ТӘФСИЛЛӘҮ
ТӘҮӘСӘҮ (Р.: поплавок сепаратора; И.: detail of a creamer; T.: yağ ayırıcının şamandırası) и. диал.
Һөт айырғыстың өлөшө, сепаратор түбәсәйе. □ Поплавок сепаратора. Машина тә-уәсәуен йыуыу. Машина тәуәсәуен ҡуйыу.
ТӘҮӘТ [ғәр. SjIj] (Р: женское нагрудное украшение из нескольких рядов монет; И.: kind of female national decoration; T.: kadınların süs eşyası) и.
1. этн. һул иңбаштан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп, түшкә ҡыялатып кейә торған, тәңкә, мәрйен баҫылған ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүесе; әмәйлек, хәситә, дәүәт. □ Женское нагрудное украшение из нескольких рядов монет, нашитых на узкую ткань, надеваемое наискосок через левое плечо. Тәуәт кейеу. Өләсәйҙәр кейгән тәуәт. Тәуәт тегеу.
2. миф. Ҡурсалау көсөнә эйә булған ҡатын-ҡыҙ кейеме. □ Женская одежда-оберег. Тәуәтте һаҡлап тотоу. Тәуәт ҡатын-ҡыҙ тушен зәхмәттәрҙән, куҙ тейеуҙән һаҡлаған.
ТӘФРИҠ [ғәр. ckjâj] (Р: отдельный; И.: separate; T.: tefrik) с. иҫк. кит. ҡар. айырым 1.
Бүтән нәмәләр менән бергә ҡушылмаған; үҙенә бер башҡа. □ Отдельный, раздельный, изолированный. Тәфриҡ булмә. Тәфриҡ тема. Тәфриҡ өҫтәл ҡуйылған.
ТӘФРИҠА [ғәр. «Ъй] (Р: разница; И.: difference; T.: fark) и. иҫк. кит. ҡар. башҡа-лыҡ 1.
Ниҙеңдер араһындағы ҙур айырманы күрһәткән сифат; айырмалыҡ. □ Разница. Тәфриҡа булыу. Тәфриҡаһын куреу. Тәфриҡаны билдәләу. К Уразмөхәммәд хан менән олуғ бабаһы Шығай хандың араларында тәфриҡа булды. «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы »нан.
ТӘФРИҠ ИТЕҮ (тәфриҡ ит-) (Р: разделять на части; И.: apportion; divide; T.: tefrik etmek) ҡ. иҫк. кит. ҡар. бүлеү.
Башҡа-башҡа өлөш йәки төркөм итеү; айырыу, айырым итеү. □ Разделять на части. // Разделение. Тәфриҡ итеп ҡуйыу. Тәфриҡ итеп тороу.
ТӘФРИҠ ҠЫЛЫУ (тәфриҡ ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәфриҡ итеү. ■ Йыраҡ исла-ми шәһәрҙәр Ташкент вә Бухара тик уларҙы һәм харап ҡылып, уларҙы мәлзәм вә тәфриҡ ҡылмаҡ теләйҙәр. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘФРИТ [ғәр. -^>3] (Р.: недооценка; И.: underestimation; T.: tefrit) и. иҫк. кит.
Нимәнелер баһалап еткермәү, баһаһын кәметеү күренеше. □ Недооценка. Тәфриттән һаҡланыу. Тәфриткә юл ҡуймау. Тәфрит курһәтеу. ■ [Гәржемәуи хәлемде] һурәтләп биргән ваҡытта ифрат һәм тәфриттән бик ныҡ һаҡландым. М. Ғафури.
ТӘФСИЛ [ғәр. (Р: подробность; И.: particularity, detail; T.: tafsil) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер эстәлегендәге һәр төрлө ваҡ нескәлек, ентек. □ Подробность, тонкость, тщательность, обстоятельность, скрупулёзность. Тәфсил биреу. Бар тәфсилен асыу. ■ [Нажи — Санихаға:] Был хаттарҙа артыҡ тәфсил бирергә ҡурҡам. М. Ғафури. Был телеграммаларҙа Нетроград ихтилалының тәфсиле.. баҫылған. М. Ғафури.
ТӘФСИЛЛЕ (Р: подробный; И.: detailed, minute; T.: tafsilatlı) с.
Бөтә яғы, ваҡ нескәлектәре иҫәпкә алынған, тулы, ентекле. □ Подробный, тщательный, обстоятельный, скрупулёзный, доскональный. // Подробно, тщательно, обстоятельно, скрупулёзно, досконально. Тәфсилле яуап. Тәфсилле рәуештә. Тәфсилле итеп. Тәфсилле итеп һөйләу. Тәфсилле хәбәрҙар булыу. ■ [Яңы командир] асыҡ, тәфсилле курһәтмә биреп аңлатмайынса, тактик хаталар яһап ташлаған. С. Әлибаев. [Рычков] ҡаҙна эштәре араһында ваҡытын табып, йыйған яҙмаларын системаға һалып, тәфсилле аңлатмалар биреп, «Топография Оренбургской губернии» тигән ҙур хеҙмәтен яҙып бөтөрҙө. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘФСИЛЛӘҮ (тәфсиллә-) (Р: разбирать подробно; И.: detail, go into details; T.: tafsilat vermek) ҡ.
Бөтә ентекле, һәр төрлө ваҡ нескәлектәрен иҫәпкә алыу; төпсөү, ентекләү. □ Разбирать подробно, тщательно, обстоятельно, досконально, вдаваться в детали, детали-
799