәуге аҡ сәстәр ирҙәрҙә олпатлыҡ тойғоһо уятһа, ҡатындарҙа укенеу, һулыу хистәрен ҡуҙғата. И. Абдуллин.
2. Иҫәп яғынан беренсе булған; баштағы. □ Первичный, первоначальный. Тәуге форма. Тәуге проект. Тәуге уй-кисерештәр. Журналдың тәуге һаны. Пландың тәугеһен ҡабул итеу. В [Сергей — Тоняға:] Барыһын оноторға, һинең турала уйламаҫҡа, тәуге хәлемә кире ҡайтырға тырышып ҡарайым. А. Абдуллин. • Тәуге балаға һуңынан тыуған туғыҙ баланың ҡәҙере эләгә. Әйтем. Тәуге ир — ир йолаһы, икенсеһе — йөҙ ҡараһы. Әйтем. Тәуге ҡатын — мал аҫрарға, һуңғы ҡатын — йән аҫрарға. Әйтем.
3. Ниндәйҙер эште башлауҙа беренсе булған. □ Первый. Космосҡа осҡан тәуге космонавт. Тәуге конкурсант. Тәуге герой. ■ Зөлхизә ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәугеләрҙең тәугеһе булып .., шомло йоланы емереп утте. 3. Биишева. Беҙ уҙебеҙ тәуге булып кутәрмәйбеҙ һуғыш ҡоралын. Р. Ниғмәти.
ТӘҮГЕ II р. ҡар. тәү I. Тәуге кургән кеше. Тәуге осрашыу. Тәуге килеу. В Әйтерһең дә, уҙ ҡатынын ул [Ишбулды] бөгөн тәуге курҙе. Н. Иҙелбай.
ТӘҮГЕ СӘС (Р: первые волосы ребёнка; И.: baby’s first hair; T.: bebeğin ilk saçları) и.
1. Сабыйҙың башлап сыҡҡан сәсе. □ Первые волосы ребёнка. Баланың тәуге сәсен ҡырып алыу. Баланың тәуге сәсенә бәйле ышаныуҙар.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, һаҡлау көсөнә эйә булған баланың ҡарын сәсе, иңгелек сәс. □ Первые волосы ребёнка (по представлениям башкир, они выполняют обережную функцию). В Баланың тәуге сәсен һаҡлайбыҙ. «Башҡорт мифологияһынан. Ышаныуҙар буйынса, яңы тыуған баланың тәуге сәсен ҡырҡ көнө тулғансы ҡырып алырға кәрәк. Экспедиция материалдарынан. Баланың тәуге сәсен
бишеккә, баш кейеменә тегеп ҡуялар, куҙҙән һаҡлай, тип. «Башҡорт мифологияһынан.
ТӘҮГЕ ТЕШ (Р: молочные зубы; И.: desidious teeth; T.: süt dişi) и.
1. Сабыйҙың 4-6 айҙа сыҡҡан беренсе тештәре. □ Молочные зубы. Баланың тәуге тештәре ауыр сыға. Тәуге тештәре төшә башланы.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, һаҡлау функцияһын үтәгән, сабыйҙың яңы көскә эйә булыуын белдереп, башлап сыҡҡан тештәре; һөт теше, сабый-теш. □ Молочные зубы (мифологизированная часть тела). Баланың тәуге тешен ку peyce уға буләк бирә.
ТӘҮГӘ р. ҡар. тәү I. Тәугә ат менеу. Тәугә барыу. Йыйында тәугә көрәшеу. » [Әбей — абыстайға:] Һинең менән куп ултырҙаш булмаһам да, ашыңды тәугә курмәйем Гелән аяҡ баҫмаһам да, килә йөрөйөм. Т. Хәйбуллин. Егет ҡыҙҙы белә, шул уҡ ваҡытта тәугә кургән һымаҡ аптырап карап ултыра. Ғ. Хисамов. Аҡсәсәк Урал һыртына тәугә кутәрелә ине. Ш. Янбаев.
ТӘҮҘӘ (Р: сначала; И.: firstly; T.: önce)/?.
1. Нимәнеңдер башланған ваҡытында, тәү мәлдә, башта. □ Сначала, сперва. Тәуҙә ауылға барам. Тәуҙә эште тамамланылар. В Тимербулат бер өйгә барып ингән. Тәуҙә унда бер кем дә булмаған, бер аҙҙан бер ҡарт килеп сыҡҡан. Әкиәттән. Тәуҙә йәштәр тынып ҡалды, шунан, алдан һөйләшеп ҡуйған шикелле, бөтәһе лә бер юлы ҡул саба башланы. И. Абдуллин. Бибеш тәуҙә, килен булып төшкән йылдарҙа, бейеменән ни хәтле ҡурҡһа, хәҙер уны шул хәтле тәрән ихтирам итә. 3. Биишева.
2. Ниндәй ҙә булһа бер эштән элек, иң башта. □ Сначала, сперва. Тәуҙә һыуға барып кил. В Үҙҙәренең элекке ырыуҙары тураһында һуҙ сыҡҡанда, ундағы халыҡ иң тәуҙә ҡыпсаҡ атамаһын телгә ала. К. Мәргән. Мәжит мәктәптән сыҡты ла, ҡайҙа барырға белмәгән төҫлө, тәуҙә тирә-йунгә ҡаранып алды. Р. Байбулатов. Ишбулдин тәуҙә уҙ һуҙенән бер генә аҙым да артҡа сигенергә теләмәне. Ә. Вәли. • Тәуҙә һөйләш, унан һыйлаш. Әйтем.
793