Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 797


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҮӘККӘЛБҮРЕК
непристойный. Тәуфиҡһыҙ бала. Тәуфиҡһыҙ егет. М Ҡарғамағыҙ мине. Мин тәуфиҡһыҙ, тәуфиҡ таба алмаған нарасый. Ғ. Амантай.
ТӘҮФИҠҺЫҘ II (Р.: аморально; И.: immorally; T.: edepsiz) р.
Ҡылыҡ, әхлаҡ яғынан тыйнаҡһыҙ; тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ. □ Аморально, непристойно. Тәуфиҡһыҙ булыу. ■ Мулла йәшерәк ваҡытында тәуфиҡһыҙыраҡ булған да, аҙаҡ тәубә итеп, Зәйнулла ишанға мөрит булып, һабаҡ алған. М. Ғафури.
ТӘҮФИҠҺЫҘЛАНЫУ (тәүфиҡһыҙлан-) (Р.: становиться аморальным; И.: become immoral; T.: edepsiz olmak) ҡ.
Тыйнаҡһыҙға, тәртипһеҙгә әйләнеү, тәүфиҡһыҙ булыу. □ Становиться аморальным, непристойным. ■ [Гөлйөҙөм:]Ярай ҙа ул уҙен килен итеп һанаһа, .. тәуфиҡһыҙланмай, ата-әсә итеп ҡараһа. С. Ҡудаш. Бәләкәй ағайым көндән-көн тәуфиҡһыҙлана. А. Таһиров.
ТӘҮФИҠҺЫҘЛЫҠ (тәүфиҡһыҙлығы) (Р: аморальность; И.: lewdness; T: edepsizlik) и.
Тәүфиҡһыҙ булыу сифаты. □ Аморальность, непристойность. Тәуфиҡһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәш алып барыу. Тәуфиҡһыҙлығы менән дан алған йәш малайҙар төркөмө. ■ [Сәлимович:] Тәуфиҡһыҙлыҡ яҡшыға алып бармай, Исмәғил, ниңә аңламайһың шуны, ә? Яр. Вәлиев.
ТӘҮҺЕНЕҮ (тәүһен-) (Р: чуждаться;
И.: shy away from; T: yadırgamak) ҡ. диал.
Тәү күреп ятһыныу; ситһенеү. □ Чуждаться, чураться. Тәуһенеп тороу. Тәуһенеп йөрөу. Таныш булмаған кешенән сабый тәу-һенә. Башта тәуһенеп торҙо. V Бесәйҙең быға тиклем бер ваҡытта ла төлкө кургәне булмаған. Улар икеһе лә тәуһенеп осрашҡан. Әкиәттән.
ТӘҮӘ (Р: верблюд; И.: camel; T: deve) и. диал. ҡар. дөйә.
Бер йәки ике үркәсле, ҡуш тояҡлы, сүл, дала бушлыҡтарында йәшәгән, сыҙамлығы менән айырылып торған көйшәүсе эре мал. □ Верблюд. / Верблюжий (лат. Camelus). Инә тәуә. Ике уркәсле тәуә. Тәуә менеп йөрөу.
ТӘҮӘЖЖЕҺ [ғәр. (Р: поворот; И.: turn, bend; T: teveccüh) и. иҫк. кит.
1. Йүнәлеш, боролош. □ Поворот. Тәуәж-жеһ яһау. Тормош тәуәжжеһе. Тәуәжжеһ алдынан. Тәуәжжеһ осоро.
2. Күңелдең, уйҙың һәм ишетеү-күреү һәләтенең берәй нәмәгә йүнәлеше; иғтибар. □ Внимание, интерес. Кешенең тәуәжжеһен йәлеп итеу. Тәуәжжеһегеҙ өсөн рәхмәт. Тә-уәжжеһте бер нәмәгә генә йунәлтеу.
ТӘҮӘККӘЛ I [ғәр. (Р: решительный; И.: resolute; T: kararlı) с.
Ҡурҡып, икеләнеп тормай эш итеүсән; баҙнатлы, ҡыйыу. □ Решительный, смелый. Тәуәккәл кеше. Тәуәккәл ҡыҙ булыу. Тәуәккәл коллега. Тәуәккәл тауыш менән. М Хужаһын эҙләп саба был «документһыҙ» ат, тәуәк-кәлдәрҙе батырлыҡҡа саҡырып кешнәй ул, баҙнатһыҙҙарҙы ҡыйыулыҡҡа өндәй. Б. Рафиҡов. Ҡапыл ошо минутта Фәтиховтың башына утә тәуәккәл һәм утә хәтәр уй килде. И. Абдуллин.
ТӘҮӘККӘЛ II [ғәр. dM (Р: решительно; И.: resolutely; T: kararlılıkla) р.
Ныҡлы, ышаныслы уйлап, икеләнмәйенсә, ҡурҡмайынса баҙнат итеп. □ Решительно, смело. Эшкә тәуәккәл тотоноу. Тәуәк-кәл булыу. Тәуәккәл эш итеу. Тәуәккәл уйлау. Я Кәбир тәуәккәл тороп баҫты һәм залды яңғыратып һөйләй башланы. Яр. Вәлиев. Ҡыҙ торған һайын етеҙерәк һәм тәуәккә-лерәк эшләй. Д. Исламов. Егет кенә булһаң, тәуәккәл бул, тәуәккәллек кәрәк һәр эштә. Халыҡ йырынан. • Тәуәккәл булмаған — ғумер буйы уңмаған. Әйтем.
ТӘҮӘККӘЛ III (Р: решительный человек; И.: audacious person; T.: cesur) и.
Ҡыйыу, баҙнатлы, икеләнеп тормай эш итеүсе кеше. □ Решительный человек. Тәуәк-кәлдәр менән эш итеуе еңел. М Цирк аренаһы бары тик тәуәккәлдәрҙе, таҫылдарҙы ғына ярата һәм шуларҙы уҙ хужалары итә. М. Садиҡова. • Тәуәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш ярыр. Әйтем. Уйлы уйлап торғансы, тәуәккәл эшен бөтөрөр. Әйтем.
ТӘҮӘККӘЛБҮРЕК (тәүәккәлбүрке) (Р: кубанка; И.: kubanka (low astrakhan cap)’, T.: papak) и. диал.
797