Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 798


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҮӘККӘЛ ИТЕҮ
Йомро итеп тегелгән бүрек; түңәрәк бүрек, йомро бүрек. □ Кубанка. Шәшке тиреһенән тәуәккәлбурек тектереу. Тәуәккәлбурек кейеу. Тәуәккәлбуркен батырыбыраҡ кейеп алды.
ТӘҮӘККӘЛ ИТЕҮ (тәүәккәл ит-) ҡ. ҡар. тәүәккәлләү. Куп уйлағандан һуң тәуәккәл итергә булды. Тәуәккәл итеп ҡарау. В [Йәмилә] керергә баҙнатлыҡ һәм батырсылыҡ итә алмай торҙо. Унан, Аллаға тәуәккәл итеп, ишекте асып ебәрҙе. М. Ғафури. Вася, тәуәккәл итеп, бәләнән ҡотолоуҙың һуңғы сараһын курергә мәжбур булды. X. Мохтар.
ТӘҮӘККӘЛЛЕК (тәүәккәллеге) (Р.: решительность; И.: resoluteness; T.: kararlılık) и.
Ҡыйыулыҡ, баҙнатлыҡ сифаты. □ Решительность, решимость. Тәуәккәллек менән эш итеу. Тәуәккәллек итеу. Тәуәккәллек кур-һәтеу. һәр эштә лә тәуәккәллек кәрәк. В Тәуәккәллек бөтә ҡурҡыныстарҙы еңә икән. Р. Низамов. [Куҙыйкурпәстең] өҫтөнлөгөн белгән Көслөбай уҙенең тәуәккәллегенә эстән укенеп тә ҡуя, шулай ҙа көрәштән баш тартмай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Тәуәккәллек ята, тәуәккәллек ирмен тигән ирҙең эсендә. Тәуәккәллек курәм тәуәк-кәлдең һуҙҙәрендә тугел, — эшендә. Р. Сафин. • Билдәһеҙ эштә тәуәккәллек ҡотҡара. Әйтем. Ир-егеттең юлдашы — тәуәккәллек. Әйтем.
ТӘҮӘККӘЛЛЕК ИТЕҮ (тәүәккәллек ит-) ҡ. ҡар. тәүәккәлләү. Тәуәккәллек итеп йөрөу. Тәуәккәллек итергә яратыу. Бер генә мөмкинселек булғанда, тәуәккәллек итергә кәрәк. В Хашимов, тәуәккәллек итеп, өйрәнсек ике малай, бер ҡыҙ алды. Б. Бикбай. Рәшит хатта шаян һуҙ әйтергә лә тәуәккәллек итте. Ә. Бикчәнтәев.
ТӘҮӘККӘЛЛӘНЕҮ (тәүәккәллән ) (Р: решаться на что-то\ И.: resolve; T.: cesaret etmek) ҡ.
Ҡыйыуланыу, баҙнатланыу, тәүәккәлгә әйләнеү, тәүәккәл булыу. □ Решаться на что-то, осмеливаться. Тәуәккәлләнеп китте. Тәуәккәлләнеп ҡуя. Уйланы-уйланы ла тәуәккәлләнде. В Зәйни инде оялыуҙы, тар
тыныуҙы ситкә ташларға, бер туҡтауһыҙ һөжум итеп алға барыу юлы менән Нәғимә куңелен уҙ яғына ауҙарырға тәуәккәлләнде. Й. Солтанов. Йөрәгенә ниндәйҙер серле көс өҫтәлеп, Сәмиғулла әллә нисек тәуәккәллә-неп китте. Р. Ғабдрахманов.
ТӘҮӘККӘЛЛӘҮ (тәүәккәллә-) (Р: решаться; И.: determine (to); T.: cesaret etmek) ҡ.
Икеләнеп торғандан һуң нимәлер эшләргә ныҡлап ҡарар итеү; тәүәккәл итеү, баҙнат итеү. □ Решаться, браться за какое-л. дело смело. Эш барышын планлаштырҙы ла тәуәккәлләне. Тәуәккәлләргд кәрәк. Тәуәк-кәлләп ҡуйыу. В Илдар иркен итеп тын алды ла тәуәккәлләргә булды. Р. Байбулатов. Сәми ҡапыл бер ҡарарға килеп тәуәккәлләне лә уҙен адвокаты менән осраштырыуҙы һораны. Р. Байымов. Изге куңелле куршеһе оло башын кесе итеп димләп торғас, Хәлимә тәуәккәлләне. И. Ғиззәтуллин. • Тәуәккәллә лә — бил бәйлә. Әйтем. Тәуәккәлләгән — таш йотҡан. Әйтем.
ТӘҮӘККӘЛҺЕҘ (Р: нерешительный; И.: irresolute; T.: kararsız) с.
Тартынып, оялып тороусан; баҙнатһыҙ, ҡыйыуһыҙ. □ Нерешительный. • Тәуәккәлһеҙ батыр юҡ. Әйтем.
ТӘҮӘККӘЛҺЕҘЛЕК (тәүәккәлһеҙлеге) (Р: нерешительность; И.: timidity; T.: kararsızlık) и.
Баҙнатһыҙлыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ. □ Нерешительность, робость. В Уның [Этилдең] шулай тәуәккәлһеҙлек курһәтеуе сиреугә кире йоғонто яһамай ҡалмаған: тәуге һөжум уңышһыҙ килеп сыға. Б. Рафиҡов. Йософ батырҙың да, Килмәк абыздың да ҡайһы бер тәуәккәлһеҙлеге, моғайын, ошоға бәйлелер. Б. Рафиҡов.
ТӘҮӘЛ (Р: свой; И.: one’s own; T: kendi) a. диал. ҡар. үҙ.
Эйәлек ялғаулы исем алдынан килеп, предмет йәки шәхестең уныҡы икәнен белдерә. □ Свой. Тәуәл атайым. Тәуәл йор-том. Тәуәл инәһе булмағас, угәй инәй менән уҫте. һәр баланың тәуәл инәһе булһын. Тәуәл әсәһе менән йәшәргә насип итмәне, өләсәһе ҡараны.
798